Конго Демократик Республикаһы

Конго Демократик Республикаһы (франц. République Démocratique du Congo), ДРК шулай уҡ Конго ДР — Үҙәк Африкала дәүләт. Баш ҡалаһы — Киншаса. Дәүләт теле — француз. 26 провинцияға бүленә. 1960 йылдарҙа тиклем булған Конго Демократик Республикаһы Бельгия колонияһы булған.

Конго Демократик Республикаһы
франц. République Démocratique du Congo
Флаг[d]Герб[d]
Flag of the Democratic Republic of the Congo.svgCoat of arms of the Democratic Republic of the Congo.svg
Нигеҙләү датаһы 30 июнь 1960
Ожидаемая продолжительность жизни 59,621 Йыл[1]
Рәсми атамаһы République Démocratique du Congo, République démocratique du Congo һәм la République démocratique du Congo[2]
Ҡыҫҡаса атамаһы ДР Конго, 🇨🇩, ДР Конго, 民主刚果, 民主剛果, 刚果(金) һәм RDC
Хөрмәтенә аталған Конго
Этнохороним Congolese, kongói demokratikus köztársasági, congoleser, Congolais[2], Congolaise[2], congolese (Repubblica Democratica del Congo), congolesi (Repubblica Democratica del Congo), congolés, Demokratirespublikkongano, Congolès, congolesa, Κονγκολέζος, Κονγκολέζα, קונגולזי һәм קונגולזית
Рәсми тел Француз теле
Гимн Гимн Демократической Республики Конго[d]
Культура Культура Демократической Республики Конго[d]
Девиз тексы Justice – Paix – Travail, Justice – Peace – Work, Справедливост - мир - труд һәм Cyfiawnder - Heddwch - Gwaith
Донъя ҡитғаһы Африка
Дәүләт Flag of the Republic of the Congo (Léopoldville) (1960–1963).svg Конго Демократик Республикаһы
Административ үҙәк Киншаса
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Атлантик океан
Геоданные Data:DR Congo.map
Иң юғары нөктә Стэнли[d]
Глубочайшая точка Атлантик океан
Идара итеү формаһы республика
Дәүләт башлығы вазифаһы президент Демократической Республики Конго[d]
Дәүләт башлығы Феликс Чисекеди[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы премьер-министр Демократической Республики Конго[d]
Хөкүмәт башлығы Сильвестр Илунга[d][3]
Башҡарма власть Government of the Democratic Republic of the Congo[d]
Закондар сығарыу органы Парламент Демократической Республики Конго[d]
Үҙәк банк Центральный банк Конго[d]
Дипломатические отношения Германия, Канада, Норвегия, Ҡытай Республикаһы, Бельгия, Республика Конго, Бразилия, Америка Ҡушма Штаттары, Рәсәй, Греция, Ҡытай, Грузия, Замбия һәм Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы[4]
Ойошма йәки клуб ағзаһы БДО, Африка Союзы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы[d], Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы[d], Халыҡ-ара финанс корпорацияһы[d], Инвестициялар именлеген гарантиялау буйынса күпъяҡлы агентлыҡ[d], Инвестицион бәхәстәрҙе көйләү буйынса халыҡ-ара үҙәге[d], Африканский банк развития[d], Страны Африки, Карибского бассейна и Тихоокеанского региона[d], Организация по гармонизации коммерческого права в Африке[d], Интерпол[5], Организация по запрещению химического оружия[d][6], Международная гидрографическая организация[d][7], ЮНЕСКО[8], Сообщество развития Юга Африки[d], Gulf of Guinea Commission[d], Всемирный почтовый союз[d][9], Международный союз электросвязи[d][10], Франкофония[d], Международная организация гражданской обороны[d][11], Всемирная метеорологическая организация[d][12][13], Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы[14] һәм Экономическое сообщество стран Центральной Африки[d]
Возраст вступления в брак 18 йәш һәм 15 йәш
Халыҡ һаны 86 790 567 кеше (2019)[15]
Административ рәүештә бүленә Бандунду[d], Центральное Конго[d], Экваториальная провинция[d], Западное Касаи[d], Восточное Касаи[d], Катанга[d], Киншаса, Маниема[d], Северное Киву[d], Восточная провинция[d] һәм Южное Киву[d]
Процент водной поверхности 3,3 Процент
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Валюта конголезский франк[d]
Кеше үҫеше индексы 0,457[16]
Уровень самоубийств 5,7[17], 5,6[17], 5,5[17], 6,1[17] һәм 6,6[17]
Сиктәш Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан, Уганда, Руанда, Бурунди, Танзания, Замбия, Ангола, Республика Конго, Судан, Камерун һәм Руанда
Сторона автомобильного движения уң[d][18]
Сетевое напряжение 220 вольт[19]
Тип электрического разъёма Europlug[d][19], тип D[d][19] һәм CEE 7/5[d][19]
Ҡатнашыусы Конфликт в Киву[d]
Алмаштырылған Заир[d]
Алыштырған Заир[d]
Ҡулланылған тел Central Teke[d], Congo Swahili[d], Pelende[d], Lonzo[d], Seba[d], Монго[d], Amba[d], ленду[d], Лика[d], Konjo[d], Bala[d], Чокве[d], Bembe[d], Мбала[d], Mayogo[d], Mbole[d], Ngiri[d], Bhele[d], Mbo[d], Mbesa[d], Binza[d], Binji[d], Guru[d], Budu[d], Bwile[d], Bangubangu[d], Sanga[d], Bushong[d], Mituku[d], Beeke[d], Furu[d], East Teke[d], Zimba[d], Ngelima[d], Ndunga[d], Ngbee[d], Mvuba[d], тетела[d], Лого[d], Shi[d], Bozaba[d], Bwela[d], Buyu[d], Нгити[d], Ndolo[d], Ndo[d], Aushi[d], Nyanga-li[d], Nyali[d], Nyanga[d], Pagibete[d], Bila[d], Bira[d], Ombo[d], Baka[d], Dengese[d], Dzando[d], Nkutu[d], Enya[d], Fuliiru[d], Pende[d], Bendi[d], Hungana[d], Bwa[d], luna[d], Baali[d], Poke[d], Bomboma[d], Gendza[d], Salampasu[d], Хунде[d], Mamvu[d], Ngando[d], Foma[d], Hema[d], Ndaka[d], Hendo[d], Hemba[d], Lombo[d], Havu[d], Budza[d], Ruund[d], Nzakara[d], Kaliko[d], Sere[d], Ngbinda[d], Sengele[d], Monzombo[d], Mbandja[d], Нгбака ма’бо[d], Holoholo[d], Songe[d], Ngombe[d], Suku[d], Kaiku[d], Kabwari[d], Sonde[d], Songola[d], со[d], Kete[d], Tagbo[d], Holu[d], Nande[d], Kari[d], Ngbundu[d], Lese[d], Loki[d], Talinga[d], Kwese[d], Moingi[d], Kanyok[d], Tabwa[d], Kele[d], Лугбара[d], Kango[d], мба[d], Komo[d], Kusu[d], Lalia[d], Лала-биса[d], Vanuma[d], Tembo (Kitembo)[d], Lengola[d], Mangbutu[d], Wongo[d], Boma[d], Londo[d], Losengo[d], Lwalu[d], Ма[d], Динг[d], Yela[d], Dongo[d], Gbanzili[d], Alur[d], Avokaya[d], Yaka[d], Mündü[d], Mfinu[d], Ламба[d], Нгбака[d], Mpuono[d], Оми (язык)[d], Леле (язык ДРК)[d], Pambia[d], Sakata[d], Луба-катанга[d], Лингала[d], Tiene[d], Yansi[d], Mangbetu[d], Asoa[d], Француз теле, Бемба[d], Моно[d], Лунда (язык)[d], Kaonde[d], конго[d], руанда[d], санго[d], Bango[d], Bangba[d], луба[d], Barambu[d], Bamwe[d], Kakwa[d], Gobu[d], Kela[d], Kiyombe[d], Togbo-Vara Banda[d], Mabaale[d], Gilima[d], Mayeka[d], Yamongeri[d], Langbashe[d], Ntomba[d], Nyindu[d], San Salvador Kongo[d], Ngongo[d], Likila[d], Samba[d], Tembo[d], Kango-Sua[d], Ndobo[d], Hamba[d], Kpala[d], Lombi[d], Kwami[d], Kanu[d], Lega-Shabunda[d], Nsong[d], Ngundu[d], Yango[d], Joba[d], Lega-Mwenga[d], Southern Ngbandi[d], Northern Ngbandi[d], Mid-Southern Banda[d], Buraka[d], Boko[d], Kituba[d], Ngul[d], Efe[d], Занде[d], бангала[d], Ntomba-Bolia[d], Bangi[d] һәм Bomboli[d]
Румындар dən dɛmu'kɾɑːtɪskə rɛpʉ'blɪkən 'kɔŋgu
Майҙан 2 344 858 ± 1 км²
Юғары кимәлдәге интернет-домен .cd[d]
Урынлашыу картаһы
Официальный символ Окапи[d][20]
Тема географияһы География Демократической Республики Конго[d]
Экономика темы экономика Демократической Республики Конго[d]
Демография темы население Демократической Республики Конго[d]
Ставка НДС 16 Процент
Суммарный коэффициент рождаемости 6,006[21]
Ежегодное количество свадеб 8892[22], 8247[22], 8448[22], 10 261[22], 10 912[22], 15 175[22], 8065[22], 8195[22], 35 107[23], 38 127[23], 17 671[23], 22 367[23] һәм 13 466[23]
Минимум температуры −1,5 Цельсий градусы
Индекс демократии 1,13[24]
BTI Governance Index 2,46[25], 3,36[25], 2,99[25], 3,12[25], 2,76[25], 2,47[25] һәм 2,58[25]
BTI Status Index 2,62[25], 3,16[25], 3,17[25], 3,09[25], 2,95[25] һәм 3,13[25]
Мобильный код страны 630
Телефонный код страны +243
Номер телефона экстренной службы 113[d][26], 114[d][26] һәм 118[d][26]
Номер тамғаһы коды CGO
Maritime identification digits 676
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in the Democratic Republic of the Congo[d]
Commons-logo.svg Конго Демократик Республикаһы Викимилектә

