Зөлхәбирә (йыр)

Халыҡ йыры

Зөлхәбирә (рус. Зульхабира) — йыр, башҡорт халҡының оҙон көйҙәренең береһе.

Зөлхәбирә
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр Оҙон көй
Башҡарыусы/артист Абдуллин Сөләймән Әйүп улы, Абдулла Солтанов һәм Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Йырҙың тексы

Зөлхәбирә китап уҡый,
Ҡыя ябып шәлен башына.
Зөлхәбирә үкһеп илай,
Хур булдым тип кеше ҡаршында.

Мостафа мулла бай икән,
Ун ике лә кәртә тотторған.
Бай булһа ла, аҡылы һай икән,
Кәрт уйнатып, ҡыҙын отторған.
[1]

«Зөлхәбирә» йыры бер нисә вариантта йәшәп килгән. Уны беренсе тапҡыр совет музыка белгесе, фольклорсы Л. Н. Лебединский 1937 йылда Баймаҡ районында ҡурайсы Х.Ғ.Муллаҡаевтан яҙып алған. 1969 йылда «Азия һәм Көнсығыш халыҡтары музыкаһы» йыйынтығында ул «Башҡорттарҙың оҙон көйлө йыры „Зөлхизә“» тигән мәҡәләһен баҫтыра. Йыр «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығына индерелә.

«Зөлхәбирә» йыры — лирик‑драматик эстәлекле йыр, куплетлап башҡарыла, трагик аһәңле.

«Зөлхәбирә» йырының бер вариантын Ф. А.Нәҙершина яҙып ала[2].

Легендаһы

үҙгәртергә

Йырҙа бәйән ителгәнсә, Мостафа мулла кәрт уйнарға әүәҫләнә һәм өйәҙ исправнигы менән Зөлхәбирә исемле ҡыҙын кәрткә һалып уйнатып, отола. Ҡыҙ баланың яҙмышы фажиғә менән тамамлана.

Йырҙы башҡарыусылар һәм эшкәртеүселәр

үҙгәртергә

«Зөлхәбирә» йырын башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин ,А. А. Солтанов Я. Ф.Аҡмырҙин, З.Ғ.Мәхмүтов, Ғата Сөләймәновтар.

Йырҙы музыка ҡоралдарында һәм музыкаһыҙ башҡарыуға эшкәртеүселәр: Р. Х.Ғәзизов — тауыш һәм фортепьяно, А. Г. Тихомиров хор (а cappella) өсөн эшкәрткән.

Татар композиторы Мансур Мозаффаров был легенданы файҙаланып, татар ерлегенә күсереп, «Зөлхәбирә» тигән опера яҙған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Нәҙершина Ф. А. Рухи хазиналар. Өфө, 1992.

Һылтанмалар

үҙгәртергә