Ҡолой кантон (йыр)
«Ҡолой кантон» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көйҙәрҙең береһе. Тәүге тапҡыр 1920-се йылдарҙа билдәһеҙ автор яҙып ала. Йырҙың бер нисә варианты 1951 йылда «Совет музыкаһы» журналының 3-сө һанында донъя күрә. Йырҙың варианттарын артабан фольклорсы ғалимдар Л. Н. Лебединский, С. Ә. Галин, К. Й. Рәхимов, И. В. Салтыков, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала. Йырҙың көйө бик һағышлы.
«Ҡолой кантон» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Тарихы
Фольклор материалдарына ҡарағанда, Мөхәмәтҡолой Көсөков Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) тыуған, сирек быуат дауамында кантон башында торған: 1800—1825 йылдарҙа үҙәге Иҫәнгилде ауылында булған 5‑се башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәгән. Үҙ заманының иң бай феодалдарының береһе булған. 5 мең баш самаһы йылҡыһы булған, 5 тирмәнгә эйә булған (улар Мейәс, Ҡараһыу йылғаларында ҡоролған булған), көймәһенә 13 ат ектереп йөрөр ине, тигән хәтирәләр һаҡланған. Мөхәмәтҡолой (Ҡолой) ауылына нигеҙ һалған. Шул уҡ ваҡытта уны «ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған» холоҡһоҙ түрә итеп ҡылыҡһырлауҙар ҙа бар.
«Ҡолой кантон» йыры ошо кантон башлығына арналған. Йырҙың йөкмәткеһендә ҡанһыҙлығы менән даны сыҡҡан Ҡолой кантон тураһында бәйән ителә. Геройҙы белемле һәм мәрхәмәтле итеп һүрәтләгән варианты Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында таралыу алған. Йыр айырыуса Урал аръяғы башҡорттары араһында киң билдәле.
Шағирә Кәтибә Кинйәбулатова Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мәүлит ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала. Мөхәммәтҡолой ауылы тап ана шул Ҡолой кантон ауылы булып та тора. Шағирә кантон башлығының яуызлығы тураһындағы юлдар синфи көрәш шауҡымы булараҡ аҙаҡ өҫтәп яҙылған тип һанаған. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты журналист Гүзәл Сулпан ҡыҙы Хәмитова ошолай тип яҙа:
Мин "Ҡолой кантон" йыры буйынса тапшырыу эшләгәндә, Кәтибә Кинйәбулатова геройҙың ни өсөн шулай яуыз кеше итеп һүрәтләнеүен шулай тип аңлатҡайны. Шағирә ошо йырҙы яҙып алып "Ағиҙел" журналына килә һәм баҫтырып сығарырға теләй. Ул заманда баш мөхәррир булып эшләгән Кирәй Мәргән йырҙың ҡайһы бер һүҙҙәрен төҙәткеләй башлай. Үҙенең ҡылығын элек кантондар бай булған, шуға күрә улар бер нисек тә һәйбәт кеше була алмай, тип аңлата. Моғайын, совет осоронда хөкөм һөргән сәйәсәттең йоғонтоһо арҡаһында Мөхәмәтҡолой яуыз кеше итеп һүрәтләнгәндер [1] |
Мөхәмәтҡолой Көсөков 1806—1807 йылдарҙа Рус-прус-француз һуғышында ҡатнашҡан. 1778—1780 йылдарҙа, 1782 йылда, 1793 йылда һәм 1794 йылда Себер сик һыҙығында, ә 1785 йылда һәм 1795 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[2]. 1812 йылда Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Яҡташтары уны Силәбе өлкәһенең Иҫәнгиле ауылы зыяратында ерләнгән тип һанайҙар. Янындағы ҡәберҙә яуҙарҙы уны оҙатып йөрөгән ҡатыны Ғәфифә ҡуйылған тигән фекер киң таралған [3].
Эшкәртеүселәр
Көй киң интервалдан башлана, һыҡтау рәүешле яңғырай, артабанғы ҡатмарлы биҙәкләнеш уның тәьҫирен көсәйтә. Йырҙы музыка ҡоралдары ҡатнашлығында, шулай уҡ музыкаһыҙ ғына башҡарыу өсөн композиторҙар Ш. Ш. Ибраһимов — хор (a capella), В. И. Виноградов, З. Л. Компанеец, А. М. Ҡобағошов, Рәхимов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.
Башҡарыусылар
«Ҡолой кантон» көйөн профессиональ йырсылар ҙа, үҙешмәкәр башҡарыусылар ҙа репертуарҙарына теләп индерә: улар иҫәбендә Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле, М. Ф. Буранғолов, Ф. Ә. Килдейәрова, Т. М. Дәүләтшин, З. З. Илбаева, Ғ. З. Сәфәрғәлин, Ғ. С. Әлмөхәмәтов, Р. С. Әхмәҙиева.
Йырҙың тексы
|
|
|
|
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Ҡолой кантон (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры. Өфө, 2011
- Сығанаҡ: Башкирские народные протяжные песни: /Сост. Л. Сальманова. - Уфа: Гилем, 2007. - 119 с.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1974. 90-91-се б.