2020 йылдар уртаһына мәғлүмәттәр баһаһы буйынса, халҡы — 101 миллион самаһы кеше, территорияһы — 2 858 344 км² тәшкил иткән, ике күрһәткес буйынса ла төбәктең иң эре илдәренең береһе булып тора. Майҙаны буйынса Алжирҙан ғына ҡалыша, континентта 2-се урын, ә халҡы буйынса Нигерия, Эфиопия һәм Мысырҙан ҡалыша дүртенсе урында тора.

Этномәҙәни төрлөлөгө менән айырыла.

Федератив дәүләт, президент республикаһы. 2019 йылдың 24 ғинуарында президент вазифаһын Феликс Чисекеди биләй.

Конго Республикаһы, Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан, Уганда, Руанда, Бурунди, Танзания, Замбия, Ангола, шул иҫәптән менән Ангола эксклавы Кабинда менән ҡоро ер сиге бар.

Донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. ЭТП күләме һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса 2019 йыл өсөн 78,297 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән ( йән башына яҡынса 800 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге —конголез франкы.

Физик-географик ҡылыҡһырламаҮҙгәртергә

Конго Демократик Республикаһы — көнбайыш экваториаль Африка иле. Илдең территорияһын Конго йылғаһы бассейны биләй. Көнсығыштан ил территорияһы Африка рифты менә сиктәш. Көнбайыштың иң сигендә диңгеҙгә сығыу юлы бар, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо ни бары 37 км — был донъяла оҙонлоғо буйынса иң бәләкәй яр һыҙыҡтарының береһе.

Конго Республикаһы, Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан, Уганда, Руанда, Бурунди, Танзания, Замбия, Ангола, шул иҫәптән менән Ангола эксклавы Кабинда менән ҡоро ер сиге бар.

Конго Демократик Республикаһының территорияһы өлөшләтә экваториаль климат бүлкәтенә, өлөшләтә субэкваториаль йәки саванналрға ҡарай.

РельефыҮҙгәртергә

Конго Демократик Республикаһы киң үҙәк яйланан ғибәрәт (Конго уйпатлығы), ул, көнсығышта тауҙар, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта тигеҙлектәр һәм саванналар, төньяҡта баҫыуҙар менән уратып алынған тропик урмандар менән ҡапланған. Бейек тау массивы Рувензори илдең көнсығыш сигендә урынлашҡан.

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарыҮҙгәртергә

Файл:Рельеф ДРК.png
КДР рельефы

Ер аҫты байлыҡтары баҡыр, кобальт, кадмий, боксит, тимер мәғдәне, күмер, таш, алмас, алтын, көмөш, нефть, цинк, марганец, ҡурғаш, уран. Республика территорияһында урандың бөтә донъяла табылған запастарының яртыһынан күберәге урынлашҡан. Малахит колумбит-танталит ятҡылыҡтары бар. Ил территорияһында Африка баҡыр бүлкәтенең өлөшө урынлашҡан.

Хайуандар донъяһыҮҙгәртергә

Фаунаһы фил, арыҫлан, гепард, леопард, каракал, шимпанзе, горилла, жираф, окапи, зебра, бүреләрҙән ғибәрәт. Йылғаларҙа крокодил һәм бегемоттар, ә саванналарҙа — Африка буйволдары, антилопа һәм башҡа үлән ашаусы тояҡлылар күп. Шулай уҡ күп төрлө йыландар осрай, айырыуса мамба айырыла (донъяла иң ағыулы йыландарҙың береһе). Ҡоштар араһында: фламинго, берғаҙан, тутыйғош, селәр, нектарница, Африка тәгәрлеге. Бик күп бөжәктәр, шул иҫәптән малярия серәкәйе һәм йоҡо ауырыуына килтереүсе цеце себене бар.

ТарихыҮҙгәртергә

Конгоның боронғо халҡы пигмеиҙар булған. Б.э. тиклем II мең йыллыҡта төньяҡтан игенселек менән шөғөлләнеүсе банту ҡәбиләләре килә башлай, улар үҙҙәре менән игенселек, металлургия алып килә, беренсе дәүләт ойошмалары төҙөй. Улар араһында иң мөһиме Конго короллеге була, яҡынса XIV быуаттарҙа барлыҡҡа килә, ул Анголаның төньяғын да биләп торған. Был дәүләт хакимдары мани-конги титулын йөрөткән, ә баш ҡалаһы булып Мбанза-Конго торған.

XV быуат аҙағында Конго йылғаһы тамағында португалдар барлыҡҡа килә. Конго хужаларының төп килеме Европа илдәре менән, бигерәк тә Португалия менән ҡолдар менән сауҙа итеү булған. Конгелез ҡолдары Америка плантацияларында файҙаланылған.

1876 йылда илгә бельгиялылар үтеп инә.

1885—1908 йылдарҙа ил Конго Ирекле дәүләте исеме аҫтында Бельгия короле Леопольд II шәхси милке булған[27]. Тарихтың был осорона аяуһыҙ диктатура хас, ул урындағы халыҡты каучук һәм фил һөйәге табыуға мәжбүр иткән. 1908 йылда Леопольд был территорияны Бельгия хөкүмәтенә һата һәм ил Бельгия Конгоһы булараҡ билдәле Бельгия колонияһы була.

1960 йылдың майында Патрис Лумумба етәкселегендәге Конго Милли хәрәкәте урындағы парламентта һайлауҙарҙа еңеп сыға[28]. 1960 йылдың 30 июнендә ил Конго Республикаһы исеме аҫтында бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Африканың бөйөк Конго йылғаһының уң ярында урынлашҡан Урта Конго бойондороҡһоҙлоҡ алыу менән «Конго республикаһы» исемен һайлағанға күрә, күпмелер ваҡыт был илдәрҙе баш ҡалаларының исемдәре менән генә айыралар — Конго-Браззавиль Республикаһы һәм Конго-Леопольдвиль Республикаһы (Леопольдвилдең хәҙерге исеме Киншаса).

Бер аҙҙан һуң бойондороҡһоҙлоҡ алыу менән ил Катанга (Бельгияның Union Minière корпорацияһы менән бәйле CONAKAT, уң партияның лидеры Моиз Чомбе етәкселегендәге[27]) һәм Көньяҡ Касаи көньяҡ-көнсығыш провинцияларында (Лумумбаның элекке көрәштәше Альбер Калонджиетәкселегендә) сепаратизмы менән осраша.

1960 йылдың 5 сентябрендә президент Касавубу Лумумбаны премьер-министры вазифаһынан алып ташлай, был илдә күп йыллыҡ сәйәси көрсөккә сәбәпсе була.

1961 йылда конголез армияһы генераль штабы начальнигы Мобуту (буласаҡ диктатор, 1971 Конгоны Заир тип үҙгәртә) оппозициялағы Лумумбаны уның дошмандарына — үҙҙәре иғлан иткән Катанганың ҡораллы көстәренә йәшерен тапшыра[27], бельгиялылар ярҙам иткән сепаратистар Лумумбаны ҡаты язалайҙар һәм үлтерәләр (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, АҠШ ЦРУ-һының махсус операциялары Конгоның милли лидерын үлтереүҙе планлаштыра[29]).

