Зәйнулла (йыр)

башҡорт халыҡ йыры

Зәйнулла йыры (урыҫ, Зайнулла) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй

Зәйнулла
урыҫса «Зайнулла»
Жанр

йыр

Төп нөхсә теле

башҡорт

Йырҙың яҙылып алыныуы үҙгәртергә

«Зәйнулла», башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр Х.Хамматов тарафынан 1939 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында ҡурайсы С.Бикбулатовтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов яҙмаһында баҫыла. Йыр вариантын Ғата Сөләймәнов яҙып ала.

Йырҙың тарихы үҙгәртергә

Тыуған ил, Ватан, башҡорт халҡы рухын юғары кимәлдәрҙә йөрөтөүсе бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе Зәйнулла ишанға ла (1833—1917) халыҡ йырҙан һәйкәл һала[1]. "Рәсүлиә" мәҙрәсәһенә (хәҙерге Силәбе — Ҡарталы тимер юлы буйындағы Троицк ҡалаһында) нигеҙ һалыусы, мәҙрәсәнең шәйехе (хәҙергесә, ректоры) Зәйнулла ишан 10 йылға яҡын һөргөндә — Вологда, Кострома губерналарында ғүмер кисерә...[2] Социаль тигеҙһеҙлекте сағылдырған был көй шул замандың социаль-иҡтисади шарттары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тарихи күренеште моң аша тапшыра.

Йырҙың характеристикаһы үҙгәртергә

Йыр лирик характерҙа.

Поэтик текст — баструкка ябылған Зәйнулланың тыуған яғын, Ирәндек һырттарын, яҡындарын һәм һөйгәнен һағыныуы тураһындағы монологы. “Зәйнулла” киң диапазонлы йыр, көй биҙәктәренең ҙур булмауы менән айырылып тора.

Форма төҙөүсе ролен секвенциялар уйнай, уларҙың уйсан мелодик тулҡындары бөтә йырға тотороҡлолоҡ, тыныс характер бирә. “Зәйнулла” йырын айырыуса сағыу башҡарыусы йырсы — Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин ине.

Көйҙө тауыш һәм фортепиано өсөн Х. Ф. Әхмәтов эшкәрткән.

Йырҙың һүҙҙәре үҙгәртергә

Әйтер инем, дуҫҡай, илкәй,
Уйнап-көлөп үҫкән еркәй,
Йыраҡ ҡына ҡалды ла шул тыуған илкәйем,
Ирәндеккәй буйында шул үҫкән еркәйем.
Ат уйнатып сапҡан еркәй,
Ирәндеккәй буйы юлҡай,
Иҫкә төшһә, өҙөлә лә, дуҫҡай, йөрәккәй;
Тилмерепкәй көтәлер ҙә һағынып йәнкәйем.
Йырсыларға ҡалыр йырым,
Ҡомартҡыға ҡалыр ҡылысым,
Миндәй генә булып та ирҙәр тыумаҫмы?
Дошмандарҙан үсемде лә минең алмаҫмы?
Уҙалыр ҙа ғүмер тынмай,
Бер туҡтамай, ағын һыуҙай,
Һыу аға ла бит, дарья була ла тулҡына,
Тулҡын ҡаҡҡан ирҙәр үҙ илкәйен юҡһына.


Рассказал бы я, дружок, о стороне моей,
О земле, где вырос, играя и смеясь,
Далеко осталась родная сторонушка моя,
Вдоль Ирендыка земля, где вырос.
Земля, где гарцуя, скакал,
Дорога вдоль Ирендыка,
Когда вспоминаются, болит, дружок, сердечко;
Томясь, ждет, наверное, соскучившись, любимая моя.
Певцам останется песня моя,
Как наследие, останется сабля моя,
Подобные мне мужи не родятся ли?
Врагам за меня не отомстят ли?
Проходит жизнь, не стихая,
Не останавливаясь, как текущая вода,
Вода течет, становится рекой и волнуется,
Мужи, которых бьет волна, по своей сторонке тоскуют.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ахметов Х.Ф. Башкирские протяжные песни. М., 1978.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Әҙһәм ҡурайы/Төҙ. Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев, Ю. И. Ғәйнетдинов.—Өфө: Китап, 2009.—176 б.
  2. Әҙһәм ҡурайы/Төҙ. Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев, Ю. И. Ғәйнетдинов.—Өфө: Китап, 2009.—72-се б.