Ҡасимов Салауат Фитрат улы

Ҡасимов Салауат Фитрат улы (19 декабрь 1934 йыл21 ноябрь 2018 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы (2004) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.

Ҡасимов Салауат Фитрат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 декабрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих һәм этнополитология[d]
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Фитрат улы Ҡасимов 1934 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай. 1964 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына аспирантураға уҡырға инә. Институтты тамамлағанда «Социалистик төҙөлөш йылдарында Башҡорт АССР-ының дәүләт тикшереү органдары (1917—1943 йылдар)» тигән темаға диссертация яҡлай.

1967 йылдан 1989 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1989 йылдан 2000 йылға тиклем — өлкән хеҙмәткәр, артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бүлек мөдире булып эшләй. 2003 йылдың 28 февраленән РФА Өфө фəнни үҙəгенең Р. Ғ. Кузеев исемендəге Этнологик тикшеренеүҙəр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы менән бүләкләнә. Артабан Башҡортостандың милли-дәүләт төҙөлөшөн тикшереү менән шөғөлләнә. 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, 6 монография авторы.

Салауат Фитрат улы Ҡасимов 2018 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше — Башҡорт АССР-ының милли-дәүләт төҙөлөшө тарихы. Ул 200-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт һәм 6 монография авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Социалистик төҙөлөш йылдарында Башҡорт АССР-ының дәүләт тикшереү органдары (1917—1943 йылдар) Пермь, 1969.
  • Башҡорт халҡының милли автономия өсөн көрәше (1917—1919). Өфө, 1992.
  • Башҡорт совет автономияһының ойошоу тарихы (1919—1925). Өфө, 1993.
  • Башҡорт халҡының милли дәүләтселегенең ойошоуы (1917—1925). Екатеринбург, 1995.
  • Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең 1919 йылдың 20 мартындағы килешеүе// Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһы тураһындағы килешеүе Рәсәй федерализмының заман проблемалары күҙлеге аша: Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт Хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһы төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыуына 85 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция материалдары. Өфө: БДУ, 2004. 32-35 биттәр.
  • «Контрреволюцион вәлиҙилек тураһында» тарихи документтар йыйынтығынан. //Көньяҡ Урал археографияһы 4-се төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция материалдары. Өфө: Информреклама, 2004. 81-82 биттәр.
  • Рәсәй менән Башҡортостандың килешеү мөнәсәбәттәре тураһында. // Рәсәйҙә хәҙерге заман этно-сәйәсәт һәм этно-социаль процестары: Башҡортостан Республикаһы моделе: төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция материалдары . Өфө: Информреклама, 2004. 93-97 биттәр.
  • Бөйөк Ватан һуғышы осоронда БАССР-ҙа дәүләт төҙөлөшө: 60 йылдан һуң ҡараш. Өфө, 2004.
  • Башҡорт АССР-ының ойошоуы // 1917—1990 йылдарҙа Башҡортостан Тарихы. Өфө, 2004. 1-се том. 17-57 биттәр (авторҙашлыҡта), 54-70, 122—141, 152—163 биттәр.
  • Ә. Ә. Вәлидов — Башҡортостан автономияһын ойоштороусы: Рәсәй федерализмы башында (1917—1920 йылдар): док. һәм материалдар. 1 киҫәк. Өфө: Китап, 2005.
  • 1926—1945 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының дәүләтселек үҫеше. Өфө: Ғилем, 2006. 144 бит.
  • 1946—2000 йылдарҙа Башҡортостандың милли-дәүләт ҡоролошо. Өфө: Ғилем, 2009. 160 бит.
  • Ә. Ә. Вәлидов — Башҡортостан автономияһын ойоштороусы: Рәсәй федерализмы башында (1917—1920 йылдар): док. һәм материалдар. 2 киҫәк. Өфө: Китап, 2011.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә