Арғужа (йыр)
«Арғужа» — рус. Аргужа — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Арғужа | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | Оҙон көй |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Тарихы
үҙгәртергәЙырҙың легендаһын һәм һүҙҙәрен тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 20‑се йылдарында С.Сәлимов яҙып алған һәм «Башҡорт аймағы» йыйынтығында (1929, № 7) баҫтырған.
30‑сы йылдарҙа тәүге тапҡыр фонографҡа яҙҙырыла, «РСФСР халыҡтары фольклоры» («Фольклор народов РСФСР»; 1979) йыйынтығында донъя күрә. Йыр лирик‑эпик йөкмәткеле.
Легендаһы
үҙгәртергәЙырҙың барлыҡҡа килеүе Силәбе өйәҙе Ялтыр ауылы кешеһе Шәрәфетдин Вәйсилевтең яҙмышы менән бәйле. Ул ХIХ быуат уртаһында тау заводтары төҙөү өсөн башҡорт ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы сыға, шуның өсөн һөргөнгә оҙатыла. Ул тыуған яғын — Арғужа күле буйҙарын — һағынып шиғри хаттар яҙған. Көйҙөң авторы — Шәрәфетдиндең ауылдашы, халыҡ йырсыһы Баһуман тип фаразланыла.
Оҙон көйҙәргә хас булғанса, «Арғужа» көйөнөң формаһы ике төҙөлөштән тора. Көй, асыла барып, икенсе төҙөлөш башында кульминацияһына етә.
Билдәле башҡарыусылары: халыҡ йырсылары Ж. В.Вәлиев, Ғ.Нәбиуллин, Ғ.Хәмзин. Йырҙы А. М.Ҡобағошов тауыш һәм фортепьяно өсөн эшкәрткән[1].
Йырҙың тексы
үҙгәртергә«Арғужа» йыры хәҙерге заманда һыуһаҡлағысҡа әйләнгән ошо атамалы күл тураһында.[2]
Башҡортса | Урыҫса | Инглизсә |
---|---|---|
Арғужа ла буйы, ай, һары тал, Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә, Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә |
Вдоль Аргужи, ай, жёлтый тальник, Вдоль Аргужи когда ходил я, Вдоль Аргужи когда ходил я, |
Along Arguzhi, ah, yellow willow, Arguzhi along when I went, Arguzhi along when I went, |
Галерея
үҙгәртергәАрғужа буйы
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәВидео
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Арғужа 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Bashkir folk song БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974;
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Вәлиев Д. Ж. Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы. Өфө, 1996.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Арғужа (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.