Оҙатыу (йыр)
«Оҙатыу» (рус. «Проводы») — башҡорт халыҡ йыры, оҙон, һалмаҡ көй.
Оҙатыу | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1983 |
Тарихы
үҙгәртергәКуйбышев өлкәһе Оло Глушица районы Ташбулат ауылында йәшәүсе Ғәбдрәшит Ибраһимовтан (1916 йылғы) Ниғмәт Шоңҡаров 1961 йылда магнит таҫмаһына яҙҙырып ала. Композитор Камил Рәхимов нотаға һала. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 23/6, л.31[1]..
«Оҙатыу» тарихи йырҙар төркөмөнә ҡарай. Ул халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы күренеште һүрәтләүгә ҡоролған. Рәсәй империяһына үҙ теләктәре менән ҡушылғандан һуң, башҡорттарға Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен Тубыл йылғаһынан алып Яйыҡ буйлап Гурьев ҡалаһына тиклем һүҙылған Ырымбур линияһын һаҡлау бурысы йөкмәтелә. 17 (20) йәштән алып 45 йәшкә тиклемге һәр башҡорт үҙ кейеме, үҙ ҡоралы һәм үҙ аты менән хәрби хеҙмәткә алына. Бынан тыш халыҡ ғәскәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейеш була.
Шулай итеп, башҡорт ир-егеттәре Рәсәй империяһының һәр бер хәрби походында ҡатнаша. 1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорттар 30-ға яҡын полк туплап ебәрә һәм Парижды алыуҙа ҡатнаша. Тыуған ил һәм тыуған ерҙе һаҡлау һәр башҡорттоң изге бурысы тип иҫәпләнә[2]. «Оҙатыу» йырында ил һаҡларға китәсәк ир-егет тыуған иле өсөн башын һалырға ихтималлығын да тоҫмаллай, әммә исеме халҡының хәтерендә мәңге һаҡланасағына ышана.
Йырҙың тексы
үҙгәртергә- Ыласын да ҡоштоң, ай, балаһы
- Бауҙа ғына тыуып та бауҙа үҫә.
- Егет кенә тигән ир-арыҫлан
- Яуға ғына барып та яуҙа үлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән/Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө. 1983 йыл/Т. 7 000 экз./312 бит.
- Салауат Галин. «Башҡорт халҡының йыр поэзияһы». Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1979 йыл./ Т. 4 000 экз. 256 бит.