 
Конго Демократик Республикаһы халҡының йәш-енси пирамидаһы 2020 йылдарҙа

1963 йылдың ғинуарына БМО ғәскәрҙәре Конго хөкүмәтенә илдең көньяҡ-көнсығышында фетнәне баҫтырырға ярҙам итә. Граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә илде европеоид халҡы ҡалдыра, ул Катангала иң ҙур диаспора тәшкил итә ине (Конго Республикаһының йөҙ меңдән ашыу аҡ тәнле халыҡтың 31% - ы бойондороҡһоҙлоҡтоң беренсе йылдарына тура килә)[30].

1964 йылда президент Касавубу эмиграциянан ҡайтҡан Моиз Чомбены Конгоның премьер-министры итеп тәғәйенләй. Чомбе Хөкүмәте Лумумба яҡлылар күтәргән Симба ихтилалын баҫтыра. 1965 йылдың яҙында Чомбеның CONACO партияһы парламент һайлауҙарында еңеү яулай. Әммә октябрҙә Касавубу Чомбены хөкүмәт башлығы вазифаһынан бушата һәм Эварист Кимба менән алмаштыра.

1965 йылдың ноябрендә Мобуту, АҠШ һәм Бельгиянан үҙенең ғәскәрҙәрен премиялауға финанс ярҙамы ала[31], дәүләт түңкәрелеше ҡыла һәм президент Касавубуны ҡолата.

1966 йылда Мобуту хөкүмәте баш ҡалаға яңы исем — иҫке Леопольдвиль исеме урынына Киншаса исемен бирә.

1971 йылдың 27 октябрендә ил үҙе Заир тип үҙгәртелә.

1997 йылда Мобуту диктатураһы ҡолатылғандан һуң (Беренсе конголез һуғыш һөҙөмтәһендә) ил хәҙерге исеме — Конго Демократик Республикаһы исемен йөрөтә

1998—2002 йылдарҙа ил Бөйөк Африка һуғышының (Икенсе Конголез һуғышы) аренаһы булып тора[32] , уға Үҙәк һәм Көньяҡ Африканың барлыҡ дәүләттәре йәлеп ителә.

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәргә эйә, ул 1960 йылдың 7 июлендә СССР менән төҙөлә

ХалҡыҮҙгәртергә

 
Конго Демократик Республикаһы халҡының йәш-енси пирамидаһы 2020 йылдарҙа
Йыл Халыҡ
1 5 000 000
1000 10 000 000
1500 20 000 000
1880 30 000 000[33]
1900 440 8 000
1960 16 600 000
2000 500 000 49
2010 68 000 000
2020 101 000 000
2100 (фараз) 275 000 000

Халыҡ һаны — 101,8 миллион (халыҡ иҫәбен алыу: июль 2020; донъяла 15-се урын).

Йыллыҡ артымы — 3,18 %.

Тыуым — 1000 ҡатын-ҡыҙға 41 (бер ҡатын-ҡыҙға 5,77 тыуым, донъяла 3-сө урын).

Үлем — 1000 кешегә 8,4 .

Сабыйҙар үлеме — 1000 сабыйға 64,5

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 59 йәш ир-егеттәр өсөн, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 63 йәш.

СПИД менән зарарланыу (ВИЧ) — 0,8 % (2018 йылғы баһа буйынса, зарарланыусылар 800 000).

Грамоталылыҡ — 88,5 % ир-егеттәр өсөн; 66,5 % ҡатын-ҡыҙҙар өсөн (2016 йыл баһаһы). Башланғыс белем биреү колониаль осорҙа уҡ билдәләнә, шул уҡ ваҡыттағы Африка өсөн был бик һирәк күренеш була.

Ҡала халҡы — 45,6 %.

Этник составы: 200-ҙән ашыу халыҡтар, 242 тел, башлыса банту; дүрт ҙур халыҡ — монго, луба, конго һәм мангбету-азанде бергә халыҡтың 45 % тәшкил итә.

Диндәр: католиктар — 29,9 %; протестанттар — 26,7 %; башҡа христиандар — 36,5 %; кимбангистар — 2,8 %; мосолмандар — 1,3 %; синкретик һәм абориген культтары — 2,8 %.

ТелдәрҮҙгәртергә

Конго Демократик Республикаһы дәүләт теле булып француз теле тора, этник нейтраль тел, ул илдә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре араһында аралашыуҙы еңеләйтә.

Конго Демократик Республикаһы күп телле ил булып тора, унда баһалар буйынса дөйөм алғанда 242 йәнле һөйләү теле бар. Ethnologue 215 тел иҫәпләй. Рәсми тел булып француз теле тора, ул колониаль осорҙан мираҫ булып күскән. Дүрт теле «милли» статусҡа эйә: конго, лингал, суахили, луба.

Лингала (үҙәктә һәм төньяҡ-көнбайышта милләт-ара аралашыу теле ), кингвана ( суахили диалекты, илдең үҙәк һәм көнсығышында), киконго (көньяҡ-көнбайыш), чилуба (үҙәге һәм көньяҡ-көнбайыш). Шулай уҡ, колониаль осор дауамында илдең рәсми теле булып голланд теле торған, әммә артабан уны француз теле ҡыҫырыҡлап сығарған. Дөйөм алғанда яҡынса дәүләт территорияһында яҡынса 242 тел йөрөй.

Ил Бельгия колонияһы булған саҡта, башланғыс мәктәптә 4 тел уҡытыла, был уны Европа колониаль осоронда милли телдәрҙә грамотаға эйә булған иң һирәк Африка иле яһай. Колониаль осорҙа голланд һәм француз телдәре рәсми телдәр була, әммә француз теле иң мөһим тел булып ҡала.

Административ бүленешеҮҙгәртергә

 
Конго Демократик Республикаһының административ бүленеше

Конго Демократик Республикаһының алминистратив бүленеше конституция һәм ғәмәлдәге закон менән регламентлана.

Конго Демократик Республикаһы 26 провинцияға бүленә. Һәр провинцияны башында губернаторы тора, уны халыҡ 5 йыл мөҙҙәткә һайлай. Провинцияларҙа Закондар сығарыу власының юғары органдары булып халыҡ вәкилдәренең урындағы советтары тора, улар халыҡ тарафынан биш йыл мөҙҙәткә һайлана.

Дәүләт ҡоролошоҮҙгәртергә

Дәүләт ҡоролошоноң нигеҙҙәреҮҙгәртергә

Конго Демократик Республикаһы — президентлыҡ төрөндәге федератив республика. Дәүләттең төп законы булып конституция тора, ул 2006 йылда ҡабул ителә. 2006 йылғы конституция, шулай уҡ Өсөнсө республика конституцияһы булараҡ та билдәле, 2006 йылдың февралендә көсөнә инә. Яңы конституция буйынса КДР ике палаталы булып ҡала: Сенат 108 ағзанан тора, улар төбәк парламенттар тарафынан биш йылға һайлана һәм 500 кешенән торған Милли йыйылыш, уны биш йыл мөҙҙәткә халыҡ һайлай. Башҡарма хакимиәт президент һәм Милли йыйылышта күпселек тәшкил иткән һәм партиянан премьер-министр етәкләгән хөкүмәт араһында бүленгән була. Хөкүмәт парламент алдында яуаплы, ә президент икенсе мөҙҙәткә һайланыу мөмкинлеге менән биш йылға һайлана. Яңы конституция шулай уҡ төбәктәргә яңы вәкәләттәр бирә. Провинцияларҙа закон сығарыу органдары губернаторҙарҙы — региональ хөкүмәт башлыҡтарын һайлау хоҡуғына эйә. Шулай уҡ яңы конституция буйынса Юғары суд өс яңы институтҡа бүленә. Конституцияға аңлатма биреү прерогативаһы Конституция судына күсә.

ХөкүмәтҮҙгәртергә

Дүрт йыллыҡ күсеш осоронан һуң ике Конституция араһында хакимияттең барлыҡ тармаҡтарындағы төрлө кимәлдәрҙә яңы сәйәси институттар ойошторолдо, яңы административ бүленеш, КДР сәйәси системаһы ҡабул ителде, ниһәйәт, президенты демократик республиканың тотороҡло төрөн ҡабул итте. 2003 йылдың күсмә Конституцияһы ҡарарҙары нигеҙендә, ике палатанан — Сенат һәм Милли йыйылыштан торған закон сығарыу органы төҙөлә[34]. Сенат, башҡаларҙан тыш, яңы конституцияны эшләү буйынса яуаплы. Башҡарма власть президент һәм дүрт вице-президент етәкләгән 60 ағзанан тороусы министрҙар кабинетына һалына. Президент ҡораллы көстәрҙең юғары баш командущийы вәкәләттәрен ала. Кусмә конституция шулай уҡ конституцияны аңлатыу хоҡуғына эйә булған Юғары суд етәкселегендә сағыштырмаса бойондороҡһоҙ суд системаһын билдәләй.

 
Чисекеди Феликс, Конго Демократик Республикаһының бишенсе президенты

ПарламентҮҙгәртергә

Конго Демократик Республикаһы парламенты ике палаталы:

  • Милли ассамблеяһы — түбәнге палата
  • Сенат — үрге палата

2011 йылғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Милли ассамблеяла иң күп урынды (500-ҙән 62) президент Кабил Жозеф партияһы ала (Реконструкция һәм халыҡ демократик партияһы).

2007 йылдың 19 ғинуарында Сентаҡа һайлауҙар йомғаҡтары буйынса президентпартияһы 22 урын, 7 партия — 14-тән алып 2 урынға тиклем, 18 партия — 1-шәр урын, шулай уҡ Сенатҡа 26 партияһыҙ үтә.

КоррупцияҮҙгәртергә

1965 йылдан алып 1997 йылға тиклем Конго Демократик Республикаһы менән хакимлыҡ иткән ғәмәлдә коррупцияны институционализациялай, был илде 1996 йылда иҡтисади һәләкәткә килтерә [35]. Үҙенең хакимлығы ваҡытында Мобуту 4 миллиардтан алып 5 миллиард АҠШ долларына тиклем аҡса үҙләштерә[36]. 2009 йылдың июль айында Швейцария суды Мобутуның сит ил активтарын ҡайтарыу буйынса (Швейцария банктарында булған 6,7 миллион АҠШ долларына яҡын) элекке дәғүәләрҙең ваҡыты сыҡҡан, шуға күрә активтар уныңғаиләһенә тапшырылырға тейеш, тип билдәләй[37].

Президент Кабил Жозеф, 2001 йылда власҡа килгәс, иҡтисади енәйәттәр менән көрәш буйынса комиссия ойоштора[38].

Кеше хоҡуҡтарыҮҙгәртергә

БМО-ның ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү буйынса комитеты 2006 йылда, һуғыштан һуңғы күсеү осоронда ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәттәр һәм гендер тиңлеген үтәү өҫтөнлөклө маҡсат сифатында ҡаралмай, тип борсолоуын белдерҙе[39][40]. Илдең көнсығышы, атап әйткәндә, «көсләүҙәрҙең донъя баш ҡалаһы» тип атала, ә сексуаль көсләүҙәрҙең таралыуы донъяла ҙур түгел тип баһалана[41][42]. Проблема, халыҡтың күпселеге ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуҙы норма тип ҡабул итеү менән ҡатмарлаша[43]. 2007 йылдың июлендә Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитеты Конго Демократик Республикаһының көнсығышындағы хәлгә борсолоу белдерә[44]. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса донъяның ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң ҡурҡыныс рейтингын баҫтырып сығарған Thomson Reuters Foundation мәғлүмәттәре буйынса, Конго Демократик Республикаһы сәламәтлек һаҡлау өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәүеф-хәтәр күп булған дәүләттәр исемлегендә етенсе урында тора[45].

