Ирәкташ
Ирәктәш (Инзерские зубчатки) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан (Башҡортостан).
Ирәкташ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 1161 м |
Урынлашыуы | |
54°15′50″ с. ш. 58°21′44″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ирәкташ Викимилектә |
Ирәкташ Башҡортостандағы Көньяҡ Урал төбәгенә инә. Башҡортса атамаһы — Ирәкташ — ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк — киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәгә эйә. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай атала. Урыҫса атамаһын — Инзерские зубчатки — туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек тырпайып торған ҡаяларына ҡарап биргән. Ҡаялар бер нисә саҡрымға теҙелеп киткән. Белорет районы буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. . Ул Оло Инйәр йылғаһы һәм Тирлән ҡасабаһы араһында урынлашҡан. Һырттың оҙонлоғо — 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 2 км яҡын, көньяғыныҡы 3 км яҡын, абсолют бейеклеге — 1161 м. Биләнле 3 өлөштән тора.
Рельефы ҡатмарлы. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора: 150 м яҡын тәрәнлектәге билән менән бүленгән көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ.
Тау биттәре тигеҙ (ауышлыҡ — 25—30 градус), көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә текә (ауышлыҡ — 70 градустан ашыу). Ҡырасында тигеҙһеҙ ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тештәр бар. Урта рифейҙың Егәлге свитаһы кварциттарынан һәм кварцитлы ҡомташтарынан тора.
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәКварциттан, кварцит ҡомдан тора. Урта Рифей геохронологик осоронда барлыҡҡа килгән, Егәлге свитаһына инә. Һырттың иң күренекле урыны — ырғаҡ рәүешле киртләс ҡаялары. Ул һырттың төньяғында урынлашҡан һәм ҡая циркы тигән атама ла алған.[1]
Тәбиғәте
үҙгәртергәЛандшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге беленә: урмандары һирәк ағаслыҡтар һәм бейек тау болондары м‑н алмашына, уларҙан өҫтәрәк тау тундралары урынлашҡан. Ландшафты бейек тауҙарға хас: ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслыҡтар, тау болондары, тундра үҫемлектәре. Тау итәктәрен ҡәҙимге ҡарағастар, шыршы һәм аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ҡаплап алған. Йәнлектәргә ла бай: айыу, ҡабан, төлкө, мышы, бүре, ҡуян, терпе, йыландар, төрлө ҡоштар төйәкләнгән.[2]
Башҡорт фольклорында
үҙгәртергәАй Ирәкташ-Ирәкташ,
Киртләс-киртләс һирәк таш.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- И. М. Япаров. Инзерские зубчатки . БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йыл 25 апрель архивланған.
- И.М. Япаров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.