Ҡара юрға (йыр)
Ҡара юрға —— башҡорт халыҡ йыры.
ҠАРА ЮРҒА | |
Башҡарыусы |
Мөхәммәт Ҡәҙерғолов , |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
2:12 |
Риүәйәте
үҙгәртергәБашҡорттар борон ырыу-ырыу булып йәшәгән осорҙарҙа ырыуҙар араһында башҡорт егеттәре яҡшы кейенеп, һылыу аттарға менеп, ҡыҙ күҙләгәндәр. Шул арҡала ҡоҙа булышҡандар. Ырыуҙар араһында туғанлыҡ, татыулыҡ көсәйә барған. Был һәр ырыу өсөн ҙур шатлыҡ, дан ҡаҙаныу булып һаналған.
Бөрйән ырыуы башҡорттарының бер егете, тирә-яҡҡа дан алған Ҡара юрғаһын эйәрләп менеп Күбәләк ырыуында һылыу бер ҡыҙҙы күҙләп ҡайта. Яусы ебәреп ҡыҙҙы әйттерәләр. Егеттең атаһы данлыҡлы Ҡара юрға айғырҙы бер өйөр йылҡы менән мәһәр итеп бирә. Был йылҡыларҙы Күбәләк ырыуына алып ҡайтҡас, Ҡара юрғаны аҡ ҡаҙыҡҡа арҡанлап тотҡандар. Ҡара юрға ябыға, торған урынында сапсынып, ерҙе саңдауға әйләндереп бөтә. Егеттең кәләше һәр көн арҡанлы көйө Ҡара юрғаны эйәрләп менеп, юрғалатып йөрөй. Шул саҡта Ҡара юрғаны маҡтап, яратып көй сығарып, һамаҡлай торған булған.
Йәйге матур көндәрҙең береһендә ҡыҙ ҡәҙерле кейемдәрен, селтәр-ҡашмауҙарын кейеп ала ла Ҡара юрғаны көмөш йүгән менән йүгәнләтә. Көмөш күмелдерек, көмөш ҡойошҡанды һалып, көмөш эйәр менән эйәрләтә лә уны аҡ ҡаҙыҡлы арҡандан ысҡындырып менә. Менә лә тирмәләр алдында юрғалатып йөрөмәксе була. Иркенлекте тойған Ҡара юрға, ярһып китеп, өҫтөндәге киленсәкте үҙ иленә алып ҡайтып китә. Артынан ҡыуып ҡарайҙар, тик етә алмайҙар. Ошо саҡ киленсәк Ҡара юрғаға үтенеп һамаҡлай.
Икенсе көн, таң менән, Ҡара юрға киленсәкте ҡайны йортона — егет янына килтереп еткерә. Тымыҡ таңды яңғыратып кешнәп ебәреүгә бындағы йылҡылар сыр-сыу килеп кешнәшәләр. Бөтә кешеләр йоҡоларынан уятып, тирмә алдына сыға, ә егет, өҫтөндәге киленсәк менән тирмә алдында юрғаланып йөрөгән Ҡара юрғаны күреп, уларға табан йүгерә. Ярһып юрғалаған Ҡара юрғаны туҡтата алмай, һамаҡлай башлай
Йырҙың тексы
үҙгәртергәҠара оҙон ялдарыңды
Һис тә үрмәм юрғам,
Йомро йомшаҡ билкәйеңде
Ҡамсыламам, юрғам.
Өҫтөңдәге киленсәкте
Алып ҡайтма, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Аҡ ҡаҙыҡтар теҙеп ҡуйып,
Арҡанламам, юрғам
Йомро йомшаҡ билкәйеңә
Эйәр һалмам, юрғам.
Өҫтөңдәге киленсәкте
Алып ҡайтма, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Һай, йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге киленсәкте
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!
Таштан ҡаты тояғыңды
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде
Нағышларбыҙ, юрғам
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Ҡырас ҡара ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Ҡабырсаҡтай ҡолағыңа
Суҡ тағырбыҙ, юрғам,
Өҫтөңдәге киленсәкте
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Нотаһы
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡара юрға (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Баш бит(недоступная ссылка)
- БАШҠОРТТОҢ 100 ЙЫРЫ(недоступная ссылка)