Аҡһаҡ ҡола (ҡобайыр)
«Аҡһаҡ ҡола» — киң билдәле башҡорт халыҡ ҡобайыры.
Шүлгән күленән сыҡҡан йылҡы нәҫеленән бер бейә ҡолонлар ваҡыты етһә, юғала икән. Эйәһе уны тотмаҡ булған. Артынан эйәреп барһа, бейә Шүлгән күленә төшөп юғалған, ти. Ҡолонлау өсөн йәнтөйәгенә ҡайтып йөрөй икән был. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, бейә ҡолонон эйәртеп кире сыҡҡан. Эйәһе уның ҡаршыһына килеп сыҡҡанға өркөп кире күлгә сумған. Ҡолоно ҡапыл боролғанға аяғын имгәткән. Уны тотҡандар, ябып ҡуйғандар. Ҡолон үҫкән, бер аяғына аҡһағанға уға Аҡһаҡ ҡола тигән исем биргәндәр. Уны өйөргә ебәрмәй, төрлө эшкә тотҡандар. Хужаның йортонда туй барғанда Аҡһаҡ ҡола ҡасып киткән, өйөрҙө лә эйәрткән. Хужа, Ҡарағол исемле ҡолонон эйәртеп, өйөрҙө ҡыуа төшкән. Барып тапҡас, бай улы Аҡһаҡ ҡоланы ҡайтырға өндәгән. Аҡһаҡ ҡола: "Ыҙалатмаһаң ғына ҡайтабыҙ", - тигән. Бай ер ашап ант иткән. Ләкин ҡайтырға сығырға торғанда, антын боҙоп, Аҡһаҡ ҡолаға атҡан. Аҡһаҡ ҡола хужаһын тибеп осорған. Хужаһы шунда уҡ үлгән, сөнки анты башына төшкән.
Иртән дә тороп ҡараһам, ти,
Аралап йөрөп байҡаһам, ти,
Мундаһы бейек күк ат юҡ, ти,
Алма ла сыбар дүнән юҡ, ти.
Ҡарлуғас бот ҡара ат юҡ, ти,
Балауыҙ төҫлө һары ат юҡ.
Атҡа ла менеп сабырға, ти,
Эҙләп тә йөрөп табырға, ти.
Һолло ла атым, мал ҡотом, ти,
Аҡһаҡ та ҡолам янда юҡ.
Аҙҙырған да һин, аҡһаҡ, ти,
Туҙҙырған да һин, аҡһаҡ, ти.
Аҡһаҡ та ҡоланы тапҡан һуң,
Асыуҙан уҡты тартҡан һуң,
Һыртынан башаҡ үткән һуң,
Аттың хәле бөткән һуң,
Аҡһаҡ та ҡола тигән, ти,
Былай ҙа тиеп әйткән, ти:
Һыртымды ярып хур иттең,
Ҡолағым ярып ин иттең,
Инле лә ҡолаҡ, ярыҡ һырт,
Йөрөп тә булмаҫ, мин ҡайттым.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кирәй Мәргән Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. — Өфө, 1961;
- Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. — Өфө, 1987;
- Галин С. Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. — Өфө, 1996.
- Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. — Өфө, 1987;
- Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. 0 Уфа, 1970;
- Галин С. А. Башкирский народный эпос. — Уфа, 2004.
- Юматов В. С. Древние предания у башкирцев Чубиминской волости. // Башкирия в русской литературе. Том 1. Составление, предисловие и комментарии М. Г. Рахимкулова. — Уфа, 1961. С. 250.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡһаҡ ҡола (ҡобайыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=907 2020 йыл 1 декабрь архивланған.
- http://ufa-gid.com/encyclopedia/akhak.html
Был Башҡортостан мәҙәниәте тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |