Хисам (йыр)

Башҡорт халыҡ йыры

«Хисам», «Хисам көйө» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй, йыр лирик-эпик характерҙа. «Хисам» йырын шулай уҡ «Ата зары», Ейәнсура районы территорияһында аҡҡан йылға исеме буйынса «Өҫкәлек» тип тә йөрөтәләр[1].

Хисам
Сәнғәт формаһы Йыр
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Тәүге тапҡыр «Хисам» йырының көйөн З. Ғ. Исмәғилев 1947 йылда М. И. Ғәлиеванан яҙып ала. Йыр 1964 йылда нәшер ителгән «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға. Башҡорт халыҡ йыры "Хисам"дың башҡа варианттары ла табыла. Уларҙы Ф. Х. Камаев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала.

«Хисам» йырының авторы Орск өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Урта Муйнаҡ ауылында тыуған. Хисам сәсән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Риүәйәтенә ярашлы, Хисам сәсән был йырҙы үҙе сығарған һәм уны ғүмере буйы йырлап йөрөгән[2].

Легенда буйынса, Хисам сәсән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан тигән фараз бар. Атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Берҙәм мәҙәниәт порталында, Башҡорт энциклопедияһында, шулай тип яҙылған. Әммә был дөрөҫ түгел. Беренсенән, Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында Арыҫланов Хисаметдин Әйүп улын йырҙың авторы тип иҫәпләйҙәр. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында уға 58 йәш. Тимәк, ул 1862 йылда тыуған. Шуға күрә 1812 йылғы Ватан һуғышында бер нисек тә ҡатнаша алмаған. Әгәр 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Арыҫланов Хисаметдин Әйүп улы Түбәнге Муйнаҡ ауылында йәшәгән. Уның ҡатынына 50 йәш. Уларҙың ғаиләһендә 9 кеше: 20, 16 һәм 6 йәшлек 3 улы, 13 йәшлек ҡыҙы, 17 йәшлек килене, 8 йәшлек, 7 йәшлек ейәнсәре. 13 йәшлек ҡыҙы Мәғфүрә — Мәғфирә Ғәлиеваның әсәһелер, моғайын.

«Хисам» көйө киң диапазонлы (дуодецима) һәм орнаментикаға бай, моңло.

Өҫкәлеккәй буйын үрләп үк йөҙә
Ҡыҙыл ғына ҡанат күк бәрҙе.
Был донъяҡайҙарға ышанмайыҡ:
Һемәйтеп үк китә күптәрҙе.

Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ильяс ҡыҙы Ғәлиева тыуған ауылында ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡатнаша һәм, ҡарт олатаһы хаҡында һөйләп, башҡорт халыҡ йыры "Хисам"ды башҡара.

«Өҫкәлек» йыры Муйнаҡ ауылы эргәһендә аҡҡан шул уҡ исемдәге йылға исеме менән бәйле. «Ата зары» йырының килеп сығышын ошолай аңлаталар: Хисамдың Ғабдулла исемле улы булған. Ул башта Петровское ауылында, артабан Ырымбурҙа, Каруанһарайҙа белем алған.

Ғабдулла уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы кеше булған, ғәрәп телендә иркен аралашҡан.

Ул ваҡытта башҡорт байҙары урыҫтарға ер һатҡан булған. Хисам, начальник булараҡ, ер төҙөлөшө эштәрен тикшергән. Элек Керпе буйындағы ерҙәр башҡорттарҙыҡы булған. Ғабдулла, тыуған йортона ҡайтып еткәс, атаһына ярҙам иткән һәм килешеүҙәргә үҙ белдеге менән ноль һанын өҫтәп, күберәк ер һатҡан байҙарҙың мутлыҡтарын асҡан һәм был турала атаһына еткергән. Ерҙе һатыу ваҡытлыса туҡтатыла. Байҙар, ҡайһы берәүҙәрҙе ҡотортоп, Ғабдулланы туҡмай. Ул оҙаҡ ҡына дауаханала ята. Ләкин аяҡҡа баҫа алмай, вафат була.

Улын юғалтҡандан һуң, Хисам был йырҙы ижад иткән.

«Хисам» — лирик-эпик йыр. Көйө киң диапазонлы (дуодецима), уға орнаменттарға бай бөгөлдәр хас.

Башҡарыу

үҙгәртергә

«Хисам» йырын күп йырсылар башҡара. Улар араһында — С. Ә. Абдуллин, С. Ғ. Бараҡов, М. И. Ғәлиева, Айытҡолов Азат, Ғәйнетдинов Миңләхмәт, И. И. Дилмөхәмәтов, Р. Р. Ҡарабулатов, Ф. Й. Ҡудашева, Ф. Ғ. Ноғоманова, Ғ. З. Сәфәрғәлин, С. Ә. Кейекбирҙина, Юлдашев Роберт, Азамат Тимеров башҡара.

Композитор Заһир Исмәғилев йырҙы тауыш һәм фортепиано, хор (a cappella) өсөн эшкәртә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә