Халыҡ-ара волейбол федерацияһы

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы (франц. Fédération Internationale de Volleyball, сокр. FIVB, русса транслитерацияла ФИВБ) — бөтөн донъяла волейбол менән идара итеүсе структура, 222 милли федерацияны берләштерә. Штаб-фатиры Швейцария ҡалаһы Лозаннала, ойошманың президенты — Ари Граса Фильо (Бразилия).

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 20 апрель 1947
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Fédération Internationale de Volleyball
Спорт төрө Волейбол
Етәксе Поль Либо[d]
Рәсми тел инглизсә, Француз теле, урыҫ теле, Испан теле, Ҡытай теле һәм Ғәрәп теле
Ойошма ағзаһы Ассоциация летних Олимпийских международных федераций[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Лозанна[d], Швейцария
Алдағы International Amateur Handball Federation[d]
Рәсми сайт fivb.com
Зона обслуживания Ер һәм бөтә донъяла[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 3 210 000 ± 9999[1]

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы 1947 йылдың 20 апрелендә Парижда ойошторола. 1940-сы йылдар аҙағында донъя волейбол йәмәғәтселеге волейболдың халыҡ-ара етәксе органын формалаштырыу өсөн аҙымдар яһай башлай. Халыҡ-ара волейбол федерацияһын төҙөүҙең тәүшарты булып милли волейбол комитеттарының ошо спорт төрө буйынса донъя чемпионатын ойоштороу һәм үткәреү теләге тора. Шулай итеп, 1947 йылдың 18-20 апрелендә 5 континенттың 14 милли комитеты вәкилдәре Париждағы конгреста Халыҡ-ара волейбол федерацияһы -ФИВБ ойоштора. Уның тәүге президенты итеп француз Поль Либо һайлана. Конгреста уйындарҙың рәсми халыҡ-ара ҡағиҙәләре раҫлана, арбитраж комиссияһы һәм уйын ҡағиҙәләре эшләү һәм уларҙы камиллаштырыу буйынса комиссия булдырыла. ФИВБ-ның рәсми телдәре — француз һәм инглиз телдәре.

1948 йылдың сентябрь айында Римдә ФИВБ ирҙәр командалары араһында — беренсе Европа чемпионаты, ә 1949 йылдың сентябрендә Прагала (Чехословакия) ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе Европа чемпионаты үткәрә. Шул уҡ йылда ФИВБ Конгресы СССР-ҙың Бөтә союз волейбол секцияһын рәсми ағза итеп ала һәм уға 1952 йылда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында донъя чемпионаттарын үткәреүҙе йөкмәтә. Шулай уҡ рус теле лә ФИВБ-ның рәсми теле тип таныла.

1957 йыл 24 сентябрендә Халыҡ-ара Олимпия комитетының 53-сө сессияһы волейболды олимпия спорт төрө тип таныны.

1961 йылда ФИВБ-ның Марселдә уҙған VIII Конгресы үҙенең структураһында Европала, Азияла (Австралия һәм Океанияны индереп), Африкала, Төньяҡ Америкала һәм Көньяҡ Америкала урынлашҡан илдәрҙә волейбол уйындарын ойоштороу һәм үҫтереүҙе йөкмәткән биш континенталь комиссия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

1964 йылда Токиола үткән Олимпия уйындары программаһына ярашлы волейбол буйынса тәүге ярыштар үткәрелә.

1965 йылда Польшала яңы төр ярыш — ирҙәр командалары араһында Донъя кубогы ә 1973 йылда Уругвайҙа — ҡатын-ҡыҙҙар араһында шундай уҡ турнир үтә.

1972 йылда ФИВБ Конгресы континенталь комиссияларҙы континенталь конфедерациялар тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы Азия (AVC), Африка (CAVB), Европа (CEV), Төньяҡ, Үҙәк Америка һәм Кариб бассейны илдәре (NORCECA) һәм Көньяҡ Америка (CSV) конфедерациялары төҙөлә.

1977 йылда Бразилияла йәштәр командалары араһында тәүге донъя чемпионаты үткәрелә.

1984 йылда ФИВБ президенты итеп мексикан Акоста Рубен Эрнандес һайлана, федерацияның штаб-фатиры Париждан Лозаннаға күсә. Акоста башланғысы буйынса волейболда күп төрлө реформалар үткәрелә — 1993 йылда коммерция турнирҙары (Донъя лигаһы һәм Гран-при) булдырыла. Уйын ҡағиҙәләре лә мөһим үҙгәрештәр кисерә («ралли-пойнт» системаһы индерелә, командала бары тик һаҡсы бурыстарын үтәүсе уйынсы — либеро булдырыла). 1996 йылда пляж волейболы спорттың олимпия төрө статусын ала. ФИВБ-ның 2008 йылдың 16-17 июнендә Дубайҙа үткән XXXI Конгресында Акоста, үҙ вәкәләтенең тамамланыуына ике йыл ҡалғас, президент вазифаһын ҡалдыра, уның урынына алмашҡа Вэй Цзичжун килә. 2012 йылдың 21 сентябрендә Анахайме ҡалаһында (Калифорния) үткән XXXIII конгреста ойошманың яңы президенты итеп Бразилиянан Ари Граса[2].һайлана.

Хәҙерге ваҡытта ФИВБ —— 222 милли федерация берләштергән иң эре спорт ойошмаһы булып тора.

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы структураһы

үҙгәртергә

Халыҡ — ара волейбол федерацияһының юғары органы — ике йылға бергә (донъя чемпионаттары һәм олимпия уйындары үткәреү ваҡытында саҡырылған) Донъя Конгресы саҡырыла. ФИВБ (1947 йылдан) барлыҡҡа килгәндән бирле 33 конгресс үткәрелде. Һуңғыһы 2012 йылдың 19 — 21 сентябрендә Анахаймда (АҠШ Калифорнияһы) үткән.

Конгресс эшендә ФИВБ ағзалары йәки ойошмаға инеүгә кандидат булыусы бөтә милли федерациялар ҡатнашырға саҡырыла.

ФИВБ алдында Конгресс ҡуйған бурыстарҙы, шулай уҡ устав талаптарын хәл итеү өсөн, Конгресс делегаттары 4 йыллыҡ мөҙҙәт менән 30 кешенән торған Административ совет һайлай. Административ совет үҙ ағзалары составынан Конгресс ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусы Башҡарма комитет һайлай, шулай уҡ ФИВБ-ның көндәлек эшмәкәрлеген ойоштора. Уның эшенә Конгресс 4 йыл мөҙҙәт менән һайлаған Халыҡ-ара волейбол федерацияһының Президенты етәкселек итә.

ФИВБ алдында торған махсус бурыстарҙы хәл итеү өсөн, уның структураһында даими техник комиссияһы, комитеты һәм советы булдырылған:

  • ФИВБ комиссиялары (барлығы 10): юридик, финанс, матбуғат, уйын ҡағиҙәләре буйынса, арбитраж, техник, тренер, медицина, үҫеш буйынса, телевидение һәм яңы киң мәғлүмәт саралары.
  • ФИВБ комитеттары (барлығы 2): инвестицион, дисциплинар.
  • ФИВБ советтары (барлығы 4): спорт ярыштары, пляж волейболы, донъя лигаһы, Донъяуи Гран-При буйынса.
 
Конфедерацияларға бүленгән донъя картаһы. CEV AVC CAVB NORCECA CSV

ФИВБ 5 континенталь конфедерацияға бүленгән, һәм улар ФИВБ-ның структура бүлектәре булып тора. Улар үҙҙәренең географик зоналарында ФИВБ-ның тулы хоҡуҡлы вәкилдәре. Бер үк ваҡытта милли федерациялар үҙҙәренең региональ конфедерацияларында ФИВБ ағзалары булып та торалар. Ғәҙәттә ил үҙ төбәге конфедерацияһының ағзаһы буып тора, әммә ҡайһы бер ҡағиҙәнән ситкә тайпылыш бар.

Төбәк берләшмәләре исемлеге:

  • Азия волейбол конфедерацияһы (AVC) — Азия, Австралия һәм Океания;
  • Африка волейбол конфедерацияһы (CAVB) — Африка;
  • Европа волейбол конфедерацияһы (CEV) — Европа;
  • Төньяҡ, Үҙәк Америка һәм Кариб бассейны илдәре (NORCECA) — Төньяҡ Америка, Үҙәк Америка һәм Кариб бассейны илдәре волейбол конфедерацияһы;
  • Көньяҡ Америка волейбол конфедерацияһы (CSV) — Көньяҡ Америка.

Рәсми ярыштар

үҙгәртергә

Халыҡ-ара волейбол ойошмаһы үҙенең эшмәкәрлеге сиктәрендә түбәндәге турнирҙарҙы үткәреү өсөн яуаплы:

  • Олимпия волейбол турнирҙары — 4 йылға бер тапҡыр
  • Милли йыйылма командалары араһында чемпионат — 4 йылға бер тапҡыр
  • милли йыйылма командалары араһында донъя Кубогын уйнатыу — 4 йылға бер тапҡыр
  • милли йыйылма командалары араһында Бөтә донъя Кубогын уйнатыу — 4 йылға бер тапҡыр
  • Йәштәр йыйылма командалары араһында донъя чемпионаттары— ике йылға бер тапҡыр
  • Юниор йыйылма командалары араһында чемпионаттар — ике йылға бер тапҡыр
  • Ир-егеттәр йыйылма командаларының Донъя лигаһы — көн һайын
  • Ҡатын-ҡыҙ йыйылма командалары араһында Гран-при — көн һайын
  • Клуб командалары араһында донъя чемпионаттары — көн һайын
  • Пляж волейболы буйынса донъя чемпионаты һәм Донъя туры

ФИВБ ағзалары

үҙгәртергә

56 илдең милли федерациялары: Австрия, Әзербайжан, Албания, Англия, Андорра, Әрмәнстан, Белоруссия, Бельгия, Болгария, Босния һәм Герцеговина, Венгрия, Германия, Гибралтар, Гренландия, Греция, Грузия, Дания, Израиль, Ирландия, Исландия, Испания, Италия, Кипр Республикаһы, Косово Республикаһы, Латвия, Литва, Лихтенштейн, Люксембург, Македония Республикаһы, Мальта, Молдавия, М, Норвегия, Польша, Португалия, Рәсәй, Румыния, Сан-Марино, Төньяҡ Ирландия, Сербия, Словакия, Словения, Турция, Украина, Уэльс, Фарер утрауҙары, Финляндия, Франция, Хорватия, Черногория, Чехия, Швейцария, Швеция, Шотландия, Эстония.

65 илдең милли федерациялары: Австралия, Афғанстан, Бангладеш, Бахрейн, Бруней, Бутан, Вануату,Көнсығыш Тимор, Вьетнам, Гонконг, Гуам, Һиндостан, Индонезия, Иордания, Ираҡ, Иран, Йемен, Ҡаҙағстан, Камбоджа, Катар, Ҡырғыҙстан, Кирибати, Ҡытай (Тайвань), Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы, Корея Республикаһы, Кувейт, Кук Утрауҙары, Лаос, Ливан, Макао, Малайзия, Мальдив утрауҙары, Маршалл Утрауҙары, Монголия, Мьянма, Науру, Непал, Ниуэ,Яңы Зеландия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ОАЭ, Оман, Пакистан, Палау, Фәләстин, Папуа — Яңы Гвинея, Самоа, Америка Самоаһы,Сәғүд Ғәрәбстаны, Төньяҡ Мариан утрауҙары (Сайпан), Сингапур, Сүриә, Соломон Утрауҙары, Тажикстан, Таиланд, Тонга, Тувалу, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Фиджи, Филиппин, Француз Полинезияһы (Таити), Микронезия Федератив Штаттары

53 илдең милли федерациялары: Алжир, Ангола, Бенин, Ботсвана, Буркина-Фасо, Бурунди, Габон, Гамбия, Гана, Гвинея, Гвинея-Бисау, Джибути, Мысыр, Замбия, Зимбабве, Кабо-Верде, Камерун, Кения, Комор Утрауҙары, Конго, Конго Демократик Республикаһы, Кот-д’Ивуар, Лесото, Либерия, Ливия, Маврикий, Мавритания, Мадагаскар, Малави, Мали, Марокко, Мозамбик, Намибия, Нигер, Нигерия, Руанда, Руанда, Сан-Томе и Принсипи, Сейшель Утрауҙары, Сенегал, Сомали, Судан, Сьерра-Леоне, Танзания, Того, Тунис, Уганда, Үҙәк Африка Республикаһы, Чад, Экватор Гвинеяһы, Эритрея, Эфиопия, Төньяҡ Африка Республикаһы.

Төньяҡ, Үҙәк Америка һәмКариб диңгеҙе бассейны илдәренең

үҙгәртергә

35 милли федерацияһы: Ангилья, Антигуа һәм Барбуда, Антиль (Нидерланд) утрауҙары[3], Аруба, Багам утрауҙары, Барбадос, Белиз, Бермуд утрауҙары, Британия Виргин утрауҙары, Америка Виргин утрауҙары, Гаити, Гваделупа, Гватемала, Гондурас, Гренада, Доминика, Доминикан Республикаһы,Кайман Утрауҙары, Канада, Коста-Рика, Куба, Мартиника, Мексика, Монтсеррат, Никарагуа, Панама, Пуэрто-Рико, Сальвадор, Сент-Винсент һәм Гренадин, Сент-Китс һәм Невис, Сент-Люсия, Суринам, АҠШ, Тринидад һәм Тобаго, Ямайка.

12 милли федерацияһы: Аргентина, Боливия, Бразилия, Венесуэла, Гайана, Колумбия, Парагвай, Перу, Уругвай, Француз Гвианаһы, Чили, Эквадор.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Интерфейс программирования приложения YouTube
  2. Dr. Ary Graça elected as new FIVB President (ингл.). Официальный сайт FIVB (21 сентябрь 2012). Дата обращения: 22 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  3. После роспуска в 2010 году Федерации Нидерландских Антильских островов фактически в ФИВБ её место занимает Кюрасао.

Литература

үҙгәртергә
  • Волейбол: Энциклопедия. Сост. В. Л. Свиридов, О. С. Чехов — Томск: Янсон, 2001.

Һылтанмалар

үҙгәртергә