Томан — башҡорт халыҡ йыры.

Томан
Башҡарыусы

Абдулла Солтанов,
Сөләймән Абдуллин,
Юлай Ғәйнетдинов, Ғата Сөләймәнов

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

4:14

Риүәйәте һәм йыры бергә

үҙгәртергә

Тау башындағы энәлек ағасына томан ятһа, был ерҙә толпар ат йоклаған була, тип һөйләй торғайнылар олатайзар. Егет кешегә ошо толпар йоҡлаған ергә баҫырға ярамай. Кыҙ кеше бaҫһa, бер ни ҙә булмай. Әгәр егет кеше бaҫһa, уны һағыш, ҡайғы баҫа, сит ергә китһә, тыуған ерен haғынып hapғая.

Ҡансыра ауылынан Һиҙиәт исемле бер ир-егет ошо толпар йоҡлаған ерҙән үтә. Күпмелер ваҡыттан һуң был Һарғая башлай. Ҡатыны Хәмиҙә бер көн иренә ҡарап йыр йырлай:

Иртә лә генә томан, кис тә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Ап-аҡ ҡына егет, һарғайҙың да,

Быйылғы йыл һиңә ни булған?

«Хафаланма, Хәмиҙәм, минең бер ерем дә ауыртмай. Тик ниңәлер эсем бошҡолай», — тигән Һиҙиәт. Бер мәл, Йәйсән йылғаһы буйында бесән сабып ятҡанда, Һизиәткә әрме хеҙмәтенә китергә саҡырыу ҡaғыҙы килтерәләр. Ул осорҙа хеҙмәткә саҡырылған кеше уҙенең аты, ҡоралы менән китергә тейеш була. Һиҙиәт менән Хәмиҙә икәүләп бик яҡшы ат, yҡ-haҙaҡ әҙерләй. Юлға сығыр алдынан әйләнеп ҡайта алмаҫын һиҙенгәндәй, ҡатынына тебәп, былай тип йырлай:

Иртән дә томан, кистә лә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,

Һин ҡapapһың. йәнем, мин булмам.

Хәмиҙә һығылып илай-илай ирен оҙатып ҡала. Әрмелә йөрөгәндә Һиҙиәт тағы ла нығыраҡ һарғая. Бер ваҡыт һағышына түҙә алмай ҡатынына хат яҙып ебәрә:

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,

Талдар араһында ҡағынып.

Ауырып та ятып һарғайманым,

Мин һарғайҙым һине һағынып.

Һиҙиәткә иленә ҡайтырға насип булмай: әрме ерендә донья ҡуя.

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Томан (йыр)

Һылтанмалар

үҙгәртергә