Сәңгелдәк (йыр)

башҡорт халыҡ йыры

Сәңгелдәк йыры — башҡорт халыҡ йыры, лирик-драматик характерҙағы оҙон көй[1].

Сәңгелдәк
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Автор Халыҡ
Башҡарыусы/артист Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

«Сәңгелдәк йыры»ның легендаһын һәм вариантын тәүге тапҡыр 1972 йылда Кәрим Мөхәмәҙи улы Дияров Күгәрсен районында йәшәүсе М. Сөләймәнованан яҙып ала.

Йыр 1988 йылда «Сал Уралдың моңдары» тип аталған китапта баҫылып сыға.

Был йыр иң нескә хистәр һәм хәсрәт тойғоһо менән һуғарылған.

Йырҙың риүәйәте батша армияһына хәрби хеҙмәткә алынған ирен һағынып, уның хәлен ҡайғыртыусы, сабый балаһын сәңгелдәктә бәүетеүсе йәш әсәнең кисерештәрен күҙ алдына баҫтыра.

Йырҙа ҡатындың тормош иптәшенән оҙаҡҡа айырылыу һағышы һәм тәҡдиренә төшкән һынауҙарға түҙеү кәрәклеген аңлауы ярылып ята.

Мажор пентатоникаһында төҙөлгән йырҙың көйө бай биҙәлгән, фраза аҙағында түбәнәйә барған талғын хәрәкәте тынысландырыу мөмкинлеген бирә[2].

Был йырҙы, композитор Урал Иҙелбаев аранжировкалауында, йырсы Дияна Ишниязова оҫта башҡара[3].

Йырҙың һүҙҙәре

үҙгәртергә

Йоҡла, йән киҫәгем, бәүетәмен,
Талғанғаса ике беләгем.
Әллүки, бәәллүки,
Талғанғаса ике беләгем.

Иҫән генә йөрөп, һауҙар ҡайтһын,
Ғәзиз атаң — ошо теләгем.
Әллүки, бәллүки,
Ғәзиз атаң — ошо теләгем.

Китте атаң, балам, биш йыл түгел,
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә.
Әллүки, бәллүки,
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә.

Иламайса нисек түҙһен күңел,
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә,
Әллүки, бәллүки,
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә.

Киткән саҡтарында һине атаң
Ҡулдарына алып һикертте.
Әллүки. Бәллүки, Ҡулдарына алып һикертте.

Ҡалаһың һин бит, балам, йән киҫәгем,
Тине, күҙ йәштәрен һил итте.
Әллүки, бәллүки,
Тине, күҙ йәштәрен һил итте.

«Сал Уралдың моңдары» (1988)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

КОЛЫБЕЛЬНАЯ ПЕСНЯ

«Сәңгелдәк йыры» Дияна Ишниязова

«Сәңгелдәк йыры» Дияна Ишниязова башҡара(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә