Ынйыҡай менән Юлдыҡай (йыр)
Ынйыҡай менән Юлдыҡай — башҡорт халыҡ йыры (һалмаҡ көй).
«Ынйыҡай менән Юлдыҡай» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле | |
Авторы |
халыҡ |
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ.Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=Ынйыҡай менән Юлдыҡай (йыр)|url={{{url}}}}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәМәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
ТарихыҮҙгәртергә
«Ынйыҡай менән Юлдыҡай» һалмаҡ башҡорт халыҡ көйө һәм уның варианттары 1894 йылда С. Г. Рыбаков тарафынан Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Солтан приискыһында (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙылып алынған. Йыр «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» исемле китапта нәшер ителә. Һуңғараҡ йырҙы Ғ. Ғ. Ишбулатов, Ф. Х. Камаев, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаровтар яҙып алалар.
ЙөкмәткеһеҮҙгәртергә
С. Рыбаков яҙып алған версияла йырҙың тарихы башҡорттарҙың йәйләүендә булған ваҡиға менән бәйле. Йәйләүҙә ете ҡыҙ йәшәй, уларҙың береһенең егете була. Бер көн, барыһы ла сабынлыҡта булған саҡта, егет ҡыҙҙарға килгән. Ҡымыҙ менән итте алам тип, егет күрше бай ҡыуыш өҫтөнә менә. Өҫтән төшөп килгән сағында егет салғыларға эсе менән барып төшөп, һәләк була. Ҡыҙҙарҙы егеттең үлемендә ғәйепләйҙәр һәм Себергә һөрәләр. Ҡыҙҙарҙың икеүһе йыр ижад итә, һуңынан йырҙы уларҙың исеме менән атай башлайҙар.
Икенсе версия буйынса, Ынйыҡай — ҡыҙ, ә Юлдыҡай — егет исеме. Кис ултырыуҙа бәхетһеҙ осраҡтан ҡыҙҙың әхирәте һәләк була. Бер-берен һөйгән Ынйыҡай менән Юлдыҡайҙы уның үлемендә ғәйепләйҙәр һәм төрмәгә бикләп ҡуялар.
ХарактеристикаһыҮҙгәртергә
Йыр эпик характерлы. Көйө — киң диапазонлы (дуодецима), орнаментикаһының, музыкаль фразаларҙың ҡабатланмауы менән айырыла. Музыкаль теманың көсөргәнешлеге көйҙөң квинт тонына күтәрелеүе һәм терца тонына тиклем кинәт кенә төшәүе аша өлгәшә.
БашҡарыусыларҮҙгәртергә
Оҫта башҡарыусылар араһында — РФ-ның халыҡ артисы Ф. Ә. Килдейәрова. Йыр мотивтары буйынса Ғ. С. Әлмөхәмәтов — опера, драматург Х. Ғ. Ғәбитов[1] пьеса ижад итә. «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһы (1924) шул йылдарҙа күп тапҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.
ҠулланыуҮҙгәртергә
Композитор А. М. Ҡобағошев «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» йырын фортепиано һәм тауыш өсөн, ә Ғ. З. Сөләймәнов — ҡурай өсөн эшкәрттеләр.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Башкирские народные протяжные песни / сост. Л. К. Сальманова. Уфа, 2007.