Йыуаса (йыр)
«Йыуаса» — (рус. Юаса) — 1) башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. 2) Башҡорттарҙың күмәк уйын бейеүе[1][2].
Йыуаса | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | Башҡорт халыҡ йырҙары |
Башҡорт халыҡ йыры
үҙгәртергә«Йыуаса» йырын яҙып алған ваҡыт аныҡ билдәле түгел, 1958 йыл тип фаразларға була. Йырҙы яҙып алған урын да аныҡ күрһәтелмәгән: Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Билал ауылы тип фаразларға ҡала. «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында Х. Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫылып сыға.
«Йыуаса» — башҡорт туйҙарында башҡарылған билдәле шаян бейеү йыры. Туй йолаһы йыры йәки «күстәнәс тураһында» башҡорт йыры.
Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы фольклор архивының 3-сө томында теркәлгән. Фольклор экспедицияларының төрлө йылдарҙа Башҡортостандың төрлө райондары буйлап тупланған материалдарында бар «Йыуаса» йыры.
Туй барышында Йыуаса көнө — кейәү яғында ла, кәләш яғында туған-тыумасаны йыйып һыйлау мәжлесе ойошторола.
Туй үтеп киткәндән һуң, ике яҡ та Йыуаса һандығына ҡунаҡ саҡыра.
Йырҙың һүҙҙәре
- Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән,
- Йыуасаһы баллы икән,
- Ышанмаһаң, ашап ҡара,
- Шәкәрҙән дә тәмле икән.
- Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ,
- Йыуасаһын сәсәйек,
- Ҡоҙағыйҙың күңеле булһын,
- Бөтөргәнсе ашайыҡ.
- Ҡамыр баҫһа, ҡоҙасаның
- Ҡулы йәбешә микән?
- Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы
- Майһыҙ ҙа бешә икән?
- Эй, эт өрҙө, эт өрҙө,
- Тышта берәү йүткерҙе.
- Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы
- Тамағымды бөтөрҙө.
Уйын бейеүе
үҙгәртергәБашҡорттарҙың «Йыуаса» тип исемләнгән күмәк уйын бейеүе булған. Кәләштең ағаһы йәки ҡайнаға кейәүгә йырлаған:
- Кейәүкәйем, һинә ни бирәйем,
- Бохаранан килгән малым юҡ.
- Йөндәремде ярып бирер инем,
- Йәндин башҡа йөрөр хәлем юҡ.
- Зятёк мой, что же тебе мне дать,
- Нет добра из Бухары у меня.
Башҡарыусылары
үҙгәртергә— Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Илдус Ғөбәйҙуллин, Гүзәлиә Татлыбаева башҡара[6]
— «Йыуаса» йырын композитор Анатолий Кукубаев эшкәрткән. Йырсылар йырҙы башҡарғанда, Николай Махней баянда оҙата[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башкирский государственный университет: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 90-91.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирский государственный университет: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 90-91.
- ↑ Культуры народов РБ. Йыуаса (башҡорт халыҡ йыры)
- ↑ Культуры народов РБ. Йыуаса (башҡорт халыҡ йыры)
- ↑ «Йыуаса» / «Башкирская свадьба» — Ансамбль «Мирас» исполняет
- ↑ «Йыуаса» / «Башкирская свадьба» — Ансамбль «Мирас» исполняет
- ↑ Йыуаса йырын башҡарыусылар(недоступная ссылка)
- ↑ Йыуаса йырын башҡарыусылар(недоступная ссылка)