Шарлы урман (йыр)
Шарлы урман (йыр) — 60-сы йылдар аҙағында Өфө ҡалаһында Ҡотләхмәт Вәлиәхмәтовтан (Әлшәй районы Маянған ауылынан) Ф. А. Нәҙершина яҙып алған йыр.
«Шарлы урман» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Композитор |
халыҡ |
Авторы |
халыҡ |
Йырҙың тарихы
үҙгәртергәЯйыҡһыбы ырыуы башлығы Яйыҡһыбы ҡарт нәҫел-нәсәпле, заманында бик абруйлы кеше булған. Уның уландары ғына һигеҙгә еткән: Ҡармыш, Сураҡай, Сурай, Әлшәй, Ташлы, Аҡҡолай, Ҡайып, Дүртөйлө, Яйыҡһыбы ҡарттың һигеҙ улына һигеҙ ауыл булған. Был ауылдар әле лә шул уландар исеме менән йөрөтөлә.
Бер саҡ ырыу башы, бер татарҙы тәржемәсе итеп яллап, Петербурға яһаҡ тапшырырға ебәрә. Был татар үҙен Яйыҡһыбы ҡарттың туғыҙынсы улы тип күрһәтеп, Туҡтар-Әбдрәшит тип яҙҙырып ҡайтҡан. Шуға был татарҙар араһы башҡорттарҙың мең ырыуына туғыҙынсы ауыл булып ингәндәр.
Туғыҙ ауыл һуғышҡа, яуға һәр ваҡыт әҙер торған. Ағай-энеләр ҙә берҙәм, татыу йәшәгән. Тик бер заман урыҫ баярының хәйлә тоҙағына эләгеп, ағай-энеләрҙең өсөһө, бер булып, Шарлы урманын (Әлшәй, Бәләбәй райондарындағы урман) һатып ҡайтҡандар. Ҡалғандары быға бик әрнегән. Урманынан ҡолаҡ ҡаҡҡан халыҡ йыр сығарған:
Шарлы урман (Һаҙлы)
үҙгәртергәШарлы урманҡай тигән урман ҡайҙа?
Ҡайҡымбирҙе кеүек һыу ҡайҙа?
Шарлы урманҡай беҙҙән китте инде,
Кинәнеп һурып эсергә бал ҡайҙа?
Шарлы урманҡайҙарҙың уртаһында
Ҡушылып-боролоп үҫкән бер уҫаҡ,
Шарлы урмандар беҙҙән китмәҫ ине,
Бөтә Яйыҡһыбы бер булһаҡ.
Ҡайҡымбирҙе — Шарлы урман тирәһендәге йылға.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.100-101-се биттәр. ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. II том, 190-сы бит