Башҡорт халыҡ йырҙары

башҡорт халҡының халыҡ йырҙары
(Башкирская народная песня битенән йүнәлтелде)

Башҡорт халыҡ йырҙары — көйө лә, һүҙҙәре лә башҡорт халҡы тарафынан ижад ителә.

Башҡорт халыҡ йырҙары
Ил  Башҡортостан Республикаhы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Йыр — башҡорт музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың борондан килгән тормош юлдашы. Уларҙа тарих дәүерендә булып үткән иң мөһим һәм иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһы, ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреше, быуындан-быуынға күсеп килгән йолалары сағылыш тапҡан. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата.

Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел төшһә лә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис юғында көйләргә мөмкин. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡтың үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән.

Көньяк Уралда йәшәүсе башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендә төп урынды йыр поэзияһы биләй. Юғары сәнғәт кимәлендә халыҡтың милли характерын, уның ифрат бай эске донъяһын, фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдырған йырҙар баһаларын бер ни менән билдәләп булмаған мираҫ ул. Йыр — кешеләрҙең көндәлек тормош юлдашы, уға әҙәм балаһы шатлыҡлы көндәрендә лә, ҡайғылы мәлдәрендә лә мөрәжәғәт итә, таяна. «Ел елләмәй томан асылмай, йыр йырламай күңел асылмай», — тип, юҡҡа ғына йырланмайҙыр.

Башҡорт халыҡ йырҙары, ниндәй генә сәхнәнән яңғырамаһын, һәр ваҡыт тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә[1].

Башҡорт халыҡ йырҙары исемлеге

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ йырҙары категорияһына ингән мәҡәләләрҙе лә ҡарағыҙ.

  1. Абдрахман
  2. Абдулла ахун
  3. Азамат
  4. Азаматов кантон
  5. Ай ли, Гөлбикә
  6. Айҙар ғынайым
  7. Аҡ ҡарсыға
  8. Аҡһаҡ ҡола
  9. Алты егет
  10. Арғужа
  11. Аслаев
  12. Асылыкүл
  13. Ашҡаҙар
  14. Балаҡарға
  15. Баяс
  16. Баяс (йыр, риүәйәт)
  17. Буранбай
  18. Бөйрәкәй
  19. Бейеш
  20. Байыҡ
  21. Бөрйәндең егеттәре
  22. Бөҙрә тал
  23. Бүгәс
  24. Бүгәс маршы
  25. Бутис палкауник
  26. Гөлнәзирә
  27. Ғилмияза
  28. Ғүмәров
  29. …ғына ла
  30. Ғәҙебәк Насыр
  31. Ете ҡыҙ
  32. Дошман ҡырҙы Салауат
  33. Зарифа
  34. Заһиҙулла
  35. Зөбәржәт
  36. Зөлхизә
  37. Зөлхәбирә
  38. Зәлифәкәй
  39. Зәйнулла
  40. Илгенәм
  41. Илек буйы
  42. Илсе Ғайса (Ғайса, Ғайса батыр, Ғайса ахун)
  43. Ильяс
  44. Ирәмәл
  45. Ирәндек
  46. Йәнгүзәл
  47. Йыуаса
  48. Йәмле Дим буйы
  49. Каруанһарай
  50. Кейек ҡаҙҙар
  51. Кейәү
  52. Киленсәк
  53. Кутузов
  54. Күсбикә
  55. Көйөлдө
  56. Көйөргәҙе
  57. Кәмәлек
  58. Кәкүк
  59. Кәкүккәй
  60. Ҡалды
  61. Ҡаҫмарт буйы
  62. Ҡаһым түрә
  63. Ҡарабай
  64. Ҡарағай
  65. Ҡара тауыҡ
  66. Ҡарат
  67. Ҡара юрға
  68. Ҡара урман
  69. Ҡаһарман кантон
  70. Ҡолой кантон
  71. Ҡыуатов
  72. Ҡыуғынсылар йырҙары
  73. Любизар
  74. Мал
  75. Маһисәрүәр
  76. Мейәс буйы
  77. Мөғлифә
  78. Мәжлес йыры
  79. Мәҙинәкәй
  80. Мәхмүзә (йыр)
  81. Наза
  82. Олатай
  83. Оҙатыу (йыр)
  84. Өфө
  85. Перовский
  86. Порт-Артур
  87. Салауат
  88. Салауат батыр (йыр)
  89. Саңлы үҙәк
  90. Сибай
  91. Сонайым
  92. Суҡ муйыл
  93. Сыбай ҡашҡа
  94. Сыңрау торна
  95. Сәҙе буйы
  96. Сәлимәкәй
  97. Сәфәр йыры
  98. Сәңгелдәк
  99. Тау йыры
  100. Таштуғай
  101. Тейен тубырсыҡ яра
  102. Томан
  103. Төйәләҫ
  104. Түңәрәк күл
  105. Түрәкәй
  106. Турат сағылы
  107. Тәнәкәй
  108. Тәфтиләү
  109. Уйыл
  110. Урал
  111. Уралым — тыуған төйәгем (С. Юлаев һүҙҙәре)
  112. Үҙ генәйем
  113. Үҙән буйы
  114. Үткән ғүмер
  115. Хан ҡыҙы
  116. Хисам
  117. Хәтирә (йыр)
  118. Хәжирә
  119. Һанаҡа
  120. Һандуғас
  121. Һандуғас менән ҡарлуғас
  122. Һаҡмар
  123. Һары ла сәс
  124. Һыр
  125. Һәләүек
  126. Шарлы урман (йыр)
  127. Шафиҡ
  128. Шаһибәрәк
  129. Шәл бәйләнем
  130. Шәүрә
  131. Элмәлек
  132. Эскадрон
  133. Әй буйы
  134. Әллүки
  135. Әйһәүлүк
  136. Ырымбур
  137. Ынйыҡай менән Юлдыҡай
  138. Ыспрауник
  139. Юлғотло
  140. Ялан Йәркәй
  141. Ямантау
  142. Әрме
  143. Ялсығол
  144. Әпәт (йыр)[2]

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар

үҙгәртергә

Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хәбир Ғәлимов, Әсмә Шайморатова, Флүрә Килдейәрова, Иншар Солтанбаев, Нәжиә Аллаярова, Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов, Ғилман Cәфәрғәлин, Рәшиҙә Әхмәҙиева, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәжит Алкин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Мәғфирә Ғәлиева, Ғәли Хәмзин, Рамаҙан Йәнбәков,Альберт Шәһиев, Райман Ишбаев, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Сулпан Кейекбирҙина, Азамат Тимеров, Хәсән Усманов, Рәмил Туйсин, Лилиә Ишемйәрова, Ян Лира һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡорттоң 100 йыры / Төҙөүсеһе һәм музыка редакторы Мәжит Алкин. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 272 бит. 2021 йыл 23 апрель архивланған.
  • Башкирское народное творчество: Песни и наигрыши/ Сост., вступ. ст. и коммент. P. C. Сулейманова. — Уфа: Башкнигоиздат, 1983. — 309 с.
  • Башҡорт халыҡ моңдары (Башкирские народные мелодии) / Сост., вступ. ст. и коммент. P. C. Сулейманова. — Уфа: Башкнигоиздат, 1991. — 104 с.
  • Башкирское народное музыкальное искусство. Т. I: Эпические песни и напевы /Сост., вступ. ст. и коммент. P. C. Сулейманова; Отв. ред. Ф. А. Надршина, Д. Д. Хасаншин. — Уфа: Китап, 2001. — 240 с.(на башк. яз.).
  • Башкирское народное музыкальное искусство. Т. II (в двух частях): Лирические песни и напевы / Сост., вступ. ст. и коммент. P. C. Сулейманова; Отв. ред. Д. Д. Хасаншин. — Уфа, 2001. — 196 с.
  • Башкирское народное музыкальное искусство. Т. II: Лирические песни и напевы / Сост., вступ. ст. и коммент. P. C. Сулейманова; Отв. ред. Д. Д. Хасаншин. — Уфа: Китап, 2002. — 236 с.(на башк. яз.)
  • Башкирское народное музыкальное искусство. T.III: Лирико-драматические песни и напевы /Сост., вступ. ст. и коммент. P. C. Сулейманова; Отв. ред. М. И. Дильмухаметов, Д. Д. Хасаншин. — Уфа, 2001. −267 с. −31,2 п.л. (на башк. яз.).
  • Башкирское народное творчество. Песни. — Уфа, 1974.
  • Башкирский фольклор: принципы классификации певческих жанров // Вестник Башкирского университета. — 2004. — № 4.
  • Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре./ Автор-төҙөүсеһе Ф. А. Нәҙершина. — Өфө, 1997. — 288 бит. ISBN 5-295-02094-0
  • Жемчужины народного творчества Урала: Монография. — Уфа: Китап, 1995. — 248 с.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.
  • Песенное творчество иргизо-камеликских башкир: Монография. -Уфа: Китап, 2002.
  • Резяпов Р. Башкирские любовные песни // Ватандаш. — 2006. — № 3. — ISSN 1683-3554. (баш.)
  • Фоменков М. П. Башкирская народная песня. — Уфа, 1976.

Һылтанмалар

үҙгәртергә