Хәтирә (йыр)

Башҡорт халыҡ йыры

«Хәтирә» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй[1].

Хәтирә
Кем ҡушҡан башҡорт
Жанр Башҡорт халыҡ йырҙары

«Хәтирә» йырын тәүге тапҡыр 1934 йылда Солтан Ғәбәши яҙып ала, һәм Х. Ф. Әхмәтов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Артабанғы варианттары З. Ғ. Исмәғилев, Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алына [2].

Ғашиҡ булған егеттең монологы рәүешендә төҙөлгән шиғри текст шаян таҡмаҡ кеүек яңғырай. Йырҙа Хәтирә исемле ҡыҙҙың матурлығына дан йырлана. Көй лады мажор ауышлығы пентатоникаһына ҡоролған, төҙөлөшө ике бөгөлөштән тора: беренсе бөгөлөштөң ике тапҡыр ҡабатланған ике такты икенсе бөгөлөштөң ике ҡат ҡабатланған өс такты менән сағыштырыла.

Композитор Хөсәйен Әхмәтов йырҙы хор, тауыш һәм фортепиано өсөн, Д. Д. Хәсәншин a cappella хоры өсөн эшкәртә. Р. Ә. Мортазин «Хәтирә» көйөн 2‑се симфонияһында ҡулланған [3][4].

Йырҙың тексы

үҙгәртергә

Ҡапҡа төбөндә тораһың,
Нескә билең бөгәһең, Хәтирәм,
Нескә билдәреңде бөгөп,
Кем өсөн өҙөләһең, Хәтирәм.

Беҙ урамдан үткән саҡта,
Ҡапҡаң булһын ҡағырға, Хәтирәм.
Бер ҙә хәйлә табалмаһаң,
Сыҡ тәҙрә ябырға, Хәтирәм.

Аллы-гөллө сәскә бирһәм,
Ҡаҙарһыңмы түшеңә, Хәтирәм?
Кис ятҡанда уйлап ятһам,
Кермәҫһеңме төшөмә, Хәтирәм?
Кермәҫһеңме төшөмә, Хәтирәм?.
[5] [6]

Йыр башҡарыусылар

үҙгәртергә

«Хәтирә» йырын Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡарған. Радик Вәлмөхәмәтов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Ғата Сөләймәнов һәм башҡа йырсыларҙың репертуарына инә. Халыҡтың хәтерендә мәңге һаҡланған, яратып башҡарылған йырҙарҙың береһе[7] [8].

  • Башҡорт энциклопедияһы. Өфө. 1996 й.
  • Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954 й.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши М., 1965.
  • Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

“ХАТИРА”, башкирская народная песня, кыска-кюй

ХАТИРА”, песня

Единый портал культуры народов РБ. Песня «Хатира»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ХАТИРА”, песня
  2. Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши М., 1965.
  3. “ХАТИРА”, башкирская народная песня, кыска-кюй
  4. ХАТИРА”, песня
  5. Единый портал культуры народов РБ. Песня «Хатира»
  6. Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954
  7. Единый портал культуры народов РБ. Песня «Хатира»
  8. Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.