Толкачёв Константин Борисович
Толкачёв Константин Борисович (1 март 1953 йыл) — дәүләт эшмәкәре, юрист-хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000). Эске хеҙмәт генерал‑майоры (1998). 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты һәм рәйесе (2-се — 5-се саҡырылыш).
Константин Борисович Толкачёв | |||||||
| |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1999 йылдан | |||||||
Алдан килеүсе: | Михаил Алексеевич Зайцев | ||||||
Тыуған: | 1 март 1953 (71 йәш) СССР, Кемерово өлкәһе, Сталинск ҡалаһы | ||||||
Партия: | «Берҙәм Рәсәй» | ||||||
Белеме: | СССР Эске эштәр министрлығы академияһы | ||||||
Ғилми дәрәжәһе: | Юридик фәндәр докторы | ||||||
Профессияһы: | юрист | ||||||
Наградалары: |
| ||||||
Биографияһы
үҙгәртергәКонстантин Борисович Толкачёв 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең бөгөнгө Новокузнецк ҡалаһында тыуа. Юғары белемле — СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлаған. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1977—1996 йылда СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлыҡтары системаһында етәксе вазифалар биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Башҡортостан Республикаһының икенсе — дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе. 1999—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы. Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары. Рәсәй Федерациһы Закондар сығарыусылар советының ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы була.
Дуҫлыҡ (2013), Почёт (2003), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), «Салауат Юлаев» (2008), 1-се дәрәжә Бөйөк Петр, Андропов ордендары, ун дүрт миҙал, исемле ҡорал менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
2015 йылдың 9 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Константин Толкачёвҡа Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәтен тапшырҙы[1].
2019 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы Александр Невский ордены менән[2], 2022 йылдың сентябрендә «законлыҡты нығытыуға индергән өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәреге өсөн» — Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы.
- Толкачёв Константин Борисович Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 60-сы Беүә бер мандатлы һайлау округы буйынса депутаты. Ул һайланған округтар:
- 5-се саҡырылыш — Берҙәм республика һайлау округы
- 4-се саҡырылыш — 60-сы Беүә һайлау округы
- 3-сө саҡырылыш — 93-сө Мәсәғүт һайлау округы
- 2-се саҡырылыш — 3-сө Киров һайлау округы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пресс-служба Главы Республики Башкортостан. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан . Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. 2017 йыл 2 февраль архивланған. (рус.)
- ↑ Путин подписал указ о награждении Константина Толкачева орденом Александра Невского. ИА «Башинформ», 14 июня 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2019)
- ↑ Председателя Госсобрания Башкирии наградили Почетной грамотой Президента России. ИА Башинформ, 14 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Толкачёв Константин Борисович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)