Аҡ ҡарсыға (йыр, риүәйәт)
Аҡ ҡарсыға (Яйыҡ)— башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
«Аҡ ҡарсыға» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле |
башҡорт |
Түбәнге Ғәбдрәшит ауылында Ғәлиәкбәр исемле бай йәшәгән. Бик бай булһа ла ҡарун булған: ялсыларын, көтөүселәрен ас тотҡан. Ғәлиәкбәр байҙың Яйыҡ буйындағы Сыртинск, Ҡыҙыл утарҙарында «знакумдары» булған. Купецтар ҡунаҡҡа килһә, бай уларҙы бер нисә көн ҡунаҡ итеп ятҡырған.
Берҙән-бер көндө Ғәлиәкбәр үлгән. Байлығы улы менән ҡыҙына тороп ҡалған. Улы ла купецтар менән кәйеф-сафа ҡороп йәшәй башлаған. Бер көндө быларға яусы килгән. Үрге Ғәбдрәшит ауылынан бер егет ҡыҙҙы кәләшлеккә һораған. Ләкин ағаһы ҡаршы төшкән, һунарсы егеткә һеңлеһен бирергә теләмәгән.
Бер аҙҙан тағы «знакумдар» килгән, кәйеф-сафа ҡороп ятҡандар. Егет бер йәш купец менән кәрт уйнап, һеңлеһен кәрткә отторған. Таң атыуға купец ҡыҙҙы алып китергә уйлаған, ләкин әсәһе менән туғандары бик үтенеп һорағанға ҡыҙға әҙерләнергә бер көн бирелгән. Ҡыҙ һөйгәне янына йүгергән. Ағаһы һиҙеп ҡалып, һеңлеһе артынан ат менән ҡыуа сыҡҡан, ҡайыш сыбыртҡы менән яра-яра өйөнә алып ҡайтҡан.
Ауыл халҡы йыйылып киткән:
«Атай-олатай йолаһында булмаған эште эшләйһең. Ауылға, туғандарыңа тап төшөрәһең. Ҡыҙҙы егет яғынан яусы ебәртеп, йола буйынса туй үткәртеп оҙатырбыҙ», — тип егеткә әйтеп ҡарағандар.
Йәш бай риза булмаған. Бөтәһе уға нәфрәт белдергән. Ҡыҙҙы арбаға ултыртып алып киткәндә ул егетен күреп ҡалған. «Аҡ ҡарсығаңды минең иҫтәлегем итеп һаҡла», — тигән дә ҡыҙ егеткә иҫтәлеккә сигелгән яулыҡ ырғытҡан.
Егет атына атланған да арба артынан сапҡан. Уның ҡарсығаһы булған. Егет яулыҡтың осона көмөш балдаҡ төйнәгән дә ҡарсығаның аяғына бәйләп осороп ебәргән. Ҡыҙ ҡарсығаға яулығын болғаған. Яулыҡ купец башына уралған. Ҡарсыға купец башына ҡунған. Купец ҡурҡышынан арбанан йығылып төшкән дә тәгәрмәс аҫтына эләгеп үлгән. Ҡыҙ менән егет ҡасҡан. Ләкин уларҙы йәш купецты үлтереүҙә ғәйепләп тотоп алғандар. Егетте Себергә, ҡыҙҙы купецтың хуторына оҙатырға хөкөм иткәндәр. Ә ҡарсығаны, ҡанаттарын ҡайырып, аяҡ аҫтына ташлағандар. Егет Себерҙә вафат булған, ә ҡыҙ Яйыҡҡа ташланған.
Ҡыҙ ауылдан киткән сағында ауылдаштары менән хушлашҡанда йыр йырлаған булған. Ул йыр халыҡ араһында “Аҡ ҡарсыға” исеме менән таралып киткән.[1]
Йырҙың һүҙҙәре
үҙгәртергәАҡ ҡарсығаҡайҙың, ай, башында
Күләгәһе юҡтыр ҡашында.
Янмаҫ ҡына инем, көймәҫ инем,
Йәнкәй-йәнеш юҡтыр ҡаршымда.
Аҡ таҫтамал алып, ҡулыма тотоп,
Йүгереп төштөм Ҡыҙыл буйына.
Ун ете лә йәшлек ҡыҙ бала инем,
Ағайым һатты купец улына.
Ишеккәйем алды, ай, күл генә,
Томбойоҡтар менән тулы икән.
Теләккәйең камил, ай, булмағас,
Был донъяҡайҙарға тыума икән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1]
- Хазина 2019 йыл 27 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0