Йәнгүзәл (йыр)
Йәнгүзәл - башҡорт халыҡ йыры.
Йәнгүзәл | |
Жанр | Оҙон көй |
---|---|
Әҫәр яҙылған тел | башҡортса |
Көйө менән бергә 1964 йылда Әлшәй районы Аҡҡолай ауылында 79 йәшлек Мөхәмәҙиә Садиҡовтан фольклорсы-ғалим С. Галин яҙып алған. Һүҙҙәре Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының (РФА Өфө фәнни үҙәге) Ғилми архивында ф. 3, оп.47/1 бүлемендә (109-сы бит); көйө - МФ, инв.№198/1 һаны аҫтында һаҡлана.
Салауат Галин йырҙы 18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" баҫмаһындағы "Йырҙар" тигән тупланмаһының (Өфө, 1974) "Мөхәббәт йырҙары" тигән төркөмөнә индергән [1].
Йырҙың һүҙҙәре
үҙгәртергәБашҡортса | Урыҫса |
---|---|
Елбер генә елбер йөрөгәнемдә, Ҡушымта: Йәнгүзәл китте һыу буйлап, Янып ҡына көйөп йөрөгәнемдә, Ҡушымта. Бара ғына инем юл буйлап, Ҡушымта. Уйһыҙ ғына егет түгел инем, Ҡушымта: Йәнгүзәл китте һыу буйлап, |
Когда я быстро скачу, Припев: Янгузель ушла вдоль реки, Когда я горю и печалюсь, Припев. Шел я по дороге, Припев. Бездумным джигитом не был я, Припев. Янгузель ушла вдоль реки, |
Йәнгүзәл исеме - бөгөн
үҙгәртергәЙәнгүзәл исеме бөгөн дә йәшәүен дауам итә, ҡыҙ балаларға йыш ҡына ҡушалар, шулай уҡ төрлө үҙешмәкәр төркөмдәргә, этно-фольк төркөмдәргә бирелә [2].
Видео
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1974. 388 б.
- ↑ Этно-фольк группа "Янгузель"
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1974. 388 б.