Ямантау (Икенсе исеме «Йәмәлекәй тауы») — башҡорт халыҡ йыры.

«Ямантау»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

Риүәйәте үҙгәртергә

Борон замандарҙа, башҡорттар урыҫ батшалыҡына буйһоноп, байтаҡ йылдар үткәс, беҙҙең олатайҙарҙан алпауыттар, генералдар осһоҙ ғына хаҡҡа ер һатып ала башлағандар. Олатайҙар аҙаҡҡыларын уйлап тормай, ерҙе осһоҙлай ғына биргәндәр. Йә әллә ни ҡәҙәре ерҙе бер ҡаҙаҡ таҡта сәйгә генә һатҡандар, йә тире ҡәҙәре ер һатабыҙ тип, отолғандар. Бик хәйләкәр булғандар шул ер алыусылар. Башҡорт түрәләрен иҫертеп, тире ҙурлыҡ ер алабыҙ тип ер һатып алырға килештергәндәр ҙә, тирене, ҡылдай ғына итеп телгеләп, һүҙып алып киткәндәр. Шулай итеп әллә нисәмә саҡлы дисәтинә ерҙе уратып алыр булғандар. Унан инде шул ерҙәргә йорт-ҡураларын ҡорғандар, заводтар төҙөткәндәр. Беҙҙең эскерһеҙ халыҡ ауыҙ асып торған да ҡалған. Ҡайһы саҡ былай ер һатуға ҡаршы сығыусылар ҙа булған.

Шулай бер ваҡыт Мәскәү яғынан бер алпауыт килә лә, башҡорттарға ҡара сөгөндән ҡойолған оҙон һемәкле сәйнүктәр тараттыра. Башҡорт түрәләрен, байҙарын эсерә. Араҡы менән һыйлап ултыра, ти был. Ул саҡта ер Тамьян-Ҡатай кантонының Ҡатай олоҫона ингән. Әлеге эсеп, ҡыҙып алған башҡорт түрәләре ер һатыу ҡағыҙына тамғаларын баҫалар. Шул саҡ бер егет килеп инә лә, ҡарттарға:

— Ни эшләп һеҙ, олатайҙар, беҙҙең ерҙе һатаһығыҙ? Үҙегеҙҙең балалаларығыҙҙы йөрөр ерҙән, эсәр һыуҙан, аулар кейектән, һоҡланыр ер сәхрә Ямантауҙан мәхрүм итәһегеҙ? — тип әйтә.

— Йәш башың менән ололарға арҡыры төшәһең, — тип егеттең һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар тегеләр.

Яҡлаусы таба алмаған йәш егет тауҙарға киткән. Күккә олғашып, болоттарға тейеп торған Ямантауға алыҫтан ҡарап торған-торған да, шул яҡҡа юл алған. Егет тырмаша-тырмаша үрмәләгән. Менеп еткәс, әсәһенән айырылырын белгән сабый һымаҡ, мүкле таштарҙы ҡосаҡлап ятып, үкһеп-үкһеп илаған. Оҙаҡ йәш түккән йәш егет. Ҡайғы моң менән йәнәш йөрөй бит. Егеттең дә хәсрәте күкрәгенән ташып, моң булып сыҡҡан.

Йырҙың тексы үҙгәртергә

Йәмәлекәй тауҙы һатҡан, тиҙәр,

Ун ике мең ҡағыҙ аҡсаға.

Йәмәлекәй тауҙы һатҡандан һуң,

Ишетелгән икән батшаға.


Ер алам тип килгән генерал,

Йыйылып-йыйылып килде күп ауыл;

Ямантауға инде барып булмай,

Түңәрәге — кордон-ҡарауыл.


Яман ғына тауҙың үңәрендә

Йондоҙ кеүек ыуаҡ таштар бар,

Ямантауҙы һатып, әрәм үк иттегеҙ,

Һеҙҙән түбән ғәййәр йәштәр бар.


Яман ғына тауҙың үңәрендә -

Бөтә хайуандарҙың төйәге.

Ямантауҙы һатып, әрәм иттек -

Ятып ҡалды батырҙар һөйәге.

Нотаһы үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә