Алты егет (йыр)
«Алты егет» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
Алты егет | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1898 |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Тарихы
үҙгәртергә- Алты егет бергә килгән,
Инһендәрме, еңгәкәй?
Яусыларға килгән микән,
Береһе бигерәк бәләкәй.
- Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Бәләкәйен керетмә.
Бишеһенән береһен һайла,
Ҡалған дүртен йөрөтмә.
- Байғужаның бисәһе бар,
Һайлап торма уныһын.
Сурағолда бйсә тормай,
Һайлаһаң — хур булырһың.
- Сәлихъянын һайлар инем,
Аты ла юҡ йөрөргә.
Киске кейәүем тимәһәң,
Төҫө лә юҡ күрергә!
Иштуғаны иш була алмай;
Күңелем төшмәй Хәйҙәргә.
Инде, еңгәм, нишләйем һуң,
Берәү ҙә юҡ һайларға!
- Берәүһен дә оҡшатмаһам,
Һайла шул бәләкәйен.
Үҙең ҡарап үҫтерерһең
Туп кеүтек кейәүкәйең!
1893 йылда С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Әбйәлил районы) Ташбулат ауылында «Алты егет» йырының төрлө варианттарын яҙып ала. Йырҙың һүҙҙәре һәм ноталары «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән» китабында баҫылып сыға.
Йырҙың башҡа варианттарын Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Л. Н. Лебединский һәм башҡалар яҙып ала.
Йырҙың тексы — бикәс менән еңгә араһындағы шаян диалог формаһында бара.
Квадрат структуралы, бейеү характерындағы көй.
Йырҙы тауыш һәм фортепиано өсөн — Х. Ф. Әхмәтов; хор һәм фортепиано өсөн Ш. Ш. Ибраһимов эшкәртә.
Башҡарыусылар
үҙгәртергәЙыр Лилиә Ишемйәрова[1], Гөлсөм Бикбулатова, Ғ. З. Сөләймәнов репертуарында бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ishemyarova Лилия Равиловна Ишемьярова 2016 йыл 18 август архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халҡ йырҙары. — Өфө, 1954. (баш.)
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. — М., 1965.
- Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. — СПб, 1897. — № 99.
- Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. (баш.)