Суҡ муйыл (йыр)
Суҡ муйыл — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй, бейеү көйө характерындағы шаян йыр[1].
Суҡ муйыл | |
Жанр | |
---|---|
Йырҙың теле |
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән урыҫ ғалимы С. Г. Рыбаков 1894 йылда Верхнеурал өйәҙе Ҡобағош ауылында йәшәүсе ҡурайсы М. Мырҙағоловтан, шулай уҡ Орск өйәҙе Ташбулат ауылы ҡурайсыһы М. Ҡараҡаевтан тәүге тапҡыр «Суҡ муйыл» йырын, уның легендаһын һәм инструменталь варианттарын яҙып ала һәм «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» («Урал мосолмандарының, уларҙың көнкүреше тураһында очерктар менән, музыкаһы һәм йырҙары») китабында баҫтырып сығара.
«Суҡ муйыл» йырының шиғри тексы 1937 йылда БАССР-ҙың Әбйәлил районындағы Асҡар ауылынан Б. М. Мәһәҙиеванан, Баймаҡ районы кешеһе Х. Мулдаҡаевтан яҙып алынған һәм «Башҡорт халыҡ ижады» («Башкирское народное творчество») китабында баҫтырыла (1954). Йырҙың варианттарын Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, Х. Ф. Әхмәтов яҙып ала[2].
Йырҙың һүҙҙәре
үҙгәртергә- Эй, Ҡараташ, Ҡараташ та,
- Байлыҡ биргән һин миңә.
- Ҡапҡан һалып бүре алһам,
- Рәхмәт әйтермен һиңә.
- Ирәндектең Ҡараташы —
- Күк бүренең ояһы.
- Ҡапҡан һалып юлдарына,
- Күк бүрене алаһы.
- Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа,
- Күк бүрене алам тип,
- Яусылаттым ҡоҙасаны,
- Бисәлеккә алам тип.
- Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа,
- Күк бүрене тибәм тип.
- Ҡапҡанымды ҡарағансы,
- Бүре ашаған бейәмде!
- Ҡараташ аҫты суҡ муйыл,
- Күтәргеһеҙ күп быйыл.
- Ҡоҙасаны алам тиеп,
- Атһыҙ ҡалдым мин быйыл.
Легендаһы
үҙгәртергәКәрим Мөхәмәҙи улы Дияров һөйләгән легендаларҙың береһе буйынса, йырҙың барлыҡҡа килеүе Баймаҡ районының Оло Басай ауылында булған хәлгә бәйле. Бөрйән ырыуы халҡы Басай ауылына нигеҙ һалып күсеп ултырған ваҡытҡа тап килә был ваҡиға. Бер һунарсы егеттең ҡоҙаса тейеш ҡыҙға күҙе төшә. Уны кәләш итеп әйттерергә ниәтләгәс, ҡалым түләү, ҡыҙҙың үҙенә, ата-әсәһенә бүләк биреү өсөн мал-мөлкәт кәрәклеген аңлаған егет һунар итеп мал табырға ҡарар итә.
Ирәндек һыртындағы Ҡараташ тауында һалған ҡапҡандарҙың береһенә бүре эләкһә, егет ҡыҙға өйләнергә вәғәҙә бирә.
Егет атын муйын ағасына нығытып бәйләй ҙә ҡасып барған яралы януарҙы эҙәрлекләргә була. Бүре һуҡмағында бер нисә урынға тағы ҡапҡан ҡороп, арманһыҙ булып, табышын йөкмәгән егет бейәһен ҡалдырған урынға килә, әммә атының һөйәктәрен генә күрә. Атының ерҙә ятып ҡалған эйәрен, йүгәнен тотоп ауылға ҡайта егет.
Һүҙ менән аңлата алмай егет, был турала йырлап һөйләй. Артабан был шаян йыр «Суҡ муйыл» тигән халыҡ йырына әйләнә[4].
Йырҙың тәрбиәүи әһәмиәте шунда: тормош юлында ҡыйынлыҡтарға тарығанда, уңышһыҙлыҡтарға ситтән шаярыу ҡатыш ҡараған осраҡта, барыһы ла еңелерәк үтә.
Йыр тураһында мәғлүмәттәр
үҙгәртергәШиғри текстың 4 юлын үҙ эсенә алған йырҙың көйө ҡабатланыусы 2 һөйләмдән торған периодтан ғибәрәт. Көйҙөң үҙенсәлеге ярты тонға һәм кварта һикерештәре (терцовые и квартовые скачки) менән берләшмәһе аныҡ ритм бирә.
Музыка белгесе М. П. Фоменков «Суҡ муйыл» көйөн ҡатнаш хор өсөн эшкәрткән. «Суҡ муйыл» көйө Л. Б. Степанов һәм З. Ғ. Исмәғилевтең « Сыңрау торна» балетында, М. М. Вәлиев һәм Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланылған[5].
Башҡарыусылар
үҙгәртергәЙырҙы башҡарыусылар — А. М. Айытҡолов, Камил Вәлиев, Зәки Мәхмүтов, Вәлит Мөхәмәтғәлин, Әлим Ҡәйүмов, Айнур Әминев, Арыҫлан Күсәмешев, «Каруанһарай» төркөмө[6].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.- Өфө: 2011. — 400 бит.
- Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.