Һыр — башҡорт халыҡ йыры.

Һыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

3:35

Рәсәй батшалары башҡорт яугирҙарын Урта Азия халыҡтарын бойһондороп алыу сәйәсәтендә лә ҡуллана. Ырымбур губернаторы генерал А. Перовский атылып ағып ятҡан Һырдаръя (Сырдаръя) аша сығып, Аҡмәсет [1] ҡалаһын алырға күп тапҡыр уҡталған.

Мендем генә тауҙың, ай, башына

Ҡолан менән болан ауларға.

Ата-әсәйем миңә теләй микән,

Төшмәһен, тип ҡаты яуҙарға.

Ҡамыштарҙан күпер һалыр инек

Һырдаръяны аша уҙырға.

Хәлдәребеҙ етмәй, аслыҡ киҫкән,

Тура килә ултырып иларға.

Һырдаръяҡай буйы, ай, ҡомлоҡтор,

Аттарыбыҙ ерһенеп, түҙә алмай.

Перовский майор фарман бирә

Һаман алға тиеп, туҡталмай.

Ҡошҡайҙар ҙа осоп көҙөн килә

Уралдарҙа осҡан күс белә.

Интектерә беҙҙе Перовский

Аҡмәсеткә тотҡан үс белә.

Аршын-аршын ғына, ай, аҡ уҡа,

Перовский еңе остары.

Бары беҙҙең генә башҡорттар шул

Күҙ терәгән әрме көстәре.

Һырдаръялар аша сығыр инек,

Аҡмәсеткәй тигән ҡалаға.

Башҡайыбыҙ аҙҙы бик үк йыраҡ -

Азиатский тигән далаға.

Иртәнсәккәй торһам, бер ҡарайым

Һыҙылып та ятҡан ҡош юлын.

Атҡайҙарым арыҡ, кейемем юҡ,

Нисек уҙғарырмын ҡыш көнөн.

«Һыр» башҡорт халыҡ йырынан.

Уңышһыҙлыҡтарға осрау уны туҡтатмай. Маҡсатына өлгәшеү өсөн, тау-таш яуып торһа ла, алға барыуға ҡыҫтай. Аҙыҡ запастары бөтөү сәбәпле, яугирҙар ҙа хәлһеҙләнә, аттары ла быуынһыҙға әйләнә. Һырдаръяны сыға алмай, бик күбеһе аты-туны менән һыуға батып һәләк була. Киләһе йырҙың йөкмәткеһе шул ваҡиғаға бәйле.

 
Ҡаҙағстанда Һырдаръя йылғаһында эңер

Оҙайлы барған һуғыштарҙан һуң, ниһайәт, Аҡмәсет яулап алына. Уның урамынан үткәндә йырланған ошо йыр«Әрме» , «Һыр», «Аҡмәсет» исемдәре менән йөрөтөлә. Аҡмәсет бөтөнләй баш һалғас, генерал А. Перовский башҡорт ғәскәре менән уның урамдары буйлап ҡаланы ҡарап йөрөгәндә, ҡурайсылар дәртле көй уйнайҙар. Яугирҙарҙың хатта аттары ла, ошо көйгә тап килтереп, баҫҡан. Генералды данлап махсус уйналған көй ошо көнгәсә Перовский тип йөрөтөлә [2].

Аҡмәсет тарихынан

үҙгәртергә

Аҡмәсет ҡалаһына 1820 йылда Коканд ханлығында нигеҙ һалынған.[3]. Хәҙер Һырдаръя яғының ике ярында, Астананан көньяҡ-көнбайышҡа табан 830 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1852 йылда А. Перовский ғәскәре яулап алғанға тиклем форт Аҡмәсет тип аталған (ҡаҙаҡса Ақ-Мешіт)

1867 йылдан Һырдаръя өлкәһенең өйәҙ ҡалаһы Перовск булып китә.

1925 йылда ҡаланы Ҡзыл-Орда (Ҡыҙыл Урҙа) тип атай башлайҙар.1997 йылдың 17 июнендә Ҡаҙағстан Президенты Указы менән Ҡзыл-Орда транскрипцияһы Ҡызылордаға әйләндерелә[4].

  • Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. СПб., 1897;
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962;
  • Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.
  • Галин С. А. Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.¬- Өфө: 2011. — 400 бит.
  • Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.
  • Ахметов Х. Ф. Башкирские протяжные песни. — М.: Всесоюзное издательство «Советский композитор», 1978. −24 с.
  • Буранғолов М. Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.
  • История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века — Уфа: Китап, 1996. — 520 с.:ил.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [1]
  2. Акъюлов А. С. Перовский Василий Алексеевич // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8
  3. Кокандское ханство [2]
  4. Кызылорда [3]