Гөлнәзирә (йыр һәм уйын)

Халыҡ йыры
(Гөлнәзирә (йыр) битенән йүнәлтелде)

«Гөлнәзирә» — (рус. Гульназира) — 1) башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. 2) Башҡорттарҙың күмәк уйын бейеүе.

Гөлнәзирә
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр Ҡыҫҡа көй
Әҫәрҙең теле башҡортса‎ һәм татар теле

Башҡорт халыҡ йыры үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1938 йылда Л. Н. Лебединский яҙып ала, «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында Х. Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫылып сыға.

Билдәле шаян бейеү йыры. Көйҙә интонация өҙлөкһөҙ үҫешә, йырҙың башы өс тактлы, ҡушымтаһы дүрт тактлы булыуы менән үҙенсәлекле. «Гөлнәзирә» йырын хор өсөн — А. С. Ключарёв , Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең шулай уҡ аталған бейеүе өсөн — Т. Ш.Кәримов һәм К. Й.Рәхимов, тауыш һәм фортепьяно өсөн С. Г. Шаһиәхмәтова эшкәртә.

«Гөлнәзирә» көйө «Сыңрау торна» балетында, "Хореографик сюита"ла файҙаланылған[1]..

Йырҙың һүҙҙәре

Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән,
Инде нихәл итәйек?
Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс
Һуйып, ҡунаҡ итәйек.

Ҡушымта:

Ай, эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме.
Һыуҙар аға арыҡтан,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан,
Һикереп төшөп бейер инем,
Ояламын халыҡтан.

Ҡушымта:

Ер еләге бешкән саҡта
Һайлап ашап булманы,
Яҙғы һабан туйҙарында
Осрашып булманы.[2]

Ҡушымта:

Уйын бейеүе үҙгәртергә

Башҡорттарҙың «Гөлнәзирә» тигән күмәк уйын бейеүе лә булған. Тәүге тапҡыр профессиональ сәхнәгә ХХ быуаттың 40‑сы йылдары башында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында сыға. Уны Ф.Ә. Ғәскәров «Башҡорт колхоз бейеүҙәре» хореографик сюитаһының өлөшө булараҡ ҡуя.

1952 йылдан алып «Гөлнәзирә» үҙ аллы номер булараҡ башҡарыла — уны һигеҙ һәм унан да күберәк бейеүсе пар башҡара. Халыҡ бейеүенә генә хас формалар ҡулланыла, бейеүҙә тулы театраль-хореографик картина барлыҡҡа килтерә.

Башҡарыусылары үҙгәртергә

«Гөлнәзирә» бейеүен башҡарыусы солистар: Р. М.Хәжиева менән Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, Р.Ғ.Туйсина менән Ә.Ә.Фәсхетдинов, Ф.Ғ.Амантаева менән А. Х.Зөбәйҙуллин[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Гөлнәзирә 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  2. Гөлнәзирә (башҡорт халыҡ йыры)(недоступная ссылка)
  3. Гөлнәзирә 2019 йыл 24 декабрь архивланған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә