Перовский —— башҡорт халыҡ йыры.

Риүәйәте үҙгәртергә

Беҙҙең яҡҡа Ырымбур губернаторы Перовский килергә булғас, Ҡыуатов көнәз быны бик яҡшы итеп ҡаршы алмаҡ булла. Һый әҙерләтә. Юлдаш ауылынан Шафиҡ тигән ҡурайсы саҡырта. Шафиҡ бик оҙаҡ һалдат хеҙмәтен үтәгән кеше була.

Көнө еткәс, Ҡыуатов бер уяҙ урында (шул урынды әле лә «Перовский уяҙы», тип йөрөтәләр) һалдаттарҙы теҙҙерә. Ат өҫтөндә килгән Перовскийҙы күреү менән, Шафиҡ ҡурайсы марш уйнап ебәрә. Һалдатта уйнаған маршы булды микән, әллә Перовскийҙың үҙенә төбәп сығарған көй булдымы — быныһын хәҙер әйтеп булмай. Губернатор ат өҫтөндә килеш һалдаттар алдынан әйләнеп сыға. Шафиҡ ҡурай уйнай. Уның ҡурайына башҡа егеттәр ҙә ҡушылып китә. Марш көйөнә Перовскийҙың аты бейегән һымаҡ итеп юрғалай икән.

«Перовский» — өс өлөштән торған көй ул. Бейеүгә һалабыҙ, тип, көйҙөң һөлдәһен генә ҡалдырҙылар хәҙер.

Йырҙың тексы үҙгәртергә

Нотаһы үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә