Шәүрә (йыр)
Шәүрә —— башҡорт халыҡ йыры.
Шәүрә | |
Башҡарыусы |
Абдулла Солтанов, |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
5:04, 7:20 |
Риүәйәте
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Борон заманда бөрйән ырыуынан бер башҡорт үҙе үлер алдынан Байым исемле кесе улын саҡыртып алып, өлкән улынан тол ҡалған килененә өйләнергә ҡуша. Егет нишләһен, йоланы боҙа алмай, күнә, ағаһынан ҡалған еңгәһен кәләш итеп алырға мәжбүр була.
Еңгәһенең тәүге иренән, йәғни егеттең ағаһынан ҡалған аҡылға һайыраҡ улы ла була. Шулай, исемле егет үҙенән күпкә өлкән еңгәһенә ир, уның улына атай була. Байтаҡ ғүмер итәләр, еңгәһе Байымды үҫтереп ала, сабыйҙан ғаилә башлығы булып өлгөргән Байым һылыу, көслө егет булып үҫеп етә.
Йырҙың тексы
Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә,
Шәүрә килен киләм дә тигәнгә.
Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян
Шәүрә килен дә кейгән еләнгә.
Шәүрә килен дә кейгән еләндең
Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы.
Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем,
Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы.
Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош,
Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала.
Эскенәйем тулып, ай, ут яна,
Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?
Бер мәл Байымдың еңгәһе, хәҙер инде ҡатыны тирә йүндә сибәрлеге менән дан тотҡан Шәүрә исемле ҡыҙҙы үҙенең аҡылһыҙ улына әйттерә. Ләкин, үҙ иркенән тыш килен булып килгән Шәүрә был егетте яратмай, ирһенмәй.
Шәүрә үҙенең йәштәше — һылыу, отҡор, тапҡыр ҡайныһына ғашиҡ. Байым да килене Шәүрәгә йән ата. Ләкин, береһе ҡайны, береһе килен. Береһенең үҙенән 2 тапҡырға өлкән бисәһе бар, береһенең үҙенән йәшкә олораҡ иҫәр ире.
Бер береһенә ғашиҡ булып, шунан аҙапланып, йоланы боҙоуҙы ғонаһ һанап, нимә эшләргә белмәй бер булып бөтәләр.
Шулай ҙа, көйҙөң тарихында әйтелеүенсә, ғашиҡтар Байым менән Шәүрә йорт-ерҙәрен ташлап ситкә китеп бәхетле тормош көтәләр.
Яҙып алынған
үҙгәртергә«Билге лә генә лә сәнстем, ай, биләнгә...»
1937 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылында Бибикамал Мәһәҙиеванан яҙып алынған.
«Башҡорт халыҡ ижады»ның I -се томы (1954) буйынса бирелә. Көйө менән «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1954) китабында баҫылган.
Нотаһы
үҙгәртергә- БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ - Х.Әхмәтов, А.Харасов, Л.Лебединский (1954г)(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Левират — ғаиләлә ир кеше үлһә, малды ситкә ебәрмәҫ өсөн мәрхүм ирҙең ҡустыһын тол ҡалған еңгәһенә өйләндергәндәр. Башҡорт халыҡ йыры Шәүрәлә шул хаҡта бәйән ителә.
- Шәүрә йырының тарихының төрлө варианттары бар, улар башлыса бер, ләкин ҡайһы бер үҙгәрештәре бар, мәҫәлән егеттең исеме төрлө булыуы ихтимал. Был вариантта егеттен исеме — Байым.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар берекмәһе(недоступная ссылка)
- БАШҠОРТТОҢ 100 ЙЫРЫ. М.Алкин 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар берекмәһе сайтында йырҙың һүҙҙәре һәм ноталары(недоступная ссылка)