Кәкүккәй — башҡорт халыҡ йыры. Йырҙың икенсе исеме — "Еңгәкәй"

Риүәйәте

үҙгәртергә

Борон заманда Бөрйән ырыуында бер байҙың ике улы булған. Оло улы, ҡатын алып, бер нисә йыл бик татыу йәшәгән. Тик балалары булмау ғына быларҙың эстәрен ҡырған. Шуға ла ирекәй бер ярлы ҡыҙын икенсе ҡатынлыҡҡа ала. Был ҡатын йәш кенә, бик һылыу була. Әмәлгә ҡалғандай, икенсе ҡатынынан да бала-саға булмаған.

Күпмелер үткәс, йәш килен үҙе менән тиң үҫеп килгән ҡәйнешенә ғашиҡ булған, уны бер көн күрмәй тopha ла, түҙә алмаҫлыҡ сиккә еткән. Ҡәйнеше сибәр ҙә, йырсы ла, оҫта ҡурайсы ла булған шул. Бер көн йәйләүҙә саҡта, егет атҡа тип йүгән тотоп сығып киткән икән, йәш килен, уны осратмаммы тип, күнәктәрен көйәнтәләп, йылғa буйлап һыуғa барған. Ҡәйнешен йылға буйында осратҡан. Ике ҡулынан тотоп алып, уны өҙөлөп яратыуын әйткән. Ҡәйнеше уңайһыҙланып оялған, ағаһынан ҡурҡҡан. Еңгәһенең ҡулынан ысҡынып, тиҙерәк йүгереп ҡайтҡыһы килгән. Ошо саҡ еңгәһе йырлап та ебәргән

Йырҙың тексы

үҙгәртергә

Еңгә:

Иртәнсәккәй тороп мин йырлаһам,
Сыңғырап-сыңғырап китә лә һыу буйлап.
Алһыу ҙа ғына йөҙлө бала инем,
Мин һарғайҙым, уйҙарҙы күп уйлап.

Егет:

Алып бирһәнә, еңгәм ҡурайымды,
Мин «кәкүккәй» көйөн дә тартайым.
Ебәрһәнә, еңгәм, беләккәйемде,
Яр буйлап та йүгереп ҡайтайым.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә