Азамат (йыр)
Азамат — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй, лирик характерлы йыр[1].
Азамат | |
Башҡарыусы |
Мәғәфүр Хисмәтуллин, |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
3:35 |
«Азамат» йырын тәүге тапҡыр М. Х. Хисмәтуллин 1937 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе С. Ҡолобаеванан яҙып ала. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығына индерелгән. Йырҙың варианттары Х. Ф. Әхмәтов, И. В. Салтыков, Ғ. 3. Сөләймәнов һәм башҡа ғалимдар тарафынан яҙып алынған.
Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда барлыҡҡа килгән. Риүәйәт буйынса, герой үлер алдынан йырлаған был йыр тормошта күпте күреп, күпте кисергән кешенең уй-фекерҙәрен сағылдыра.
Йырҙың көйө һәлмәк. Киң диапозонлы, орнаменталь һуҙыуҙар һәм моңдо күкрәктән сығарыу менән байытыла.
«Азамат» йырын эшкәртеүсе композиторҙар — Х. Ф. Әхмәтов, Р. Ә. Мортазин, Д. Д. Хәсәншин (тауыш һәм флейта өсөн), Р. В. Сәлмәнов, М. П. Фоменков (хор a cappella өсөн), А. Г. Тихомиров (солист һәм хор өсөн), Т. А. Исмәғилев (фортепиано өсөн).
Йырҙы иң оҫта башҡарыусы тип Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы һанала.
Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланыла[2].
Һүҙҙәре
үҙгәртергә- • Беренсе вариант
-
- Санаға ла ектер атты,
- Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
- Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
- Азаматҡа бер йыр яҙайым.
- Санаға ла ектер атты,
- Алыҫтарҙан, ай, күренгән
- Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
- Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
- Ир-егеткәй менән ат башы.
- Алыҫтарҙан, ай, күренгән
- • Икенсе вариант
-
- Санаға ла ектер атты,
- Арлы-бирле йөрөп ҡайтайым.
- Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
- Васыят итеп һүҙем яҙайым.
- Санаға ла ектер атты,
- Гелән дә түтә юл булмаҫ,
- Аҫыл да ҡоштар ҙур булмаҫ.
- Ҡайҙа барһаң, дуҫтар кәрәк,
- Дуҫ-иш барҙа, ирҙәр хур булмаҫ.
- Гелән дә түтә юл булмаҫ,
- Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
- Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
- Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
- Күргәндәрҙе көйләп тартырға.
[5]
- Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974
- Ахметов Х.Ф. Башкирские протяжные песни. М., 1978.
- Башкирская энциклопедия. Өфө, 1996.
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- АЗАМАТ, песня
- Йыр сайтында
- ЧЕТЫРЕСТА БАШКИРСКИХ НАРОДНЫХ ПЕСЕН
- Тыңларға. Башҡорттоң 100 йыры(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ АЗАМАТ, песня
- ↑ АЗАМАТ, песня
- ↑ ЧЕТЫРЕСТА БАШКИРСКИХ НАРОДНЫХ ПЕСЕН
- ↑ Йыр сайтында
- ↑ Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.