Салауат (йыр)

Башҡорт халыҡ йыры

«Салауат» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тарихи йырҙар төркөмөнә ҡарай[1].

Салауат
Кем хөрмәтенә аталған Салауат Юлай улы
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

«Салауат» йырын тәүге тапҡыр 1937 йылда Л. Н. Лебединский Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе Б. М. Мәһәҙиеванан яҙып ала һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтыра. Шулай уҡ 1938 йылда Л. Н. Лебединский Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуып үҫкән яҙыусы Низам Ҡәриповтан яҙып ала. Был йыр марш көйөндә башҡарыла, мажорлы, дәртле тонда.

Йырҙың З. Ғ. Исмәғилев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып алған варианттары ла бар. Лиро‑эпик характерҙағы йыр. Йырҙа Салауат Юлаев данлана һәм батша, баярҙар, завод хужалары, башҡорт байҙары һәм мырҙалары фашлана.

Унда Салауат Юлаевҡа дан йырлана һәм батша, баяр һәм завод хужалары, башҡорт байҙары һәм мырҙалары фашлана. Көй варианттарында орнаментиканан ситкә китеү, өс тауышлы аккорд тауыштары буйынса көй ағышы, кварта һәм ярым тон интонациялары, диатоника, лад алмашыныуы күҙәтелә, көй үҙгәреүсәнлеге хас. Йыр профессиональ музыкала (операларҙа, балеттарҙа, сюиталарҙа, симфонияларҙа) етеҙ темпта башҡарыла, яңғырашы ҡаһарман юғарылығында[2].

Йырҙың тексы

үҙгәртергә

Салауат нисә йәшендә,

Йәшел ҡамсат бүрке башында.

Булғадир булған, ай, Салауат

Егерме лә ике йәшендә.


Яланда йөрөгән йылҡыны

Алалары бар ҙа буҙы юҡ.

Яуҙарҙы ҡырған Салауат,

Атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ.


Йүрүҙән һыуы туғайы,

Сырлап ҡына осор турғайы.

Салауат менән Юлайҙың

Сыңғырайҙыр тимер бығауы.


Салауат йөрөгән кир аттың

Ялғынаһын кемдәр тараған.

Салауаттың һиҙгер күҙҙәре

Алыҫтарға текләп ҡараған.


[3]

Йырҙың көйө Н. К. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас», М. В. Ковалдең «Емельян Пугачёв», «Салауат Юлаев» операларында, «Тау бөркөтө» балетында, Д. Д. Хәсәншиндың башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн симфонияһында, А. С. Ключарёвтың «Салауат» тигән симфоник поэмаһында, З. Л. Компанеецтың "Башҡорт сюитаһы"нда, Б. Бикбайҙың «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә Х. Ф. Әхмәтовтың, М. Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә З. Ғ. Исмәғилевтең музыкаһында, Башҡорт халыҡ темаһына ике увертюраһында ҡулланыла. Йырҙың тәүге строфалары Башҡортостан радиоһының музыкаль сигналы сифатында уйнатыла[4].

Башҡарыусылар

үҙгәртергә

Башҡарыусылар — В. М. Мостафин,Ғ. С. Әлмөхәмәтов.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сөләймәнов Р. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте. 1‑се т. Эпик йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 2001. Галина Г. С. Башкирская народная музыка. Уфа, 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә