«Ирәмәл» — («Ирәмәле», рус. «Иремель») — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Ирәмәл
Башҡарыусы

Ф.Ә. Килдейәрова, Т. Х.Үҙәнбаева, М.Ә.Шаимова, А. Ғ. Ғәлимов

Жанр

Башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

Башҡортса

«Ирәмәл» йырының тарихы 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле. Йырҙы 1812-1814 йылғы хәрби походтарҙа атҡа менеп, ҡулына ҡорал тотоп һуғышта ҡатнашыуы яугир ҡатыны башҡарған. «Илкәйенә дошман баҫып инһә,

Кем генә һуң өйҙә ҡала икән?» - тип йырлай атына менәп ире менән яуға киткән ҡатын.[1]

Йырҙың варианттары беренсе тапҡыр С.Ә.Галин 1962 йылда Силәбе өлкәһендә яҙып алынған, һүҙҙәре «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» (1974) йыйынтығында баҫтырылып сыҡҡан. Шулай уҡ Д. Ж.Вәлиев башҡарған яҙма һаҡланған.

Ватанға һәм яҡын кешеңә тәрән хис менән һуғарылған башҡарылған лирик‑эпик йыр. Ватан һуғышына (1812) бәйле ижад ителгән бер вариантының шиғри тексы бергәләп һуғышҡа киткән яңы өйләнешкән кейәү менән кәләш араһындағы диалог формаһына ҡоролған.

Башҡарыусылар

үҙгәртергә

«Ирәмәл» көйөнөң төҙөлөшө текстың ярты строфаһын ғына биләгән әҙ биҙәкле ике һөйләмдән тора. Йырҙы башҡарыусылар араһында Ф.Ә. Килдейәрова, Т. Х.Үҙәнбаева, М.Ә.Шаимова, А. Ғ. Ғәлимов һәм башҡалар бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983. Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.
  • Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974.
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988.
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. СПб., 1897.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962. *
  • Ирәмәл (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.