Ильяс (йыр)

башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй

«Ильяс» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Ильяс
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Автор Халыҡ
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Тәүге тапҡыр 1937 йылда Л. Н. Лебединский М. А. Буранғоловтан яҙып ала, Ғ. З. Сөләймәнов яҙмаһында «Башҡорт халҡ йырҙары» йыйынтығында (1954) баҫтырыла.

Йыр лирик-драматик характерҙа.

Риүәйәте

үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, «Ильяс» йыры һунарҙа булған фажиғәгә бәйле яҙылған. Ике ир туғандың береһе, йәнлек көтә торғас, йоҡлап китә, йоҡо аралаш туғанының ҡондоҙ бүркен төлкө тип ҡабул итеп, яңылыш атып ебәрә һәм үлемесле яралай. Көйҙөң үҙенсәлеге йырҙың интонация нигеҙен тәшкил иткән юғары терция тонын күп тапҡыр уратып йырлауҙан ғибәрәт.

Икенсе версия буйынса, Ирәндек яғындағы ауылдарҙың береһендә ике бер туған йәшәгән. Береһенең исеме Ильяс булған. Бер заман былар урман яғына кәсеп итергә киткәндәр. Шул юлда йөрөгәндә ике туғандың береһе, өлкәне, ауырып үлеп ҡала. Ҡустыһы Ильяс ағаһының мәйетен тыуған ауылына алып ҡайтып ерләй. Тау башына менеп, ҡайғылы көй көйләп ултырыр булған. Ул көйҙө аҙаҡ «Ильяс көйө» тип йырлағандар. Йырҙарын да Ильяс сығарған. Был версия Баймаҡ районы Байыш ауылынан күренекле ҡурайсы һәм йырсы Дәүләтшин Ишбулат Мостафа улынан яҙып алынған[1].

«Ильяс» йырын М. Х. Әхмәтов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртә, ул шул уҡ йырҙы «Урал батыр» башҡорт эпосын уҡығандан һуң тип аталған 3 сө симфонияһында вокаль өҫтәмә итеп ҡуллана.

Башҡарыусылар араһында — Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле, Т. М. Дәүләтшин, В.Ғ.Хызыров.

Йырҙың тексы

үҙгәртергә

Беренсе версия

Иртәнсәккәй сығып бер ҡараһам,
Эй, Ирәндекәй тауы ята ла бит күгәреп,
Шул яҡтарға ҡарап бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫ та ғ(ы)на ебәреп.
Ирәндекәй тауҙың үңеренән
Күренеп кенә ята күп ерҙәр.
Донъя рәхәтлеген күрә алмай
Үлеп кенә китә күп ирҙәр[1].

Икенсе версия

Күгәреп та ятҡан ай арҡа еркәйгә шул
Ат юрттырып меңһәң, көс була.
Уҙған ғына ғүмеркәйҙең юҡ билгеһе юҡ билгеһе шул
Таң ата ла көндәр кис була.
Ебәккәй генә ҡушып үрә алманым шул
Ерәнсәкәй атым ялына.
Атым менән генә, ағзам теүәл булһа шул,
Ҡайғырмайым донхъя малына.
Югән генә тотоп ҡулыма, төшөп киттем
Туғайҙағы торған туры атҡа.
Егет кенә кеше ҡурҡыу белмәй йөрөр шул,
Етешермен тиеп моратҡа[2].

Кәрим Дияровтың ҡуйын дәфтәренән

үҙгәртергә

Был көйҙөң тарихын Кәрим Дияров 1927 йылда Тоҡтағол ауылында йәшәүсе Мәғәфүров ағайҙан яҙып алған.

Йыр ХIX быуаттың тәүге яртыһына ҡарай. Ильяс хәҙерге Баймаҡ районы Күсей ауылында ярлы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан мут һүҙле, ҡурай моңон, йырҙы өҙөлөп яратыуы менён башҡа балаларҙан айырылып торған. Үҫеп еткәс, ул сәсәнлеге һәм йырсы булыуы менән дан тотҡан. Ирәндек тауының ҡая ташы йәки Күсем ташына менеп йырлаған саҡта уның тауышы 20 саҡрым алыҫлыҡҡа, Үләндекүлгә тиклем, ишетелер булған. тулы кәүҙәле, ҡара ҡашлы, һылыу егетте бар халыҡ яратҡан. Йәш ғүмерен байҙарға бил бөгөп үткәргән, әммә ни тиклем тырышһа ла, тейешле хаҡ ала алмаған. Ошо арҡалы уның йөрәгендә байҙарға ҡарата нәфрәт уты уяна. Байҙар унан ҡотолоу юлын эҙләй башлайҙар. Ауылдағы бер ярлы ғаиләнән эшлекле, һылыу ҡыҙҙы ярата, ике яҡтан да ата-әсәләр йәштәрҙең яратышыуына ҡәнәғәтлек менән ҡарағандар. Байҙар Ильясты эшкә алмай башлай, ахыр сиктә, йәше етмәһә лә, уны һалдатҡа ебәрәләр. Уны оҙатҡан саҡта Ильяс ошо йырҙы йырлай:

Ҡара ла бүркеңде кей күтәреп,
Ҡара бөҙрә сәсең дә күренһен.
Дошмандарын күреп көйөнһөндәр,
Дуҫ-иштәрең күреп тә һөйөнһөн.
Йүгерек тә кейек һис алдырмаҫ,
Ҡаршыһында ҡая ла тау булһа.
Егет кенә лә кеше кәм-хур булмаҫ
Ғәзиз башҡайы ла уның һау булһа.
Елә лә генә саба мин йөрөнөм
Тыуған ерҙәремде әйләне.
Һау-сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын
Тыуған икәемә әйләне.
Ҡарағай ҙа ағас һылыу ағас
Ыжғыр елдәргә лә бирешмәй.
Ирмен генә тигән ир-егеткә
Башты түбән эйеү килешмәй.

Ильяс Төрөкмән ауылы егете Мәхмүт (йәйәүле Мәхмүт) менән бергә Салковский тигән (Циолковский) майор ҡулында хеҙмәт итәләр. Хеҙмәт иткән осорҙа улар ни сәбәптәндер төрмәгә эләгәләр һәм Салковскийҙы маҡтап йыр сығарғандары арҡаһында азат ителәләр. Салковский уларҙы саҡыртып ала, Мәхмүт был көйҙө ҡурайҙа уйнай, ә Ильяс йырлай:

Парлап та парлап ат ектергән, тибеҙ
Ай түрәкәй генә…
Юрғалата баҙар ҙа алдында
Ике генә башҡорт яуап бирә, тибеҙ
Ай түрәкәй генәм…
Салковский майор алдында
Атҡынайың яҡшы, үҙең дә ҡупшы, тибеҙ,
Ай түрәкәй генәм
Ҡайһы илдәрҙән килгән был түрә.
Был түрәлек йәшләй һиңә ник бирелгән, тибеҙ,
Ай түрәкәй генәм…
Аҡылдарың камилға күрә….

Был йыр «Түрәкәй» исеме аҫтында билдәле. шул йылдарҙа Ырымбур генерал-губернаторы Перовский командалығында Аҡмәсет нығытмаһына яһаған походта Циалковский ҙа ҡатнаша. Ошо походтан һуң Ильяс менән Мәхмүт тә ҡатнаша. Ильяс, иленә ҡайтҡас, Күсем ташына менеп, иртәнге таңда йыр йырлай (йырҙың беренсе версияһы). Ауылдаштары уны тауышынан танып, ҡаршы барып алалар. Тик ата-әсәһе был донъянан киткән булып сыға, ә һөйгән ҡыҙын көслөк менән бер бай икенсе бисәлеккә алған. Тиҙҙән байҙар Ильясҡа ялған ғәйеп тағып, уны Себергә оҙаталар.

Ошо ваҡыттан алып «Ильяс көйө» унан ҡалған ҡомартҡы тип һанала һәм Баймаҡ, Әбйәлил райондарында был йырҙы айырыуса яратып йырлайҙар, ҡурайсылар ҡурайҙа уйнайҙар (Кәрим Дияровтың «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫтырылған «Ильяс» исемле мәҡәләһенән бирелде, сығанаҡтары һаҡланмаған).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар /төҙ. Ф.Нәҙершина. Өфө, 1996. 26-27 бит.
  2. Башҡорт халҡ йырҙары. Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө — 1954. 162 бит.
  • Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар /төҙ. Ф.Нәҙершина. Өфө, 1996

Һылтанмалар

үҙгәртергә