Һандуғас (йыр)
«Һандуғас» — киң танылыу алған башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Һандуғас | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | Башҡорт халыҡ йырҙары |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Тарихы
үҙгәртергәЙырла, егет, киреп киң күкрәгең,
Яңғыратып Уралдың буйҙарын.
Ҡушымта:
Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас,
Һыу буйҡайҙарында туғайҙа.
Йәш йөрәккәйеңдән сыҡҡан йырҙар
Дәртләндерһен Уралдың улдарын.
«Һандуғас» йыры беренсе тапҡыр XX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында яҙып алына. К. Ю. Рәхимов, Ғ.3.Сөләймәнов, Х. Ф. Әхмәтов, Лебединскийҙарҙың пленка яҙмаларында йырҙың варианттары теркәлгән. Тауыш һәм флейта өсөн йырҙы Рәхимов эшкәрткән.
Йыр башҡарыусылар
үҙгәртергә«Һандуғас» йыры Лилиә Биктимерова, Мәғәфүр Хисматуллин, Мәүлитбай Ғайнетдинов, Вәхит Хызырова һәм башҡа йырсыларҙың репертуарына инә.
Көйҙө ҡулланыу
үҙгәртергә«Һандуғас» йырының көйө Н.Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланыла.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
- Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954;
- Башҡорт халыҡ ижады. 1 том. (Йырҙар) Өфө, 1954 ;
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши М., 1965.
- Надршина Фануза «Башкирские народные песни, песни-предания», изд.: Китап, 1997. ISBN 5-295-02094-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1] 2019 йыл 30 октябрь архивланған.
- [2] 2019 йыл 24 октябрь архивланған.
- [3](недоступная ссылка)
- [Хандугас yir.atspace.com IIS7 mp3tebe.com]