Мәҙинәкәй (йыр)
Мәҙинәкәй — башҡорт халыҡ йыры.
«Мәҙинәкәй» | |
Йыр А. А. Солтанов, С. А. Абдуллин, К. Дияров | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Композитор |
халыҡ |
Дауамлығы |
3,06 мин. |
Авторы |
халыҡ |
Тарихы
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Бер-нисә йыл буйына яһаҡ түләй алмауы өсөн, Ғабсаттар исемле ҡарт ур-канау ҡаҙыу эштәре урынына һөргөнгә ебәрелә. Ауылынан ситтә донъя күреп, һөргөн ваҡытын тултырып имен ҡайтып, ғаиләһе менән осрашыу шатлығы кисерһә лә, тормош хәлдәре бер ҙә еңелгә үҙгәрмәй. Ярлы тормошта, ҡул менән ер ҡаҙып, аҙ-маҙ нәмәлер сәсеп көн күрһәләр ҙә, табыштың күп өлөшө һаман яһаҡ түләүгә китеп тора. Ханлыҡ бөтөп, Мәскәү батшаһына баш эйеү ауыр яһаҡҡа, эшкә ҡыуыуҙың көсәйеүенә килтерә. Ғабсаттар артабан тамаҡ аҫырай алмауҙы күҙаллап, ҡатыны Мәфтухаға ҡалаға китеп йәшәп ҡарау тураһында һүҙ ҡуҙғата. Ҡарсығы риза булғас, өйҙәренең тәҙрәләрен эт-ҡош инмәҫлек итеп ҡаҙаҡлап, барлы-юҡлы нәмәләрен ике тәгәрмәсле арбаға тейәп, үҙҙәре егелеп, Мәҙинә исемле ҡыҙҙарын эйәртеп, юлға сығалар. Ауылдан сыҡҡас, Ғабсаттар ҡатыны менән ҡыҙын күпер төбөндә ҡалдырып, йылға буйындағы ҡалҡыулыҡтағы ҡәберлеккә зыярат ҡылырға күтәрелә. Килен булып төшкән ауылында ауыр тормоштан туйған Мәфтуха, ауыр көрһөнөп, уйға сума. Мәҙинә әхирәттәре менән бергә уйнап үҫкән яланға, юл тармаҡтарына, ваҡ өйҙәр менән сыбарланған ауылына аҙаҡҡы тапҡыр ҡарап, иҫенә төшкән йырҙы йырлай:
Һыуҡайҙарға төшөп бит йыуғанда,
Ваҡ балыҡтар уйнай ҙа алдымда,
Бәхетһеҙ ҙә төҫлө түгел инем
Әсәләрҙән тыуған да сағымда.
Ҡиблаларҙан иҫкән йылы елдәр
Үгәйһетмәй, тигеҙ һыйпаны,
Беҙҙәйҙәргә кемдән ҡарғыш төшкән,
Бер хоҙайым беҙҙе һөймәне.
Йырҙың һүҙҙәрен үҙенә генә ишеттерерлек итеп йырлап, ҡайнар йәштәрен йотоп, тамаҡ төбөндәге төйөндәрен таратыуға, атаһы килеп етә. Уның да күҙҙәре йәшләнгәнен күреп, әсәле-ҡыҙлы былар ҙа үкһеп илап ебәрә. Илап, йөрәк һарыуҙарын бушатҡас, ҡуҙғалып китәләр.Быларға ҡалала ла еңел булмай. Ғабсаттар ҡара эштә эшләп, ҡатыны кешегә кер йыуып, Мәҙинә баҙар араларында һоранып, йырлап йөрөп, һәр кем үҙ тамағын үҙе туйҙыра. Көҙ етеп, тамаҡ хәстәре өҫтөнә уларҙы кейем, торлаҡ табыу ҡайғылары ла ҡаплай. Ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда, баҙарҙың сәйханаһы эргәһендә йыртыҡ күлдәк итәктәрен бөрөп тотҡан килеш йырлап торған Мәҙинәнең моңло тауышын ишетеп, Кәрим бай ҙа килә. Уның кем ҡыҙы, ҡайҙан икәнен һорашып, ярҙамсыһын эйәртеп ебәрә һәм ата-әсәһе менән бергә уларҙы үҙенә эшкә яллай. Ғабсаттар ҡарт ҡара эшсе, Мәфтуха йорт эштәрен башҡарыусы, Мәҙинә бала ҡараусы булып эшләй. Күмәкләшеп байҙың писары Сабит ҡарттың өйөндә йәшәйҙәр. Мәҙинә үҙенең егәрлелеге һәм аҡылы менән Сабит ҡарт ғаиләһен һоҡландырһа, һылыулығы менән Кәрим байҙы һәм уның улы Мөхәммәтйәнде ҡыҙыҡтыра бара.15-16 йәштәргә еткәс, Кәрим бай уны аталары янына ҡайтармай башлай, үҙ йортонда хеҙмәтсе итеп тота башлай. Йома, башҡа байрам көндәрендә генә Мәҙинә ата-әсәһенең, Сабит ҡарт менән Ғәйшә ҡарсыҡтың хәлдәрен белешергә килгәләп китә. Бер килеүендә Сабит ҡарттың улы Вәли уға үҙенең һөйөү хистәрен аңлата. Мәҙинә лә ҡаршы булмай. Ата-әсәләренән ризалыҡ һорарға ҡуша. Вәли эште оҙаҡлатмай, үҙенең теләген-ниәтен белдереп, ата-әсәләрҙән фатиха ала. Үҙ кимәлдәренә күрә сығымдар билдәләнеп, туй яһау көнө һөйләшелә. Икеһенең дә тормошо Кәрим байҙың ҡайтыуына, хеҙмәт алыуға туҡтап ҡала. Ләкин уларға туй яһарға ирек бирелмәй. Кәрим бай төрлө ҡыҫымдар яһау юлы менән Мәҙинәне үҙенә алыу һәм яңы урынға алып китеү теләге менән яна. Кәрим байҙың бисәһе Хәҙисә, Мөхәммәтйәндеке Фатима, икеһе лә ирҙәрен көнләшеп, ҡәйнәле-киленле нисек тә Мәҙинәнән ҡотолоу юлын таба алмай, уның ата-әсәһенә әйтеп ҡарайҙар. Ғабсаттар ҡарт менән Мәфтуха ҡарсыҡ, ҡыҙҙарының был турала зарланып-илап һөйләүен әллә ҡасан ишеткән булһалар ҙа, бер сара ла күрә алмай. Аптырағас, Вәлигә хәбәр итәләр. Мәҙинәгә һаман да һөйөүе һүрелмәгән Вәли, үҙ ата-әсәһе менән кәңәшләшеп юлға сыға. Юлда барғанда шул уҡ Кәрим байҙа Мәҙинә кеүек хурланып, ауырға уҙғас, үлтерергә йөрөгәндәрен белеп ҡалып, ҡасып ҡайтып килгән бер ҡыҙға осрай. Шул ҡыҙ Вәлигә Мәҙинәнең хәлен һөйләп бирә.
Ҡабан да ғына күле, ай, тәрән шул,
Мәҙинәкәй һылыуым, бөҙрә сәсем,
Ярҙарында күптәр ҙә үлгән шул,
Илкәйҙәрен ташлап, ай киткән һуң,
Мәҙинәкәй һылыуым, бөҙрә сәсем,
Башҡайҙарың хурлыҡҡа төшкән шул.
Ҡазан ҡалалары ла, ай, таш ҡала,
Мәҙинәкәй һылыуым, бөҙрә сәсем,
Шунда ла үҫтең, һылыуым, зифа ла.
Илдәреңдән яҙып тайсит ерҙә,
Мәҙинәкәй һылыуым, бөҙрә сәсем,
Күп михнәттәр күрҙең дә донъяла.
Самауырҙар ҡуйҙың, ай, байҙарға,
Мәҙинәкәй һылыуым, бөҙрә сәсем,
Һунарҙарҙан ҡайтҡан мырҙаға,
Ҡанлы йәшкәйҙәрең тамып ҡалған.
Мәҙинәкәй һылыуым, бөҙрә сәсем,
Мырҙа ятҡан ебәктәй һырмаға, -
тип ҡайғыһынан, бәхетһеҙ тормошҡа ҡарғышын әйтә-әйтә, Вәли ошолай тип йырлай һәм юлын дауам итә…Төнгә ҡарай ул Ғабсаттар ҡарт менән Мәфтуха ҡарсыҡ йәшәгән торлаҡты барып таба. Уларҙың икеһе-ике яҡҡа ҡарап илашып ултырғандарын күреп, тәүҙә ишек төбөндә ҡатып ҡала. Йоҡлап ятҡан башҡа кешеләр аша эргәләренә үтһә лә, ҙур ҡайғынан аңҡы-тиңке булған теге икәүҙең хәлде һөйләп бирергә көсө етмәгән. Ятыусылар араһындағы бер ҡарсыҡ, үткән төндә байҙарҙың бисәләре яллаған кешеләр килеп, Мәҙинәне ҡайҙалыр алып китеүҙәре тураһында серҙе аса. Вәли таң менән тороп бөтә тирә-яҡты гиҙеп, эҙләгән, һорашҡан, бер эҙгә лә төшә алмай, бер хәбәр ҙә белә алмай кире ҡайтып китә…
Йыр һүҙҙәре
үҙгәртергәЫласындар оса, ай, һауала,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Һандуғастар ҡуна талдарға.
Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Яҙмыш һата икән малдарға.
Йылға буйҡайҙары, ай, ҡамышлыҡ,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Аҡҡош балалары ҡағына.
Иртән генә тороп, тышҡа сыҡһа,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Тыуып-үҫкән ерен һағына.
Сал бөркөткәй осор, ай, шыҡыйып,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Ябалаҡ та йоҡлар түш киреп.
Таңдар атҡан саҡта бер ҡыҙ һыҡтай,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Түшәгендә ауыр төш күреп.
Башҡарыусылар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.
- Галин С. А. Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
- Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.¬- Өфө: 2011. — 400 бит.
- Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.
- Ахметов Х. Ф. Башкирские протяжные песни. — М.: Всесоюзное издательство «Советский композитор», 1978. −24 с.
- Буранғолов М. Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Г. А. Ишкинина Песня Мадинакай Башкирская энциклопедия 2016 йыл 11 ноябрь архивланған.
- Башкирская народная песня Мадинакай(недоступная ссылка)
- МӘҘИНӘКӘЙ «Сал уралдың моңдары» К. Дияров 2016 йыл 11 ноябрь архивланған.
- Башкирская народная песня. Сайт по истории и культуре Башкортостана.