Каруанһарай (йыр)
«Каруанһарай» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр М. И. Солтанов XX быуаттың 10-сы йылдарында яҙып ала һәм үҙенең «Башҡорт һәм татар мотивтары» йыйынтығында баҫтыра. Йырҙың артабанғы варианттары Сәғит Агиш, Мөхәмәтша Буранғолов, Заһир Исмәғилев, Л. Н. Лебединский, И. В. Салтыков, А. А. Эйхенвальд, Хөсәйен Әхмәтов тарафынан яҙып алына. Лирик-эпик характерҙағы йыр. Шиғри текстың бер нисә варианты бар, төп темаһы — мөхәббәт.
Тарихы
үҙгәртергә«Каруанһарай» йыры Каруанһарай төҙөлөүгә бәйле ижад ителгән.
XIX быуаттың беренсе яртыһында, Ырымбурға йомош менән килгән башҡорттар һәм мишәрҙәргә туҡталыу урынын булдырыу өсөн, Ырымбурҙа Каруанһарай һалырға ҡарар ителә. Уны хәрби губернатор В. А. Перовскийҙың инициативаһы менән А. П. Брюлловтың проекты буйынса 1838—1844 йылдарҙа төҙөйҙәр. Каруанһарайҙың бер өлөшөндә башҡорт балаларын төрлө һөнәргә өйрәтә торған мәктәп асыу маҡсаты ҡуйыла. Шуға күрә был йортто һалыу сығымдары дәүләт иҫәбенә түгел, ә башҡорт халҡының үҙенә йөкмәтелгән. Ләкин, төҙөлөп бөткәс, Каруанһарай бөтөнләй башҡа маҡсатҡа файҙаланыла башлай: бер өлөшөнә башҡорт ғәскәрҙәре командующийының канцелярияһы урынлаштырыла, ҡалған өлөшө казарма ителә.
Халыҡтың үҙ көстәре менән һалынған йорттоң башта иғлан ителгәнсә файҙаланылмауы уларҙа ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Урындағы власть, халыҡтың тулҡынланыуынан ҡурҡып, бер нисә йыл буйына «Каруанһарай әҙер түгел әле, тиҙҙән асыласаҡ» тип алдап килә. Ул 1846 йылдың 30 авгусында ғына Николай I батшаның тыуған көнөнә тура килтереп асыла. Каруанһарайҙа башҡорттар менән етәкселек итеүсе учреждение, килгән-киткән кеше өсөн ҡунаҡхана, оҫтахана, башҡорт балалары өсөн мәктәп урынлаштырыла. 1865 йылдың 14 май указы буйынса, башҡорт атлы ғәскәрҙәрен тотоу бөтөрөлгәс һәм тағы 2 йылдан һуң башҡорттар крәҫтиән хәленә күсерелгәс, Каруанһарай башҡорттарҙан тартып алына һәм унда губерна һәм ҡала управлениеһының бөтә административ аппараты урынлаштырыла. Башҡорттарҙың Каруанһарайҙы халыҡ йорто итеп файҙаланырға тырышып «эш ҡуҙғатып», губернаторға ризаһыҙлыҡ белдереү ҡағыҙҙары яҙып йөрөүҙәре бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.
«Каруанһарай» йырында халыҡ ана шул вәғәҙә ителгән йәмәғәт бинаһының аяныслы тарихын күрһәтә. Йыр ике вариантта йөрөй. Икенсе вариантында йыр социаль-героик йөкмәткенән лирик темаға күсә. Көйө аҙ биҙәлгән, уртаса диапазонлы, үҙгәреүсән метроритмик төҙөлөшкә эйә.
Йырҙы А. К. Березовский фортепиано өсөн, М. М. Вәлиев хор һәм оркестр өсөн, А. Т. Кәримов тауыш һәм фортепиано өсөн, А. В. Фере хор (a capella) өсөн эшкәрткән. Көйө А. С. Ключаревтың «Каруанһарай» темаһына симфоник оркестр өсөн Фантазияһында, Й. З. Бикбирҙин тарафынан һалынған шул уҡ исемле бейеүҙә ҡулланылған.
Башҡарыусылар
үҙгәртергә«Каруанһарай» йырын Флүрә Килдейәрова, Ғилман Сәфәрғәлин,Мәғәфүр Хисмәтуллин, «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө башҡара.
Йырҙың тексы
үҙгәртергә
|
|
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБашкирское народное творчество. том 8. Песни. Уфа, 1995; Камаев Ф.Х, Шонкаров Н. Д. 400 башкирских народных песен. Уфа, 2011.