Ғәҙебәк Насыр (йыр)

«Ғәҙебәк Насыр» — башҡорт халыҡ йыры. Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар төркөмөнә инә.

Йырҙың тексы

үҙгәртергә

Ғәҙебәк Насыр менгән ҡара юрға
Маңлай сәскәйҙәрен йыя алмай.
Ғәҙебәк Насыр яуап биргән саҡта,
Губернатор-майор түҙә алмай.

Өҫтәл өҫкәйҙәре, ай, көрәгә,
Өҫтәл аҫҡайҙары күләгә.
Ҡуш аяҡҡайҙарын тиңдәр баҫып,
Яуап бирә Насыр түрәгә.

Юшатырҡай һыуының буйҙарында
Йәйрәп ята баяр ерҙәре.
Ғәҙебәк Насыр Себер китте, тиеп,
Тынырмы икән ауылдың ирҙәре.

Риүәйәте

үҙгәртергә

Ырымбурҙың тәүге губернаторы И. И. Неплюев крайҙа батша хакимлығын нығытыу буйынса күп эштәр башҡара. Ул 70-ләгән крепость төҙөтә, сит яҡтарҙан баярҙарҙы саҡырып, башҡорт ерҙәрен өләшә. XVIII быуат урталарында Неплюев Сәйет исемле баярҙы саҡыртып ала. Ырымбурҙан ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта, Ҡарғалы йылғаһының Һаҡмарға ҡушылған урынында Ҡарғалы тигән башҡорт ауылы була. Сәйет тора-бара шул ауылдың старшинаһы булып китә. Старшинаның Исхаҡ тигән улы сауҙа эштәре менән башҡорттар араһында йөрөй.

Бер ваҡыт Исхаҡ Ташлы йылғаһы буйына килеп сыға һәм, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, шунда туҡтала. Уның эргәһенә тирә-яҡ ауылдарҙан кешеләр күсеп килә. Нигеҙ һалыусы хөрмәтенә ауылды Исхаҡ тип атағандар. Шулай ҙа күптәр ауылды Ташлы тип йөрөтә.

Әммә Исхаҡ был ауылда тыныс ҡына йәшәй алмай. Әленән әле барымта менән киләләр, малдарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙы әйҙәп алып китәләр. Шуға күрә улар ауылды ташлап, Ырымбур яғына күсеп китергә мәжбүр булалар. Шунан һуң Ташлы ауылы бөтә ер-һыуы менән Тимашев тигән баярға күсә. Билдәле, был баяр ауылды киңәйтә, ауыл Ырымбур губернаһындағы иң матур ауылға әйләнә.

Тимашев күңел асырға, типтерергә, кәрт уйнарға ярата. Ул Ҡарғалы ауылынан берәүҙең бөтә мал-тыуарын, яңғыҙ һеңлеһен отоп ала. Ҡыҙҙы ул үҙенә алып ҡайтып китә. Ләкин ҡәрҙәштәренән айырылған ҡыҙ сит ерҙе бер ҙә ерһенмәй, илай-илай һарғайып бөтә. Аптырағас, Тимашев Ҡарғалы ауылынан ҡыҙҙың ҡәрҙәштәрен күсереп килтертә. Уларға ер бүлеп бирә. Шул рәүешле Алмалы ауылы барлыҡҡа килә.

Ташлыға күршеләш Аллабирҙе ауылында башҡорттар йәшәй, уларҙың ере Юшатыр йылғаһы буйында була. Ҡомһоҙ Тимашевтың ошо ерҙәргә лә күҙе төшә. Бер саҡ ул Аллабирҙе ауылына килә лә, халыҡты йыйып, үгеҙ һуйып, уларға ит ашата, араҡы эсерә. Эсеп башы әйләнгән халыҡҡа үҙенең бәләкәй генә үтенесе барлығын әйтә. «Һөйлә, баяр, әйт үтенесеңде», — тиҙәр башҡорттар. «Үтенесем шулай: әҙерәк ер кәрәк ине», — ти баяр. «Күпме кәрәк?», — тип һорай башҡорттар. «Күп кәрәкмәй, үгеҙ тиреһе ҡапларлыҡ булһа, шул еткән», — тип яуаплай баяр. «Бүстәк икән, әйҙә, ал», — тиҙәр башҡорттар.

Хәйләкәр Тимашев үгеҙ тиреләрен еп нәҙеклегендә телеп, бер-береһенә ялғай. Шуның менән әллә нисә саҡрым ерҙе уратып ала. Башҡорттар иң яҡшы ерҙәрен юғалтҡандарын аңлап, ғауға күтәреп ҡарайҙар, әммә бер ни ҙә сығара алмайҙар. Ҡағыҙға ҡул ҡуйылған.

Тимашев бының менән генә туҡталып ҡалмай, башҡорттарҙы һаман ҡыҫырыҡлай, үҙ биләмәләрен киңәйткәндән киңәйтә. Уның һөрөнтө ерҙәре генә 47 мең дисәтинәгә етә.

Ошо осорҙа Аллабирҙе ауылында Ғәҙебәк Насыр тигән кеше йәшәгән. Ул заманына күрә ярайһы уҡ уҡымышлы кеше булған. Көс яғынан да уға тиң кеше булмаған. Һабантуйҙарҙа күрше-тирәләге батырҙарға бил бирмәгән. Насыр гел генә Тимашев утарына барып йөрөгән, баяр менән кәрт уйнаған, һунарға сыҡҡан. Һирәк-һаяҡ баярҙың эске мәжлестәрендә лә ҡатнашҡан.

«Ниңә өйләнмәйһең, Насыр?» — тип һораған баяр бер ваҡыт унан. «Күңелгә оҡшаған кәләш таба алмайым», — тип яуаплаған Насыр. «Һай, иҫең киткән икән. Минең Алмалы ауылында урта бармаҡ кеүек ҡыҙҙар бар, теләгәнеңде һайлап ал», — ти икән баяр. Насыр риза булған.

Билдәләнгән көндө Насыр, кейенеп-яһанып, баяр утарына килә. Икәүләшеп былар Алмалы ауылына юл тоталар. Тимашев унлаған ҡыҙҙы бер төҫтә кейендереп, бөркәнсек ябындырып, теҙеп ҡуя ла, Насырға береһен һайларға ҡуша. Насыр, тәүәкәлләп, ыҡсым ғына кәүҙәле бер ҡыҙға күрһәтә. Ҡыҙ бөркәнсеген сисә. Насыр аптырап ҡала. Алдында шаҙра ҡыҙ баҫып тора. Өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, Насыр ҡыҙҙы ауылына алып ҡайтып китә.

Баяр Тимашевтың халыҡҡа ҡылған этлектәрен күреп, Насыр тыныс ҡына ҡарап ята алмай. Ул баярҙы өйрәтеп алырға була. Тимашев менән бер нисә тапҡыр һүҙгә килә. Ошонан уларҙың араһы киҫкенләшә. Бер төндө Насыр иптәштәре менән Тимашевтың утарына килеп, уның иң шәп айғырын урлай. Быны бер кем дә һиҙмәй ҡала. Иртәгеһен ҡараһалар, ишек тә, йоҙаҡ та имен, ә айғыр юҡ. Тимашев бар тирә-яҡтан айғырын эҙләтә, ғәйепһеҙ кешеләрҙе төрмәгә яптыра. Насырҙың быға тағы ла асыуы арта.

Айғыр ваҡиғаһына күп тә үтмәй, Насырҙың егеттәре баярҙың малын туҙҙырып, утарға ут төртә. Тимашев Ырымбурҙан ҡораллы отряд саҡырта. Ғәҙебәк Насырҙы ҡулға алалар.

Ауыл уртаһында мәсет төҙөү өсөн ауҙарылған бүрәнәләр өҫтөнә ултырып, Ғәҙебәк Насыр былай тип йырлай:

Аллабирҙе беҙҙең, ай, илебеҙ,
Йома көндө була баҙары.
Уйҙарыма һис тә инмәгәйне
Башҡайымдың былай булары.


Аллабирҙе тигән ҙур ауылдың
Мәжит күпис асты баҙарын.
Ғүмеркәйем булһа, бер ҡайтырмын,
Туҙҙырырға Тимаш донъяһын.

Оҙата сыҡҡан халыҡ илаша. Насыр уларға баштарын эймәҫкә, байҙарға һәм түрәләргә ҡарата аяуһыҙ булырға ҡуша.

Ғәҙебәк Насыр һөргөнгә оҙатылғас та, Тимашев тыныс йәшәй алмай. Юҡ-юҡта уның малы юғала, урманы ҡырҡыла, кәртә-ҡураһы көлгә әйләнә.

Йәйге көндәрҙә Юшатыр буйында Ғәҙебәк Насыр сығарған көйгә йыр яңғырай. Ошо китеүҙән Насырҙан хәбәр-хат килмәй, ә ул сығарған көй онотолмай, «Ғәҙебәк Насыр» исеме менән быуындан быуынға күсә килә.

Башҡарыусылар

үҙгәртергә

«Ғәҙебәк Насыр» йырын Н. Аллаярова башҡара.

  • Үҙаллылыҡ яулау юлында / «Аманат» студияһы. — Өфө, 1998. — 52 б.