Зөлхизә  — башҡорт халыҡ йыры. Оҙон көй.

Зөлхизә
Башҡарыусы

Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы,
Сөләймән Абдуллин,
Абдулла Солтанов
Ғилман Сәфәрғәлин

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

4:23

Зөлхизә ("Зөлхизә") - башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тәүге тапҡыр 20-се быуаттың 20-се йылдарында М.А.Буранғолов тарафынан яҙып алына.

Унан һуң Лев Николаевич Лебединский (1904 - 1992) йырсылар Роберт Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы һәм Хәбир Латип улы башҡарыуында яҙып ала . Йыр "Башҡорт халыҡ йырҙары" йыйынтығында баҫып сығарыла.

Йыр тураһындағы артабанғы мәғлүмәттәрҙе З.Ғ.Исмәғилев, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков , Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала.

Йыр лирик-драматик характерҙа. Сюжет нигеҙен ҡарт кешегә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы тураһында бәйән итә; Зөлхизәнең һөйгәне, уны һағынып, йырын йырлаған.

Башҡарыусылар араһында: Б.Н.Вәлиева, Х.Л.Ғәлимов, Б.М.Мәһәҙиева, Д.Д.Нурмөхәмәтова, Ғ.К.Солтанова, Т.Х.Үҙәнбаева, Ә.С.Шайморатова. Йырҙы А.С.Ключарёв хор (a cappella) өсөн, Р.Ә.Мортазин, Рәхимов өсөн - фортепиано, С.Р. Сәлмәнов, оркестр һәм симфоник оркестр өсөн, И.И.Хисаметдинов, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн эшкәрткән.

"Зөлхизә" көйө М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың "Айһылыу" операһында файҙаланылған.

Риүәйәте

үҙгәртергә

Риүәйәттең бер варианты

Борон Ирәндек буйында бер һунарсының Зөлхизә исемле ҡыҙы менән күрше ырыуҙан Арыҫлан (икенсе бер риүәйәт буйынса Азамат)тигән егет яратышып йөрөгәндәр, ти.

Быға ҡыҙҙың да, егеттең дә ата-әсәләре ҡаршы килмәгән, киреһенсә, шатланғандар ғына. Сөнки, Зөлхизә менән Арыҫланға бала саҡта уҡ аталары, йола буйынса, һырға туйы уҙғарып, «Арыҫлан ат менерлек, Зөлхизә көйәнтә күтәрерлек» булғас, икеһен өйләндерергә һүҙ ҡуйышҡан.

Ләкин Зөлхизә буйға еткәс, ҡыҙ менән егеттең дә, алдан ҡоҙа булышҡан аталарҙың да уй-теләктәре селпәрәмә килә. Араға Ҡәҙерғол тигән атаҡлы бай килеп инә. Ул бик ҙур ҡалым вәғәҙә итеп, Зөлхизәне үҙенә өсөнсө бисәлеккә һората. Ҡыҙҙың атаһы быға риза булмай.

«Беҙ Арыҫландың атаһы менән балалар бәләкәй саҡта уҡ ҡоҙа булыштыҡ, Зөлхизә менән Арыҫлан һырға һабағы алыштылар. Йола буйынса, минең кейәүем Арыҫлан булырға тейеш», — ти ул.

Ҡәҙерғол бай ҙа һүҙенән ҡайтмай. Ул, бер дүнән биреп, Йәрмәт тигән кешенән Арыҫланды үлтертмәк була. Ә дүнәнде Арыҫлан урлаған тип ғауға һала һәм, ялған шаһиттәр табын, егетте хөкөмгә тарттыра.

Арыҫлан ҡасҡын хәлендә йөрөргә мәжбүр була. Шунан файҙаланып, Ҡәҙерғол Зөлхизәне өсөнсө бисә итеп алыу теләгенә ирешә.

Зөлхизә Арыҫланды һағына, йәйге төндәрҙә Арыҫлан Ҡәҙерғолдоң тирмәһе тирәһенә килеп ҡурайҙа «Зөлхизә» көйөн уйнай торған булған.

Бер ваҡыт Арыҫланды бына шулай үҙен-үҙе онотолоп ҡурай уйнап ултырған ерендә Йәрмәт килеп үлтереп киткән, ти

Риүәйәттең икенсе варианты

Ҡушмөхәмәт менән Ишмөхәмәт тигән ике һунарсы дуҫ булған. Халыҡ уларҙың исемен боҙоп Ишәй менән Ҡушай тип йөрөткән.

Ана шулай бер ҡашыҡтан ашап, бер туҫтаҡтан эсеп йөрөгән кешегә, хатта бергә йөрөй торған өйөрһөк малдарға ла: «Ишәй менән Ҡушай кеүек бергә йөрөйҙәр», — тип әйтер булғандар.

Былар, һунарға йөрөй торғас, оһолдарын арттырғандан-арттыра барып, бөтә тирә-яҡта данлы һунарсы булын киткәндәр. Халыҡ телендә маҡталып һөйләнгәс, быларҙың икәү-ара дуҫлығы нығнғандан-нығынған. Шуға күрә былар, бер көн һунарҙан ҡайтып килгәндә, һүҙ ҡуйышҡандар.

Ҡушай: «Ишәй дуҫ, икебеҙҙең дә бисәләр бер мәлдә буйға ҡалды. Әгәр беребеҙҙең - ул, беребеҙҙең ҡыҙ бала тыуһа, ҡоҙа булышайыҡ»,— тигән.

Ишәй ҙә быны ҡеүәтләгән: —Була ул, дуҫ та, ҡоҙа ла булырбыҙ. Бутҡаны май боҙмай, тигәндәй, уның менән дуҫлыҡ боҙолмаҫ, — тигән.

Ҡайтыуҙарына, «Ҡушай ағай, ҡыҙың бар! Ишәй ағай, улың бар!», тип һөйөнсөләп торалар, ти, быларҙы.

Ишәй әйткән: — Фәрештәнең амин тигәненә тура килде бит.

Ҡушай: — Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, ҡоҙа булабыҙ, — тигән.

Былар ҡул тотошоп, балаларға бүләктәр әйткәндәр. «Бишек туйы» уҙғарырға тип һүҙ ҡуйышҡандар.

Ишәй менән Ҡушай һаман һунарға йөрөгән. Бисәләренең ҡырпы тулғас, «Бишек туйы» йыйып, Ҡушай ҡыҙына Зөлхизә, Ишәй улына Вәли, тип исем ҡушҡандар.

Ишәй менән Ҡушай һаман, боронғоса дуҫ булып, һунарға йөрөй. Вәли менән Зөлхизә, ай-йыл һанап, һаман үҫә. Вәли атҡа менерлек, Зөлхизә көйәнтә күтәрерлек булып китә. Ике ҡоҙа «һырға туйы» уҙғарып ташлай. Балаларҙың береһен - килен, икенсеһен кейәү, тип йөрөй башлағандар.

Берҙән-бер көн ер-һыуы таныш булмаған яҡҡа һунарға барған саҡта, Ишәй аңһыҙҙан шаршыға осҡан да һыуыҡ тейеп ҡайтып, шунан мандый алмай үлеп киткән. Ҡушай яңғыҙ ҡалһа ла, бүтән һунарсыларға ҡушылмай икән. Яңғыҙ үҙе йөрөһә лә йәнлекһеҙ ҡайтмай, дуҫының данын юғалтмай йәшәгән. Үҙҙәре менән бергә һунарға йөрөү өсөн Ҡушайҙы тирә-яҡтағы байҙар саҡырта башлағандар. Ҡушай риза булған.

Берҙән-бер көн Йәнтүрә исемле данлыҡлы бай Ҡушайҙы бисәһе менән ҡунаҡҡа саҡырған. Бер нисә көн ҡунаҡ иткән. Был Йәнтүрә бай тирә-яҡта байлыҡ менән дә, һаранлыҡ менән дә дан алған кеше булған. Уны халыҡ «Йәнтей ҡарун» тип йөрөткән. Ҡушайҙы саҡырып, ҙур бүләк биреп ҡайтарғанын ишеткәс, халыҡ араһында аптырап: «Таштан йүкә һуйылыр икән», — тип һөйләгәндәр, ти.

Күп тә үтмәй Йәнтей бай Ҡушайға әйтә һалған: — Зөлхизәң бик һылыу булып үҫкән икән. Шуны анау Ишәйҙең улына биреп әрәм итмә, үҙемә йәш кәләшлеккә бир ҙә ҡуй. Ебәккә уратып ҡына йөрөтөрмөн.

Тора-бара Йәнтейҙең йыш-йыш килеп йөрөүе һунар өсөн түгел икәне аңлашылған. Ҡушай ҙа ҡыҙы Зөлхизәне Йәнтейгә өсөнсө бисәлеккә бирергә риза булған. Быны әле Зөлхизә белмәгән.

Берҙән-бер көн һыуға барғанда, Йәнтей байҙар ауылынан төшкән бер бисә Зөлхизәгә: — Арыумы әле, Зөлхизә килен! — ти. Зөлхизә аптырап ҡалған. Нәмә тип яуап бирергә лә белмәй. Ҡайтып әсәһенән һорашҡан. Әсәһе эштең нимәлә икәнен шунда әйтеп биргән. Йәнтейгә барырға һис тә риза булмаған, һаман да Вәлиҙе яратыуын әйткән.

Шунан Ҡушай Вәлиҙе саҡырып алған да: — Атайың үлде, уртаҡ айырылды, һин инде минең ҡыҙыма мөҫөрәп йөрөмә, ул ҡыҙ һиңә буласаҡ түгел, — тигән.

Вәли менән Зөлхизә хәҙер нисек тә ҡасыу яғын ҡайғыртҡандар. Һанаулы көндәр еткән. Йәнтейҙең туйы билдәләнгән. Ҡоҙалар килгән. Ашау-эсеү башланған. Уйын-көлкө дауам иткән. Тап шул бола осоронда Зөлхизә менән Вәли ҡасып киткәндәр.

Зөлхизәне күҙәтеп йөрөгән егеттәр быны һиҙеп ҡалғандар ҙа Ҡушайға килеп әйткәндәр. Ҡушайҙың туйҡайғыһы ҡалмаған. Атҡа менеп, бер нисә кеше эйәртеп, ҡыуа сыҡҡан. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ул төн ямғыр яуған. Зөлхизә менән Вәли йылҡы көтөүенә барып, ат тотабыҙ тиһәләр, ямғырҙа күшегеп, өшөп торған йылҡыны өйөрөп, ат тотҡансы күп ваҡыт үтеп киткән. Вәлиҙәр атҡа менеп, бер аҙ ҙа китә алмаған.

Ҡушайҙар баҫмалатып ҡыуып еткәндәр. Быларҙы уратып алғандар. Вәли ҡасып ҡотолған. Зөлхизәне тотҡандар. Зөлхизәне ат ҡойроғона тағып, ҡамсы менән ярып, йәйәүләтеп алып ҡайтҡандар. Вәли шул китеүҙән юҡ булған. Ҡасҡылар араһында йөрөп, үҙенә иш йыйып, Зөлхизәне урларға уйлаһа ла, өлгөрә алмаған. Зөлхизәне Йәнтейгә биреп, Йәнтейҙең йортона оҙатҡандар. Зөлхизә Вәлиҙе онота алмаған. Уны һағынып, көндән-көн кипкән, һарғайған.

Вәли бер нисә айҙар йөрөгән. Күп ерҙәрҙә булған, йөрөй торғас, Йәнтейҙең йәйләүенә килеп сыҡҡан. Төн уртаһы еткәс, бөтә йәйләүҙә тынлыҡ урынлашҡас, Йәнтейҙең тирмәһе ҡаршыһына килгән дә, Зөлхизәне һағыныпп йырлаған.

Вәлиҙең йырын ишетеп, Зөлхизә һиҫкәнеп, уянған. Шунда уҡ Вәлиҙең йырын ишетеп, сығып ҡасырға уйлаһа ла, ҡотола алмаған. Йәнтей уянып киткән.

Вәли көткән дә, Зөлхизә сыҡмағас, өмөтһөҙләнеп кире китеп барған. Зөлхизәнең сыҡмауынан ҡайғырып, көйөп барып, атынан төшкән дә бер ҡая өҫтөндә ултырып уй тотҡан: «Булмаһа, бөгөн төн тирмәһенә үк барып керәйем дә күҙмә-күҙ һөйләшәйем, Зөлхизә нимә тиер?» — тип уйлаған да шунда ятып йоҡлаған.

Зөлхизәне һис йоҡо алмаған. Таң беленгәс, һыйыр һауырға сығыу һылтауы менән сыҡҡан да йыр тауышы килгән яҡҡа барып, ҡамыш, тал араларынан эҙләп таба алмағас, ултырып илаған-илаған да кире ҡайтҡан.

Вәлиҙе эҙләргә Йәнтей бай кешеләр ебәргән. Эҙләй торғас, улар бер һайыҫҡан шыҡрыҡлаған урынға ҡарай киткәндәр. Вәлиҙең йоҡлап ятҡан урынына барып сыҡҡандар. Уятып-нитеп тормағандар, шул урында йөрәгенә хәнйәр ҡаҙағандар.

Береһе Йәнтей байға һөйөнсөгә сапҡан. Йәнтей бай Вәлиҙең үлгәнен үҙ күҙе менән күргәс кенә ышанған. Үлтереүселәргә мал биреп, ҙур туй яһаған. Зөлхизә йәнтейҙең ҡулында ҡалһа ла, Вәлиҙе онотмаған. Бала төҫө күрмәгән. Көндән-көн һарғайып кипкән. Аҙаҡ сиктә диуана булып үлгән, ти.

(Буранғолов М.Б 83 Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 352 бит).

Йырҙың тексы (бер варианты)

үҙгәртергә

Йырҙың тексы

Беренсе вариант
Ялан ғына ерҙән дә болан килә,
Зөлхизә,
Уйһыу ҙа ғына ерҙән дә, ай, түтә тип,
Зөлхизә.
Төн уртаһы еткәс тә, бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Йәш ғүмерем заяға, ай, үтә тип,
Зөлхизә.

Кәкүк кенә ҡоштоң да, ай, балаһы,
Зөлхизә,
Сит ояла үҫә лә ят булып,
Зөлхизә.
Ҡанлы йәштәр түгеп тә бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Көләс ғүмерем үтә тип ут булып,
Зөлхизә.

Һөйгән генә егете ҡурай уйнай,
Зөлхизә,
Ят ҡуйынында йәнем дә йоҡлай тип,
Зөлхизә.
Ҡыҙ исемен ҡушып та йырҙар йырлай,
Зөлхизә,
Ташҡан күңелдәрем, ай, бушай тип,
Зөлхизә.

Икенсе вариант
Ялан да ғына ерҙән, кем, болан килә,
Зөлхизә,
Уйһыу ҙа ғына ерҙән, кем, ай, түтә тип,
Зөлхизә.
Төн уртаһы еткәс, кем, бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Йәш ғүмерем заяға ай үтә, тип,
Зөлхизә.

Таң ҡыйылмай микән тип, сулпан ҡарай,
Зөлхизә,
Йоҡлай ҙа ғына алмай ятҡан ҡыҙ бала,
Зөлхизә,
Мендәркәйен һәрмәп, кем, һыйпап ҡарай,
Зөлхизә,
Ҡарт уянмай микән тип, кем, ҡыҙ бала,
Зөлхизә.

Һыҙылып та ғына таңдар, кем, атҡан саҡта,
Зөлхизә,
Һандуғастар һайрай, кем, ай, сут-сут тип,
Зөлхизә.
Мендәркәйен ҡосаҡлап, бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Йәнкәй ҙә генә йәнәш, кем, ай, юҡ-юҡ, тип,
Зөлхизә.


Йыр тураһында мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
  • Йырҙың һайланма тексы " Башҡорт халыҡ ижады"ның 1-се томы (1954) буйынса бирелә.
  • Көйө менән «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1954) һәм Л. II. Лебедипскийҙең « Башкирские народные песни и наигрыши» (1962) исемле китаптарында баҫылған.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
  • Б 83 Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): VI класс өсөн дәреслек. 4-се баҫма. — Өфө: Китап, 2009. — 192 бит.

ISBN 978-5-295-04615-5, УДК 30(075) = 512.141 ББК 60я71(2 Рос = Баш)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

404&catid=24&Itemid=116&lang=bq

476&catid=9:bhy1954&Itemid=109&lang=bq

476&catid=9:bhy1954&Itemid=109&lang=bq

137&catid=23:2011-03-25-07-23-19&lang=bq

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә