Айҙар ғынайым (йыр)

башҡорт халыҡ йыры

«Айҙар ғынайым» (башҡ. Айҙар ғынайым) — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй (күңелле йыр).

«Айҙар ғынайым»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Дауамлығы

3,5 мин

Улай итеп, былай итеп,
Үтә беҙҙең ғүмерҙәр.

«Айҙар ғынайым» йырының һүҙҙәре.

1977 йылда БАССР-ҙың Архангель районы Аҙау ауылында Нәфиғә Фәйзуллинанан (1927 йылғы) яҙып алына . — Ғилми архив, ф.3, оп. 73, д. 64, л. 78, 80. Бергәләп башҡарыу манераһы ла яҙып алынған: егеттәр менән ҡыҙҙар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы парлашып етәкләшеп баҫа. Йырҙың беренсе өлөшөндә егеттәр ике аҙым алға, ә ҡыҙҙар ике аҙым артҡа атлай, икенсе өлөшөндә ҡыҙҙар алға, ә егеттәр артҡа атлай, хәрәкәттәр зиг-заг формаһында башҡарыла. "Айҙар ғынайым" — шаян таҡмаҡ көйө.

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Риүәйәткә ярашлы, йырҙа һүҙ Бикҡол ауылында (Әбйәлил районы) тыуып үҫкән рядовой һалдат Шаһибәрәк тураһында бара, уны ялған тәңкәләр етештереү өсөн Себергә ебәрәләр. Һөргөнгә китер алдынан ул "Шаһибәрәк" йырын йырлап уны иҫкә алыуҙарын үтенә. Икенсе версия буйынса, батыр тыуған еренә ҡарата батша алып барған колониялаштырыу сәйәсәтенә ҡаршы сыға, шуға ла Себергә һөргөнгә ебәрелә, күп тапҡырҙар ҡаса һәм Ирәндек һыртында йәшеренеп йөрөй.

Башҡарыусылар

үҙгәртергә

Был йырҙы Хөсәйен Мәжитов башҡара, Йыш ғына төрлө вокаль ансамблдәр ҙә был күңелле йырҙы үҙ репетуарына ҡуйыуҙы хуп күрә.

  • Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
  • Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.

Һылтанмалар

үҙгәртергә