Абдрахман (йыр)
«Абдрахман», «Абдрахман кантон» — киң билдәле башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй).
Абдрахман | |
Жанр | халыҡ йыры[d] |
---|---|
Башҡарыусы/артист | Абдулла Солтанов |
Әҫәрҙең теле | башҡорт теле |
ТарихыҮҙгәртергә
«Абдрахман» йырының тәүге варианттарын С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә (Күсей ауылы янындағы Рәмиевтарҙың Солтан приискыһында, Күлтабан янындағы йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған. Йыр варианттары менән С. Г. Рыбаковтың «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫыла[1].
Йырҙың варианттарын шулай уҡ М. М. Вәлиев, С. Ә. Галин, Л. Н. Лебединский һәм башҡа ғалимдар яҙып алған.
«Абдрахман» йыры лирик-эпик йөкмәткеле, унда мәкерлек һәм хыянат темаһы сағыла. Йыр 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780—1826) арнала. Ул халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана, әммә ялған ошаҡ һөҙөмтәһендә енәйәттә нахаҡҡа ғәйепләнә. Йырҙың көйө һәлмәк, зарлы.
ҺүҙҙәреҮҙгәртергә
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
- Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
- Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
- Атаң дуҫы етер башыңа.
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
- Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
- Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
- Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
- Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
- Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
- Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
- Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
- Шул дуҫ етте һинең башыңа.
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Йырҙы башҡарыусыларҮҙгәртергә
«Абдрахман» башҡорт халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусылар тип Г. З. Сөләймәнов, Р. Ф. Йәнбәков һанала. Йырҙы эшкәртеүсе композиторҙар — Р. А. Мортазин (скрипка менән оркестр өсөн , М. З. Баширов (хор a cappella өсөн), Н. Г. Сабитов (хор өсөн).
ВидеоматериалдарҮҙгәртергә
- Видео Ҡурайсы Азат Айытҡолов башҡарыуында
Көйҙө ҡулланыуҮҙгәртергә
Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында, «Гөлнәзирә» балетында ҡулланыла.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Абдрахман (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2019)
- БАШ БИТ
- БАШҠОРТТОҢ 100 ЙЫРЫ
- «Башҡорт халыҡ йырҙары»