Турат сағылы (йыр, риүәйәт)


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ. Турат сағылы— башҡорт халыҡ йыры.

«Турат сағылы»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Риүәйәте

үҙгәртергә

Борон заманда Бөрйән башҡорттары араһында ҡурайсы, йырсы, сәсән һүҙле егет йәшәгән. Егеттең туры толпар аты булған. Атаһы уға Үҫәргән ырыуынан кәләш әйттергән. Егет бер көндө туры толпарына атланған да ҡайны йортона кәләш кейәүләргә барған. Толпарын кеше күрмәй торған ергә ебәргән. Көн һайын үҙе уның янына барып, ҡарап-күреп йөрөгән. Толпар ҡанаттарын ҡояшҡа йәйеп йоҡлар булған.

Бер көн бер көтөүсе ҡанатлы толпар янына барып сыҡҡан да һоҡланыуынан ҡысҡырып ебәргән. Толпар һиҫкәнеп уянған да шунда уҡ үлгән. Егет толпарын ҡосаҡлап ятып илаған, ҡайғыһынан көй сығарып, ҡурайҙа уйнаған.

Шул көндән толпар ятып үлгән тауға «Турат сағылы», уның янындағы ауылға «Турат ауылы» тип исем биргәндәр. Егеттең йыры «Турат сағылы» тигән исем менән халыҡ араһында таралып киткән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Нәҙершина Ф. А. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. (Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз) — Өфө: Китап, 1997. — 288 б. — ISBN 5-295-02094-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә