Порт-Артур (йыр)
«Порт-Артур» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда патент ала[2][3]
Порт-Артур | |
Барлыҡҡа килгән | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Сәнғәт формаһы | Йыр |
Жанр | марш[d] |
Башҡарыусы/артист | Абдуллин Сөләймән Әйүп улы, Бүләкәнов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы, Ҡарабулатов Рәсүл Рафиҡ улы һәм Ильсия Бадретдинова[d] |
Әҫәр яҙылған тел | башҡортса һәм татар теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1954[1] |
Баҫылған | Башҡорт халыҡ ижады (китап серияһы) |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1938 |
Бәйләнеше булыу | хореография[d] |
Тарихы
үҙгәртергәЙырҙың тексы
Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаларға баш ҡала.
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡалаларҙан һанала.
Ай-һай, Порт-Артур,
Була торғайның матур.
Порт-Артур тигән ҡалаға
Япондар туп аталар.
Аямай дошман, аямай
Таш ҡоймаһын ваталар.
Ай-һай, Порт-Артур,
Була торғайның матур.
Дошмандарҙан уны яҡлап,
Күп ирҙәр башын һала.
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.
Ай-һай, Порт-Артур,
Була торғайның матур.
Япондар туп аталар,
Порт-Артурҙы ваталар.
Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ,
Ҡысҡырышып яталар.
Йырҙың ике варианты бар. икеһе лә тәүге тапҡыр 1938 йылда Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылында Ғиниәт Үтәрбаевтан яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫтырыла. Артабанғы яҙмаларын Ю. И. Ғәйнетдинов, Ф. Х. Камаев, Р. С. Сөләймәнов башҡара. Драматик характерҙағы йыр.
Легендаһы буйынса, «Порт-Артур» башҡорт халыҡ йырын рус-япон һуғышында (1904—1905 йылдарҙа) Порт-Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорттар ижад иткән. Ғөмүмән, халыҡ музыкаһының төрлө жанрҙарында башҡорттарҙың хәрби тарихы сағылыш таба. Порт-Артур — Ҡытайҙың Ляодун ярымутрауының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан ҡала. Уның үҙ исеме — Люйшюнь.
1898 йылдағы килешеү буйынса, Рәсәй уны ваҡытлыса ҡуртымға ала. 1904 йылдың ғинуарында япондар Порт-Артурҙа торған урыҫ эскадраһына ҡапыл һөжүм итәләр. Ошонан урыҫ-япон һуғышы башланып китә. Һуғыш биш ай дауам итә. Һөҙөмтәлә урыҫ армияһы еңелә. Был һуғышта бик күп башҡорт ҡатнаша. Уларҙың күптәре Рәсәй мәнфәғәте өсөн яу ҡырында башын һала. Ошо ваҡиға тураһында башҡорттар «Порт-Артур» тигән йыр сығара.
Йырҙа һуғыштың фажиғәле мәлдәре һәм урыҫ армияһының Алыҫ Көнсығыштағы баш командующийы генерал А. Н. Куропаткиндың хыянаты тураһында хикәйәләнә.
Порт-Артур көйө алмаш пентатоникаға ҡоролған. Йыр квадрат структуралы ике периодтан торған ике өлөшлө форманан ғибәрәт, көйөнә киң диапазон, икенсе өлөшөндә регистрҙың аҡрынлап түбәнәйеүе күҙәтелә.
Порт-Артур йырын композитор А. Т. Кәримов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.
Башҡарыусылар
үҙгәртергәПорт-Артур йырын татар йырсыларынан Илсөя Бәдретдинова[4], башҡорт йырсыларынан С. Ә. Абдуллин, Р.Ғ. Бүләкәнов, Р. Р. Ҡарабулатов[5], И. М. Мирхәйҙәров башҡара.
Көйҙөң ҡулланылыуы
үҙгәртергәЙырҙың көйө Ф. Ә. Ғәскәров, Х. Ә. Ишбирҙин, Р. М. Саттаров ҡуйған шул уҡ исемле бейеүҙәрҙә ҡулланыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Г.Ә. Ишкинина, тәрж. Г.Һ.Ризуанова. Порт-Артур (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Порт-Артур (йыр) // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Башкирское народное творчество. т. 8. Песни. Уфа. 1995.
- Фоменков М. П. Башкирская народная песня. Уфа. 1976.