Көнбағыш
Көнбағыш | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Helianthus L. | ||||||||||||
Төрҙәре | ||||||||||||
|
Көнбағы́ш (лат. Helianthus) — астралар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. Был төрҙә иң билдәлеһе — май бирә торған көнбағыш (рус. подсолнечник масличный , лат. Helianthus annuus). Был төргә шулай уҡ аҙыҡҡа бәрәңгеләрен ҡуллана торған, күп йыллыҡ үҫемлек топинамбур йәки ер алмаһы (лат. Helianthus tuberosus) инә. Декоратив үҫтерелә торған көнбағыш та бар, мәҫәлән, осло япраҡлы көнбағыш (рус. подсолнечник остролистный, лат. Helianthus argophyllus).
Май бирә торған көнбағыш — оҙонлоғо 4—5 м, йыуан һабаҡлы, бер эшләпәле йәки ботаҡланған бер нисә эшләпәле булып үҫкән бер йыллыҡ үҫемлек; эшләпә киңлеге ғәҙәттә 15—20 см, ярты метрға еткәне лә бар; сәскәһенeң сите һары, сите ҡыҙғылт һары төҫтә. Көнбағыш емеше — дүрт ҡырлы оҙонса орлоҡса (семянка). Емеш ҡабығы эсендә орлоҡ тиресәһе менән ҡапланған орлоҡ. 100 г ҡыҙҙырылған көнбағышта 20,7 7 аҡһым, 3,4 г көлһыу, 52,9 г май бар.
Көнбағыш тарихы
үҙгәртергәКөнбағыштың тыуған иле — Төньяҡ Америка. Беренсе көнбағышты индейҙар ҡәбиләләре культуралаштырғандыр, күрәһең. Яҡынса б.э. тиклем 3000 йылдарҙа хәҙерге Аризона һәм Нью-Мексико штаттары территорияһында көнбағыш үҫтереүҙе археология раҫлай. Ҡайһы бер археологтар көнбағыш бойҙайға ҡарағанда ла иртәрәк культуралаштырылған тип иҫәпләй.
Мексикала ацтектарҙа һәм отомиҙарҙа, Перула Инка мәҙәниәтендә көнбағыш Ҡояш аллаһы символы булып хеҙмәт иткән.
Индейҙар көнбағыш орлоғон төйөп он итеп файҙаланған, онталған көнбағыш орлоғо уларҙың яратҡан ризығы булған. Шулай уҡ көнбағыштан май алғандар, майҙы икмәк бешереүҙә һәм косметологияла сәс һәм тире майлау өсөн файҙаланғандар. Көнбағыштан ҡуйы ҡыҙыл буяу алғандар.
Европаға көнбағышты 1500 йылда испан бойһондороусылары алып килә. Тәүҙә медицинала файҙаланыла, шулай уҡ декоратив үҫемлек итеп файҙаланалар.
Көнбағыштан май етештереүҙе инглиздәр уйлап сығара, был турала 1716 йылғы патент бар. Шулай ҙа көнбағыш майын етештереү Рәсәйҙә киң ҡолас ала.
Рәсәйгә көнбағыш орлоғон Голландиянан Пётр I алып ҡайта. Үҫемлек башта декоратив үҫемлек итеп файҙаланыла. Көнбағыш майын етештереү сәнәғәтен 1828 йылда крепостной крәҫтиән Бокарёв юлға һала. Бокарев етен һәм киндер майы етештереү менән таныш була. 1833 йылда граф Шереметьев рөхсәте менән сауҙагәр Папушин, Бокарёв ярҙамында, беренсе көнбағыш майы заводын төҙөй. Бөйөк Пост (Великий Пост) көндәрендә ашау тыйылмағанға күрә, көнбағыш майы киң таралыу ала. XIX быуат уртаһында Воронеж һәм Һарытау өлкәләрендә көнбағыш ултыртыу сәсеү майҙанының 30—40 % биләй.
Совет селеционерҙары В. С. Пустовойт һәм Л. А. Жданов көнбағыштың майлылығын һәм ҡоротҡостарға тотороҡлолоғон арттырыуға ирешәләр. Көнбағыш үҫтереү буйынса донъяла абруйлы премия Пустовойт исемен йөрөтә.
XIX быуатта Рәсәй эмигранттары көнбағыш культураһын киренән АҠШ һәм Канадаға алып баралар. Тиҙҙән АҠШ (Рәсәйҙән һуң) көнбағыш майы етештереүсе алдынғы илдәр рәтендә була.
Бөгөнгө көндә көнбағыш һәм көнбағыш майы етештереү бөтә донъға таралған.
Көнбағышты файҙаланыу
үҙгәртергәКөнбағыштың төп ҡулланышы — көнбағыш майы алыу, һуңынан аҙыҡ әҙерләүҙә һәм техник ихтыяжда файҙаланыу. Көнбағыш майынан гидрогенизация ысулы менән маргарин алалар. Май шулай уҡ лак-буяу һәм һабын етештереү сәнәғәтендә файҙаланыла. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡүлланылған майҙы мотор яғыулығына өҫтәмә итеп файҙаланалар. Май етештереү ҡалдыҡтары (көнбағыш төпрәһе (жмых)) юғары аҡһымлы мал аҙығы итеп файҙаланыла.
Ҡыҙҙырылған көнбағыш — халыҡтын яратҡан ризығы.
Көнбағыш орлоғо PP һәм Е витаминдары, шулай уҡ туйындарылмаған май кислоталарына бай.
Көнбағыш — бал биреүсе үҫемлек. Сәскә атҡан көнбағыш балы алтын-һары төҫтә, хуш еҫле, ауыҙҙы бөрөштөрә торған тәмле була.
Көнбағыш декоратив үҫемлек итеп ултыртыла.
Көнбағыштың каучук биреүе әлегә киң билдәле түгел. Селекционерҙар һабағы киҫелгән урындан латекс бүлеп сығара торған сорт сығарған.
Көнбағыш ҡабығы биояғыулыҡ — яғыулыҡ брикеттары етештереүҙә ҡулланыла.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Acorp модемдары ҡабында көнбағыш төшөрөлгән.
Көнбағыш һәм математика
үҙгәртергәҒалим Вогель 1979 йылда көнбағыш эшләпәһендә сәскәләрҙең һәм орлоҡтарҙың урынлашыу моделен тәҡдим итә. Был модель түбәндәгесә яҙыла,
- ,
- ,
бында: θ — мөйөш, r — радиус йәки үҙәккә тиклем ара, а n — сәскә һаны һәм c — константа. Был — Ферма спирале формаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә1. Ватолин Д. О мёде и не только о нём // Наука и жизнь. — 2008. — № 11. — С. 124.