Британия Виргин Утрауҙары

(Британия Виргин утрауҙары битенән йүнәлтелде)

Британия Виргин Утрауҙары - [1] (ингл. British Virgin Islands (BVI)) — Бөйөк Британияның бойондороҡло биләмәһе, Кариб диңгеҙенең төньяҡ-көнсығышында Виргин утрауҙары архипелагының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 151 км² булған 36 утрауҙы биләй, шуларҙың 16-һында халыҡ йәшәй. Иң ҙур утрауҙар булып Тортола (55 км²), Анегада (38 км²), Верджин-Горда (21 км²) һәм Йост-Ван-Дейк (8 км²) тора.

Британияның Виргин утрауҙары
British Virgin Islands
Flag of the British Virgin Islands.svg Британия Виргин утрауҙары гербы
Флаг
Гимн: «God Save the Queen»
LocationBritishVirginIslands.png
Үҙаллылыҡ датаһы юҡ, 1967 йылдан эске идара итеү
Рәсми телдәр инглизсә
Баш ҡала Род-Таун
Эре ҡалалар Род-Таун
Идара итеү төрө конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре
Губернатор

Премьер-министр

Вильям Бойд Макклиари

Орландо Смит

Территория
• Бөтәһе

153 км²
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

24 939 чел.
163 чел./км²
Валюта АҠШ доллары
Интернет-домен .vg[d]
Код ISO VG
МОК коды IVB
Телефон коды +1-284
Сәғәт бүлкәте -4

Баш ҡалаһы — Род-Таун, Тортола утрауында урынлашҡан. Бөтә утрауҙарҙың халҡы 35 меңләп кеше тәшкил итә, өҫтәүенә уларҙың 90 проценты самаһы Тортолала йәшәй.

Терр-яның рәсми теле — инглиз теле, валюта — АҠШ доллары (1959 йылдан алып).

ГеографияһыҮҙгәртергә

 
Британия Виргин утрауҙары

Виргин утрауҙары — Кесе Антиль утрауҙарының иң төньяҡ өлөшө. Британия Виргин Утрауҙары архипелагтың төньяҡ-көнсығыш өлөшөн биләй. Уның үҙәк өлөшөнАҠШ Виргин утрауҙары биләй, сәйәси яҡтан Пуэрто-Рикоға ҡараған Испанияның Виргин утрауҙары тағы ла көнбайыштараҡ ята. Британияның Виргин утрауҙарынан көнсығышҡа табан яҡынлашҡан ҡоро ер — Англияның диңгеҙ аръяғы биләмәһенә ҡараған Сомбреро утрауы.

Утрауҙар башлыса убалы, ҡайһы бер тигеҙлектәрҙә: Тортола утрауының бейек нөктәһе — 530 м, ә Анегада утрауҙары — ни бары 8 м.

Йылға һәм күлдәр юҡ, ер аҫты һыуҙары тәрән ята. Быға тиклем (һәм бөгөнгө көнгә тиклем) ямғыр һыуын резервуарҙарға йыя торғайнылар, хәҙер, мөмкин булған урында, һыу һиптергес ҡулайламалар файҙаланыла.

Утрауҙарҙың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын күп осраҡта кешеләр юҡ иткән.

Климаты тропик, пассатлы, эҫе һәм дымлы, ике ҡоро миҙгелле. Дауыл йыш (июлдән октябргә тиклем) була.

ТарихыҮҙгәртергә

Б. э. т. I быуатта Б. э. т. быуатта утрауға индеецтар аравактар килеп ултырған, һуңыраҡ улар Кесе Антиль утрауҙарының карибтарына, яугир ҡәбиләләренә буйһонған, улар хөрмәтенә Кариб диңгеҙе үҙ исемен ала ла инде.

1493 йылда Христофор Колумб Виргин утрауҙарын аса. Испания Виргин утрауҙарын үҙ биләмәһе тип иғлан итә, ләкин уларҙы үҙләштермәгән. Утрауҙарға инглиздәр, голландтар, француздар, датлылар, шулай уҡ пираттар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Индей халҡын юҡҡа сығаралар тиерлек.

1648 йылда Тортола утрауына голландтар күсергә тырышҡандан һуң, уны 1672 йылда Англия баҫып ала. Һуңынан, 1680 йылда, инглиздәр Анегада һәм Верджин-Горда утрауҙарын биләй. Инглиздәр шәкәр ҡамышы плантацияларын үҫтерә башлай. Бының өсөн Африканан ҡолдар ҡайтарыла.

1834 йылда Англия ҡоллоҡтан баш тарта, һәм плантацияларҙа эшләү өсөн африкандар урынына Һиндостан менән Португалиянан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе йәлеп итә башлай.

Сәйәси ҡоролошҮҙгәртергә

Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәһе. 1967 йылдан алып үҙидаралыҡ бирелә. Британия Виргин Утрауҙарының хөкүмәт органы булып Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығы тәғәйенләгән һәм баш министрҙан, өс министрҙан һәм генераль прокурорҙан торған губернатор етәкселегендәге Башҡарма совет тора.

Закондар сығарыу органы — бер палаталы Ассамблея, ул 4 йылға һайланып ҡуйылған 13 ағзанан һәм вазифаһы буйынса ингән 1 ағзанан (ген. прокурор) тора.

Сәйәси партиялар: Виргин Утрауҙары партияһы һәм Милли-демократик партия. Ассамблеяла күрһәтелмәгәндәр — Мәшәҡәтле Граждандар хәрәкәте һәм Берләшкән партия. 2019 йылдың 25 февралендә парламент һайлауында милли демократиялар өсөн һайлаусыларҙың — 28,2%, ә Виргин утрауҙарының партияһы өсөн 49,4 % тауыш бирә. Ассамблеяла Милли-демократик партия 8 урын яулай, ә Виргин Утрауҙары партияһы —5, Виргин Утрауҙарының прогрессив хәрәкәте —1, берләшкән прогрессистар —1. Эндрю Фахи Британия Виргин Утрауҙарының премьер-министры һәм финанс министры итеп тәғәйенләнә.

Административ бүленешҮҙгәртергә

Округ Административ үҙәк Майҙаны,
км²
Халҡы,
кеше (2006)
Тығыҙлығы,
кеше/км²
1 Тортола Род-Таун 59,2 16 630 280,91
2 Анегада Те-Сетлмент 38,6 204 5,28
3 Верджин-Горда Спаниш-Таун 21,2 3063 144,48
4 Йост-Ван-Дейк Грейт-Харбор (остров Йост-Ван-Дейк) 8,3 176 21,20
5 Башҡа утрауҙара Грейт-Харбор (остров Питер) 25,7 181 7,04
Бөтәһе 153,0 20 254 132,38

Иҫкәрмә: «Башҡа утрауҙар»ға Тортола утрауынан көньяҡтараҡ урынлашҡан һәм Бәләкәй Һеңлеләр утрауҙары тип аталған бәләкәй утрауҙар (Джинджер, Норман, Купер, Солт һәм башҡалар) инә.

ХалҡыҮҙгәртергә

Халыҡ һаны — 37 381 кеше (2020 йылдың июленә ҡарата)[2].

Халыҡтың йыллыҡ үҫеше — 2,14 процент (үҫештең яртыһына тиерлек иммиграция бирә).

Этнораса составы: ҡара тәнлеләр 76,3 %, латин 5,5 %, аҡ тәнлеләр 5,4 %, башҡалар 12,8 % (2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Диндәре: протестанттар 70,2 %, католиктар — 8,9 %, Йәһүә шаһиттары — 2,5 %, башҡалар — 10,5 %, атеистар — 7,9 % (2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Белемлелек — 98 %.

ИҡтисадыҮҙгәртергә

Виргин утрауҙарының иҡтисады — Кариб төбәгендә иң тотороҡло һәм үҫеүсе.

Иҡтисади эшмәкәрлектең төп өлкәһе — туризм (утрауға йыл һайын 800 меңгә яҡын турист килә, башлыса Америка Ҡушма Штаттарынан), шулай уҡ финанс секторының әһәмиәте даими үҫешә.

Британия Виргин утрауҙарында ойошмалар табышына һалым (корпоратив һалым) һәм физик шәхестәр табышына һалым (табыш һалымы), шулай уҡ өҫтәмә хаҡҡа һалым һәм һатыуҙан һалым юҡ[3]. Ләкин коммерция компанияһы, сығарыуға рөхсәт ителгән акцияларҙың максималь күләменә һәм компанияның теркәү датаһына ҡарап, йыл һайын пошлина түләргә тейеш.

Британияның Виргин утрауҙары, шул иҫәптән Рәсәй эшҡыуарҙары араһында ла, популяр офшор юрисдикцияһы булып тора. Әлеге мәлдә 650 меңдән ашыу компания теркәлгән: донъялағы бөтә офшор компанияларының 40 процентҡа тиклеме. Офшор компанияларының эшмәкәрлеген күбеһенсә 2004 йылғы Британия Виргин утрауҙарының коммерция компаниялары тураһындағы Закон көйләй. Популярлыҡтың төп сәбәптәре: юридик шәхесте теркәү һәм ҡарау хаҡының осһоҙлоғо, директорҙың резидентлығына талаптарҙың юҡлығы, устав капиталының минималь дәүмәленә формаль талаптар, шулай уҡ компанияны тиҙ генә (1 көн эсендә) теркәү мөмкинлеге. Конфеденциаллек һуңғы ваҡытҡа тиклем тағы ла бер йәлеп итерлек мәл була: Британияның Виргин утрауҙарында берҙәм дистрибьюторҙар реестры юҡ.

Бынан тыш, компанияның милексеһе тураһындағы мәғлүмәтте айырым бер кешеләр генә белә. Әммә күптән түгел был Британия диңгеҙ аръяғы сит ил юрисдикцияһы властары милекселәрҙең берҙәм асыҡ реестрын булдырыу мөмкинлеген тикшерә башлай: Виргин утрауҙарының финанс хеҙмәттәре буйынса комиссия үҙенең сайтында бенефициар милексеһе хаҡында мәғлүмәткә ҡағылышлы хөкүмәт консультация документын баҫып сығарҙы, уның эксперттар тикшереүе 2013 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды[4].

Сәнәғәт — ром етештереү, еңел сәнәғәт, төҙөлөш.

Ауыл хужалығы — шәкәр ҡамышы (ром етештереү өсөн), йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү, мал һәм ҡош-ҡорт үрсетелә, балыҡсылыҡ алып барыла.

1959 йылдан алып Британияның Виргин утрауҙары үҙ валютаһы сифатында АҠШ долларын файҙалана. Британия Виргин утрауҙары доллары һәм центтары күпләп туристарға һатыла торған сувенир сығарылыштар булып тора. Аҡса һуғыу йорттары (2017 йылға ҡарата 320 тип) утрауҙар өсөн яҡшыртылған сифатта долларҙар һәм центтар номиналында иҫтәлекле тәңкәләр һуға, әммә ғәмәлдәге Британия монархы портреты менән.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. PopulationData.net (оценка на 2010 год). Дата обращения: 6 апрель 2014. Архивировано 2 апрель 2014 года.
  3. Захаров А. С. «Британские виргинские острова (B.V.I.) и обмен налоговой информацией: есть ли опасность для российских бенефициаров?»
  4. Public consultation paper on beneficial ownership information (недоступная ссылка). Дата обращения: 23 декабрь 2013. Архивировано 24 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә