Бөҙрә тал
«Бөҙрә тал» (урыҫ. Кудрявая ива) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
«Бөҙрә тал» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
Тарихы
үҙгәртергәТаң алдынан ҡунып һайрай микән
Талдан талға һары һандуғас?
Һандуғастар тауышы моңло икән,
Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағынғас.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,
Аҡ арғымаҡҡайым бесән, һай, ашамаҫ,
Эйәрләһәң, биле лә бушамаҫ.
Ҡай илдәргә барһаң да бер үк ҡояш,
Тыуған-үҫкән ергә лә оҡшамаҫ.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,
Ағиҙелкәйҙәрҙе, һай, кискәндә,
Айыуҙар күрҙем арғы ла яҡтарҙа.
Тыуған илкәйемде һағынып йырлайым
Сит илдәрҙә йөрөгөн саҡтарҙа.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал.
1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачёв районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Борхан Ҡорманаевтан (1897 йылғы) яҙып алына[1].
Йөкмәткеһе
үҙгәртергәКешенең тормош тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары йыр йөкмәткеһенә һалынған. Шул уҡ ваҡытта йыр тыуған илдән ситтә булғанда ниндәй хистәр кисерелеүе хаҡында ла һөйләй.
Характеристикаһы
үҙгәртергә«Бөҙрә тал» йырының шиғыры 10—9 ижекле юлдарҙан тора. Әммә һәр ярымстрофанан һуң үҙгәртеүҙәрһеҙ ҡабатланған ике юллы рефрен-ҡушымта килә. Ошондай рефрен-ҡушымталар йырҙың йөкмәткеһен байыта һәм формаһын киңәйтә төшә. Көйҙөң моң һыҙаты һәлмәк тулҡынға оҡшаш характерҙа.
Башҡарыусылар
үҙгәртергәКиләсәктә был тарихи йыр ҙа халыҡ йырын өҫтөн күргән йырсыларыбыҙ репертуарында урын алыр, тигән ышаныс бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ғилми архив, ф. 3, оп. 73, д. 65, л. 16
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- №27 Бөҙрә тал 285-се бит
- Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бикҡолов. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1984, 624 бит;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.