ИҡтисадыҮҙгәртергә

 
Беренсе поезд Кинду ҡалаһына яңыртылған тимер юл буйлап Лубумбаштан килә

Тәбиғи ресурстары — донъяла иң ҙур запасы кобальт, германия, тантал, алмаз иң ҙур запас африкала уран, вольфрам, баҡыр, цинк, ҡурғаш запасын бериллий, литий, ниобий, ҙур ятҡылыҡтары нефть, күмер, мәғдән тимер, марганец, алтын, көмөш, боксит. Малахит тәьмин тәбиғәте буйынса Лидер[46]. Гидроэнергия ҙур ресурстар, урман.

2002 йылда граждандар һуғышынан һуң, илдең иҡтисади хәле яҡшыра башлағас менән тамамланды. Власть һәм халыҡ-ара финанс ойошмалары менән дрк илдәр менән мөнәсәбәттәрен яңырта, ярҙам күрһәтә. Сектор тау тергеҙеү эштәре, төп килем сығанаҡтары экспорты, 2006-08 йылдарҙа тулайым арта килтереп булмай. Әммә төп экспорт тауарҙарына хаҡтар төшөүе 2008 йыл аҙағында һәм яңы һорау менән илдең иҡтисадын дрк торғонлоғоноң килтерә.

Йән башына ЭТП буйынса мәғлүмәт ХВФ, 2017 йылда — 790 доллар тирәһе. (185 йыл донъяла урын).

Сәнәғәте — руда (алмаз, алтын, баҡыр, кобальт, цинк), продукцияларҙы ҡулланған (текстиль, аяҡ кейеме, тәмәке, эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек продукцияһын), lambers.

Ауыл хужалығы — кофе, шәкәр, май пальмаһы, каучук, сәй, хинин, кассава (тапиока), банан, корнеплод, кукуруз, емеш-еләк; малсылыҡ һүлпән үҫешкән.

Киң мәғлүмәт сараларыҮҙгәртергә

Экспорт (8,3 млрд доллар. 2017) — баҡыр, кобальт, алмаз, алтын, ағас материалдары, нефть, кофе. Экспорттың төп һатып алыусылары (2017): Ҡытай — 39,7 %, Бельгия — 21,7 %, Көньяҡ Корея — 7,2 %, Сәғүд Ғәрәбстаны — 7,1 %.

Импорт (5,0 млрд доллар. 2017) — аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү продукцияһы, транспорт саралары, яғыулыҡ. Төп тәьми итеүсе илдәр (2017): Ҡытай — 19,4 %, Көньяҡ Африка Республикаһы — 9,9 %, Замбия — 10,6 %, Бельгия — 9 %.

Тышҡы бурысы — 5,324 млрд доллар. (2017 йыл)[47].

Рәсми статистикала Конго тышҡы сауҙаһының мөһим пункты төшөп ҡалған  — тантал сеймалының күләгәләге экспорты. Хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары һәм халыҡ-ара матбуғат тарафынан ҡара баҙарҙа Конгонан танталит менән легаль булмаған сауҙа итеү мәсьәләләре әүҙем яҡтыртыла. Быға ҡатнашыуҙа донъяның иң эре электроника етещтереүселәре, мафия, Конго менән күрше хөкүмәттәр ғәйепләнә[48][49]. 2003 йылда «The New York Times» гәзитендә Ҡаҙағстандың «Казатомпром» предприятиһы адресына Конго сеймалын законһыҙ рәүештә импортлауға ҡағылышлы яҙыуҙар күренә. Ошо уҡ мәсьәлә «ОКО» гәзитендә яҡтыртыла (2003 йылдың 11 апрелендәге № 114 гәзит[50])[51]. 2002 йылда Бельгияла хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары тарафынан «Минең кеҫя телефонында ҡан таптары юҡ! Конгола һуғышты туҡтатығыҙ!» социаль кампанияһы үткәрелә[52]. Тантал сеймалын законһыҙ һатыу проблемаларына 2010 йылда йылда «Кровь на твоем мобильном» документаль фильмы арнала[53].

МәҙәниәтҮҙгәртергә

Ил ҙур этномәҙәни төрлөлөгө менән айырыла (200-ҙән ашыу халыҡтар, 242 тел бар).

Киң мәғлүмәт сараларыҮҙгәртергә

Дәүләт телерадиокомпанияһы RTNC (франц. Radio-Télévision nationale congolaise «Конголез милли радиоһы һәм телевидениеһы»); элек — OZRT (франц. Office zaïrois de radiodiffusion et de télévision «Заир телевидение һәм радиотапшырыуҙар идаралығы»), үҙ эсенә RTNC 1 (1976 йылдан) һәм RTNC2 (1999 йылдың мартынан) телеканалдарын, дөйөм милли RTNC Nationale Chaîne радиостанцияһын һәм төбәк радиостанциялар селтәрен ала (RTNC Chaîne Kinshasa һ. б.).

СпортҮҙгәртергә

 
Киншасала тыуған Клод Макелел Франция йыйылма командаһы өсөн 70-тән ашыу уйын уйнаған

Футбол иң популяр спорт төрө булып тора. Милли футбол тарихында иң уңышлы осор - 1960 һәм 1970 йылдар, Заир йыйылма командаһы ике тапкыр Африка милләттәре Кубогын (1968 һәм 1974) яулай, ә 1974 йылда үҙ тарихында беренсе тапҡыр Германияла донъя чемпионатында ҡатнаша, унда төркөмдә бөтә өс уйында 0-14 иҫәбе менән отола (Югославия йыйылмаһынан 0:9 иҫәбе менән еңелеүҙе индереп). 1990 һәм 2000 йылдарҙа Конго Демократик Республикаһы йыйылмаһы Африка милләттәренең Кубогында даими ҡатнаша, 1998 йылда өсөнсө урын яулай. Конго Демократик Республикаһының иң яҡшы футболсылары Англия, Германия, Бельгия, Франция һәм башҡа илдәрҙең чемпионаттарында Европа клубтары өсөн сығыш яһай. XXI быуатта илдең иң көслө футболсылары араһында Шабани Нонда, Дьёмерси Мбокани, Юссуф Мулумбу, Седрик Макьяди, Шансель Мбембуны билдәләп китергә мөмкин.

Конго Демократик Республикаһында тыуған футболсыларҙың күбеһе Европаға күсенеп, Евросоюздың, башлыса, Францияның һәм Бельгияның граждандары булып китә. Франция йыйылмаһы өсөн голкипер Стив Манданда, ярымһаҡсылар Клод Макелеле, Янн М'Вилла, Рио Мавюба (уның атаһы 1974 йылда донъя чемпионатында Заир йыйылмаһы өсөн сығыш яһай), һөжүмсе Пег Люйиндюла сығыш яһай.

Конго Демократик Республикаһы даими йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша, ғәҙәттә 5-10 буйынса спортсы ебәрә. Олимпия уйындарында миҙал яулаған спортсылары әлегә юҡ.

Ҡораллы көстәрҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Институт статистики ЮНЕСКО
  2. 2,0 2,1 2,2 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  3. https://www.yahoo.com/news/dr-congo-political-heavyweight-moise-katumbi-returns-home-135221830.html
  4. https://www.ncnk.org/sites/default/files/content/resources/publications/NCNK_Issue_Brief_DPRK_Diplomatic_Relations.pdf
  5. https://www.interpol.int/Member-countries/WorldИнтерпол.
  6. https://www.opcw.org/about-opcw/member-states/ОЗХО.
  7. https://www.iho.int/srv1/index.php?option=com_wrapper&view=wrapper&Itemid=452&lang=enМеждународная гидрографическая организация.
  8. http://www.unesco.org/eri/cp/ListeMS_Indicators.asp
  9. http://www.upu.int/en/the-upu/member-countries.html
  10. https://www.itu.int/online/mm/scripts/gensel8
  11. http://icdo.org/who-we-are/members/member-states.html
  12. https://public.wmo.int/en/members/congo
  13. https://public.wmo.int/en/members/democratic-republic-of-congo
  14. https://www.who.int/choice/demography/by_country/en/
  15. Департамент по экономическим и социальным вопросам ООН — 1948.
  16. Отчёт о развитии человечестваПрограмма развития ООН.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 https://apps.who.int/gho/athena/data/xmart.csv?target=GHO/SDGSUICIDE,SDG_SH_STA_SCIDEN&profile=crosstable&filter=COUNTRY:*;REGION:*;AGEGROUP:-&x-sideaxis=COUNTRY;SEX&x-topaxis=GHO;YEAR
  18. http://chartsbin.com/view/edr
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 World Plugs / под ред. Международная электротехническая комиссия
  20. http://mentalfloss.com/article/29854/6-extremely-rare-national-animals2
  21. Институт статистики ЮНЕСКО
  22. 22,0 22,1 22,2 22,3 22,4 22,5 22,6 22,7 http://www.cd.undp.org/content/dam/dem_rep_congo/docs/MDG/Anuaire%20Statistique%20RDC%202014.pdf
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 http://www.ins-rdc.org/sites/default/files/Annuaire%20statistique%202015%20Web.pdf
  24. 2020 Democracy Index
  25. 25,00 25,01 25,02 25,03 25,04 25,05 25,06 25,07 25,08 25,09 25,10 25,11 25,12 https://www.bti-project.org
  26. 26,0 26,1 26,2 International Numbering Resources Database: ITU-T E.129 National-only numbers linked with emergency services and other services of social value / под ред. Международный союз электросвязи
  27. 27,0 27,1 27,2 Человек, не захотевший быть обезьяной. Настоящая история Патриса Лумумбы. www.aif.ru. 2 октябрь 2015 тикшерелгән.
  28. Человек, не захотевший быть обезьяной. Настоящая история Патриса Лумумбы. www.aif.ru. Дата обращения: 2 октября 2015.
  29. "ЛУМУМБУ НУЖНО ЛИКВИДИРОВАТЬ". www.trud.ru. 2 октябрь 2015 тикшерелгән.
  30. Владимир Абаринов. Попытка к бегству. www.africana.ru. 2 октябрь 2015 тикшерелгән.
  31. Уильям Блум Убийство демократии — Кучково поле, 2013. — 704 б. — ISBN 978-5-9950-0312-0.
  32. Коновалов И.П. «Африканские войны современности» (2013-10-31).
  33. Belgium's genocidal colonial legacy haunts the country’s future
  34. Full text of constitution (French)
  35. Nafziger, E. Wayne; Raimo Frances Stewart War, Hunger, and Displacement: The Origins of Humanitarian Emergencies — 2000. — Б. 261. — ISBN 0-19-829739-4.
  36. Mesquita, Bruce Bueno de The Logic of Political Survival — 2003. — Б. 167. — ISBN 0-262-02546-9.
  37. Court agrees to release Mobutu assets. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 сентябрь 2015.. Swissinfo, Basel Institute of Governance, 14 July 2009.
  38. Werve, Jonathan The Corruption Notebooks 2006 — 2006. — Б. 57.
  39. Concluding comments of the Committee on the Elimination of Discrimination against Women: Democratic Republic of the Congo (PDF). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 апрель 2013.
  40. Violence Against Women in the Democratic Republic of Congo (DRC) (PDF). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 апрель 2013.
  41. Prevalence of Rape in E. Congo Described as Worst in World.
  42. UN official calls DR Congo 'rape capital of the world.'.
  43. UN expert on violence against women expresses serious concerns following visit to Democratic Republic of Congo. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 февраль 2008.
  44. DRC: 'Civilians bearing brunt of South Kivu violence'. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 апрель 2013.
