Бүгәс (йыр)
«Бүгәс» («Бүгәс маршы», «Бүгәсәү», «Оло юл») — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр Н. Д. Шоңҡаров тарафынан 1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районы Ҡондоҙло ауылында яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫтырыла. «Бүгәс» йыры варианттарын Салауат Галин, Кирәй Мәргән яҙып алған. Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы йырҙарға ҡарай.
Тарихы
үҙгәртергәЙырҙың тексы
Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә,
Арғымаҡтарын да уйнатып.
Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә,
Дошман ғәскәрҙәрен шул ҡыйратып.
Оло ғына, һай, ғәскәр юлдан уҙа,
Һауаларға оса шул туҙаны.
Бүгәс батша, һай, яуыз түрәләрҙе,
Ҡуй-һарыҡтай итеп тә тураны.
Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә,
Бүгәс батша икән шул хужаһы.
Яуыз түрәләрҙе ҡырып бөткәс,
Бөтмәҫ микән илдең нужаһы.
Оло ғына, һай, юлдан Бүгәс килә,
Ебәк билбауын быуып биленә.
Баяр, түрәләрҙән тартып алып,
Ер-һыу бирә икән иленә.
«Бүгәс» йырының тексында тарихи шәхес — Емельян Пугачев һүрәтләнә. Халыҡ уны халыҡты яҡлаусы, ер һәм ирек биреүсе ғәҙел батша итеп күрһәтә.
Емельян Пугачев — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Яйыҡ казактарының күтәрелеүенән башлана. Ошо ваҡытта Яйыҡ буйына ҡасҡын Дон казагы Емельян Пугачев килеп сыға. Ул үҙен ябай халыҡты, бигерәк тә казактарҙы яҡлаған өсөн ҡатыны Екатерина II зыянлыҡ күргән «император Петр III» тип таныта. Пугачев казактарҙы үҙенә хеҙмәткә саҡыра. Казактар «императорға» хеҙмәт итергә риза була.
Пугачев бөтә иҙелгән халыҡтарға яңы манифесттар тарата башлай. Манифестарында ул һәр халыҡҡа иң мохтаж нәмәһән, шунан тыш бөтәһенә лә ер, мәңгелек ирек вәғәҙәләй.
1773 йылғы ихтилалға бер йыл тигәндә, Пугачев ҡулға алына һәм 1775 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә язалап үлтерелә. Был ваҡытта Пугачевҡа 33 йәш тирәһе була. Шул иғтибарға лайыҡ: Пугачев тураһында урыҫтар, ныҡ тыйылған булғанғалыр, йыр ижад итмәгәндәр. Башҡорт илендә лә исеме бик ҡаты тыйыу аҫтында булһа ла, халҡыбыҙ Бүгәс батша тураһында йырҙар сығарған һәм ике быуат буйына уларҙы һаҡлап килгән. Шуларҙың береһен 1961 йыл яҡташыбыҙ, фольклорсы-ғалим Салауат Галин Һарытау әлкәһенең Пугачев районы Ҡондоҙло ауылында йәшәүсе Мөхтәров тигән ағайҙан яҙып алған. «Бүгәс» (йәки «Бүгәс маршы») йырында Бүгәс батшаның батырлығы, дошманына аяу белмәй һуғышыуы бәйән ителә, көрәштең маҡсаты ыҡсым ғына итеп аңлатыла.
Декламацион көй аныҡ структура, ябай боролоштар менән айырыла.
Башҡарыусылар
үҙгәртергә- «Бүгәс» йырын Ғ.З. Сөләймәнов башҡара.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983