Бөйрәкәй —— башҡорт халыҡ йыры.

Риүәйәте үҙгәртергә

Борон заманда Ирәндек тауының көнбайыш итәгендә урынлашҡан ауылдарҙың береһендә (ололарҙың һөйләүенсә, Мерәҫ ауылында) әллә ни мал-мөлкәте булмаһа ла, етеш кенә ғаилә йәшәгән. Бик тә татыу көн иткән ир менән ҡатындың берҙән-бер генә һылыу ҡыҙҙары булған. Өҫтәүенә ул уңған да икән, ти. Был ҡыҙ бала үҫeп буйға еткәс, үҙенең эш һөйөүсәнлеге менән ҡартайған ата-әсәһенә бигерәк ҙур һөйөнөс булған. Уның yңғaн да, һылыу ҙа булыуына һоҡланмаған кеше юҡ икән, ти. Был ҡыҙ hәp көн иртән һыйырҙары Бөйрәкәйҙе һауып, уны Ирәндеккә үрешкә ҡыуған, кис һайын үрештән ҡаршы барып алыр булған.

Күрше ауылдың мөһабәт кәүҙәле һылыу ғына бер егете, был һылыу ҡыҙҙы бер күреүҙә үк яратып, yғa ғашиҡ булған. Һәp көн иртә менән дә, кис тә һылыу ҡыҙҙы күрмәй түҙә алмаған. Ҡыҙ ҙа ғашиҡ булып, улар араһында оло мөхәббәт тыуып китә. Һылыу ҡыҙ Бөйрәкәйҙе үрешкә ҡыуғанда ла, кис үрештән ҡаршы барып алғанда ла була тopғaн осрашыуҙарҙы был ике йәш йөрәк түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Күрешкәндә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ булған. Тойғолары йыр-моң булып та бәреп сыҡҡан. Уларҙың йырҙары хатта халыҡ араһында таралып өлгөрә. Ике аралары саф мөхәббәткә таянып, бер кемдән дә ҡурҡмай, 6epehe алмаҡ, икенсеһе бармаҡ булып, уҙ ара ныҡлы вәғәҙә бирешәләр. Вәғәҙәләрен егет тә, ҡыҙ ҙа ата-әсәләренә еткерә. Ике яҡтың да ата-әсәләре балаларының саф мөхәббәттәренә ҡаршы килмәй. Ғәҙәт-йола буйынса ҡоҙалашып-туғанлашып та ҡуялар. Был ике ғашиҡ йөрәк икеһе бергә бик татыу, оҙаҡ йәшәгәндәр, бәхетле булғандар, hәp ваҡыт эштәре уң булып ҡына торған, ти.

Йырҙың тексы үҙгәртергә

Иртәнсәккәй тороп мин ҡараһам,

Мөңрәй-мөңрәй килә бөйрәкәй, бөйрәкәй.

Бөйрәкәйҙе һауған һылыу ҡыҙҙы

Өҙөлөп-өҙөлөп һөйә йөрәккәй, йөрәккәй.


Ирәндеккәй тауы, ай, зәңгәр күк,

Ҡырҡты ла ғына тауы тома күк, бөйрәкәй,

Күҙ күрмәгән ерҙә йөрөһә лә,

Күҙ алдымда баҫып тора күк, бөйрәкәй.

Нотаһы үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәртмәләр үҙгәртергә