  45. Thomson Reuters Foundation The world’s five most dangerous countries for women 2018. poll2018.trust.org. 14 ғинуар 2019 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  46. Малахит — прошлое, настоящее, будущее
  47. Список стран по внешнему долгу, оценка ЦРУ // nonews.co
  48. Первая мировая африканская война | Геополитика®
  49. Д. Колесник. Кровь в мобильном // «Скепсис»
  50. Танталовый скандал | Номад | 26.04.2003
  51. Вывозил ли КазАтомпром нелегальный тантал из Конго? Продолжение расследования | ЦентрАзия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 ғинуар 2014. 11 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  52. Олег Туров. Танталитовы муки Архивная копия от 29 апрель 2019 на Wayback Machine / «Эксперт» № 19(326) / 20 мая 2002
  53. Кровь на твоём мобильном. 3 ғинуар 2020 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Л.Бушуева «Все страны мира» — РИПОЛ — 2009.
  • Young, M. Crawford; Turner, Thomas Edwin The Rise and Decline of the Zairian State — illustrated, reprint. — University of Wisconsin Press (инг.)баш., 2013. — ISBN 978-0299101138.
  • Clark, John F., The African Stakes of the Congo War, 2004.
  • Callaghy, T., The State-Society Struggle: Zaire in Comparative Perspective. New York: Columbia University Press, 1984, ISBN 0231057202.
  • Devlin, Larry (инг.)баш. Chief of Station, Congo: A Memoir of 1960–67 — New York: PublicAffairs (инг.)баш., 2007. — ISBN 978-1586484057..
  • Drummond, Bill and Manning, Mark, The Wild Highway, 2005.
  • Edgerton, Robert, The Troubled Heart of Africa: A History of the Congo. St. Martin’s Press, 2002.
  • Exenberger, Andreas/Hartmann, Simon. The Dark Side of Globalization. The Vicious Cycle of Exploitation from World Market Integration: Lesson from the Congo, Working Papers in Economics and Statistics 31, University Innsbruck 2007.
  • Exenberger, Andreas/Hartmann, Simon. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. ., Paper to be presented at the Workshop «Colonial Extraction in the Netherlands Indies and Belgian Congo: Institutions, Institutional Change and Long Term Consequences», Utrecht 3-4 December 2010.
  • Gondola, Ch. Didier, «The History of Congo», Westport: Greenwood Press, 2002.
  • Joris, Lieve, translated by Waters, Liz, The Rebels' Hour, Atlantic, 2008.
  • Justenhoven, Heinz-Gerhard; Ehrhart, Hans Georg. Intervention im Kongo: eine kritische Analyse der Befriedungspolitik von UN und EU. Stuttgart: Kohlhammer, 2008. (In German) ISBN 978-3170207813.
  • Kingsolver, Barbara. The Poisonwood Bible HarperCollins, 1998.
  • Larémont, Ricardo René, ed. 2005. Borders, nationalism and the African state. Boulder, Colorado and London: Lynne Rienner Publishers.
  • Lemarchand, Reni and Hamilton, Lee; Burundi: Ethnic Conflict and Genocide. Woodrow Wilson Center Press, 1994.
  • Mealer, Bryan: «All Things Must Fight To Live», 2008. ISBN 1596913452.
  • Melvern, Linda, Conspiracy to Murder: The Rwandan Genocide and the International Community. Verso, 2004.
  • Miller, Eric: «The Inability of Peacekeeping to Address the Security Dilemma», 2010. ISBN 978-3838340272.
  • Mwakikagile, Godfrey, Nyerere and Africa: End of an Era, Third Edition, New Africa Press, 2006, «Chapter Six: Congo in The Sixties: The Bleeding Heart of Africa», pp. 147—205, ISBN 978-0980253412; Mwakikagile, Godfrey, Africa and America in The Sixties: A Decade That Changed The Nation and The Destiny of A Continent, First Edition, New Africa Press, 2006, ISBN 978-0980253429.
  • Nzongola-Ntalaja, Georges, The Congo from Leopold to Kabila: A People’s History, 2002.
  • O’Hanlon, Redmond, Congo Journey, 1996.
  • O’Hanlon, Redmond, No Mercy: A Journey into the Heart of the Congo, 1998.
  • Prunier, Gérard, Africa’s World War: Congo, the Rwandan Genocide, and the Making of a Continental Catastrophe, 2011 (also published as From Genocide to Continental War: The Congolese Conflict and the Crisis of Contemporary Africa: The Congo Conflict and the Crisis of Contemporary Africa).
  • Renton, David; Seddon, David; Zeilig, Leo. The Congo: Plunder and Resistance, 2007. ISBN 978-1842774854.
  • Reyntjens, Filip, The Great African War: Congo and Regional Geopolitics, 1996—2006 , 2009.
  • Rorison, Sean, Bradt Travel Guide: Congo — Democratic Republic/Republic, 2008.
  • Schulz, Manfred. Entwicklungsträger in der DR Kongo: Entwicklungen in Politik, Wirtschaft, Religion, Zivilgesellschaft und Kultur, Berlin: Lit, 2008, (in German) ISBN 978-3825804251.
  • Stearns, Jason: Dancing in the Glory of Monsters: the Collapse of the Congo and the Great War of Africa, Public Affairs, 2011.
  • Tayler, Jeffrey, Facing the Congo, 2001.
  • Turner, Thomas, The Congo Wars: Conflict, Myth and Reality, 2007.
  • Van Reybrouck, David, Congo: The Epic History of a People, 2014
  • Wrong, Michela, In the Footsteps of Mr. Kurtz: Living on the Brink of Disaster in Mobutu’s Congo.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә