Ашҡаҙар (башҡ. Ашҡаҙар )) — башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй), ғәҙәттә ҡурайға ҡушылып башҡарыла.

Ашҡаҙар
Башҡарыусы

Абдулла Солтанов,
Ишмулла Дилмөхәмәтов,
Юлай Ғәйнетдинов

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

2:13

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында «Ашҡаҙар» йырына ҡуйылған һәйкәл

Һүрәтләү үҙгәртергә

Сюжет нигеҙенә ҡатындың һунарҙан әйләнеп ҡайта алмаған ире хөрмәтенә сығарылған йыр ваҡиғаһы һалынған.

Йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн 1894 йылда Сергей Гаврилович Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең[1] Юлыҡ ауылында яҙып ала һәм үҙенең «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» (СПб., 1897) китабына индерә.

Йырҙың килеп сығышы тураһында Ғабдулла Туҡай 1910 йылда Ҡазанда баҫылған «Халыҡ әҙәбиәте» лекцияһында ҡыҫҡаса әйтеп үтә.

1915 йылда Мөхәмәтша Буранғолов «Шура́» журналында легенданың Ғүмәр ахундан яҙып алған вариантын һәм һүҙҙәрен баҫтыра. 1917 йылда Буранғолов «Ашҡаҙар» тип аталған пьеса яҙа.

Артабанғы йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов, Лев Лебединский , И. В. Салтыков, Ғата Сөләймәнов был йырҙың тағы бер нисә вариантын һәм риүәйәтен яҙып ала.

«Ашҡаҙар» йыры башҡорт халыҡ ижадының киң билдәле әҫәре булараҡ Рәшиҙә Әхмәҙиева, Флүрә Килдейәрова, Әсмә Шайморатова кеүек бик күп профессиональ йырсылар башҡарыуында яңғырай.

Йырҙы эшкәртеүселәр — Халиҡ Заимов (1949), Рәүеф Мортазин (тауыш һәм фортепиано өсөн), Камил Рәхимов (симфоник оркестр өсөн).

1941 йылда Мөхәмәтша Буранғолов либреттоһы буйынса А. А. Эйхенвальд опера яҙа.

Һүҙҙәре үҙгәртергә

Беренсе вариант

Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.
Атҡайҙарға менеп, теҙген тотҡас,
Мылтыҡҡайын бирҙем дә ҡулына.
Күрә алмаҫтай булып ҡарап китте,
Киткән икән дә үлем юлына.
Ҡайтты ла ғына тиеп, ишек асһам,
Аҡ бурҙайы тора ла, үҙе юҡ.
Күҙкәйҙәрен текләп миңә ҡарай,
Һөйләр ҙә ине, теле-һүҙе юҡ.
Ишеккәйем алды керелсәгә
Сығайым да тиһәм, таянам.
Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам,
Һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам.
[2]

Икенсе вариант

Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.


Ҡайғы-хәсрәт өсөн үҫә икән
Ашҡаҙарҡай һыуының ҡамышы.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Күңелкәйем өйкәй ҙә һағышы.
[3]






«Ашҡаҙар» йыры — сәхнәлә үҙгәртергә

  • Фольклорсы һәм драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» пьесаһы буйынса спектакль менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт драма театры асыла (өс йылдан театр Өфө ҡалаһына күсерелә).
  • 2018 йылдың ноябрендә Стәрлетамаҡ драма театрында «Ашҡаҙар» спектакле ҡуйылды (реж. З. Сөләймәнов). Бөгөнгө «Ашҡаҙар»ҙың сәхнә версияһы (Г. Саламатова) — 100 йыл аша халыҡ йолалары, традициялары, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре тасуирланған әҫәргә генә түгел, ә тотош быуатҡа, Буранғоловтың һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең яҙмышына ҡараш[4].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954. (баш.)(баш.)
  • Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of my folk. Уфа, 1995.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
  2. Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Х. Биҡҡолов. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте. 1984
  3. Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. 29 бит
  4. «Ашҡаҙар» (Ашкадар) 2019 йыл 24 октябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә