Көйөлдө (йыр)
«Көйөлдө» (башҡ. Көйөлдө) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
«Көйөлдө» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
Тормош-көнкүреш йырҙары төркөмөнә инә.
Тарихы
үҙгәртергәЯҙ миҙгелкәйҙәрен шунан беләм:
Һыҙғырып та оса көйөлдө.
Һағынғанда дуҫым бер йырларһың,
Отоп алсы ошо көйөмдө.
Иртә лә генә тороп тышҡа сыҡһам,
Көйөлдө ҡош оса һыҙғырып.
Сәсбауҙарын һалып, биштән үреп,
Үҙ еңгәйем килә ҡыҙ булып.
«Башҡорт халҡ йырҙары» китабында баҫылып сыға, төҙөүсе-мөхәррире, инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторҙары Х. Ф.Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Харисов Әхнәф Ибраһим улы (Өфө, Башҡ. китап нәшриәте, 1954 йыл). Йырҙы Тимирязев исемендәге Ауыл хужалығы академияһы студенты, Учалы районы Ҡорама ауылы егете Спартак Ильясовтың йырлауы буйынса Абрар Ғабдрахманов яҙып алған. Йыр уҡытыусыһы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) Әҙеһәм Исҡужин репертуарынан.
Йөкмәткеһе
үҙгәртергәЙыр нигеҙендә тормоштоң ябай, көндәлек күренештәренә, ғаилә мөнәсәбәттәренә бәйле тыуған хис-тойғоларҙы уртаҡлашыу ята. Бигерәк тә йәш егеттең еңгәһенә ҡарата булған шәхси кисерештәре моңға үрелеп бирелгән.
Характеристикаһы
үҙгәртергә«Көйөлдө» — туғанлыҡ кисерештәрен тәбиғәт күренештәренә бәйләп асҡан фәлсәфәүи характерҙағы йыр. Көйө киң диапазонлы (дуодецима), бай орнаментика һәм көйләүгә ҡоролған. Йырҙың башына көйҙөң децимеға күтәрелеү хәрәкәте хас, аҙаҡ әкренләп түбәнгә тоникаға ҡарай хәрәкәт итә.
Башҡарыусылар
үҙгәртергәБашҡарыусылар — Әҙеһәм Исҡужин, Спартак Илъясов.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. Өфө-Китап. 1997
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.